“Мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрияларға ярҙам йөҙөнән Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фондын төҙөү маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләргә ҡарар итәм”, – тиелә документта. Фондтың ойоштороусыһы (учредителе) тип Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса Президент гранттары фонд-операторы билдәләнә. Ул мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустриялар өлкәһендә коммерция ойошмалары, шулай уҡ коммерцияға ҡарамағандары, шәхси эшҡыуарҙар тормошҡа ашырған проекттарға булышлыҡ итәсәк. Фонд конкурстар үткәреп, уларҙың һөҙөмтәләре нигеҙендә Президент гранттарын алырға лайыҡлы ойошмаларҙы билдәләйәсәк. Быйылға ойоштороусыға телгә алынған проекттарға ярҙам итеү өсөн фондҡа 3,5 миллиард һумлыҡ Президент грантын конкурсһыҙ биреү рөхсәт ителгән.