Ветерандар госпиталенә – китаптар

Республика һуғыш ветерандары госпитале китапханаһы “Уҡы, ил” акцияһына ярашлы төрлө баҫмалар менән тулыландырылды.

Республика һуғыш ветерандары госпитале китапханаһы “Уҡы, ил” акцияһына ярашлы төрлө баҫмалар менән тулыландырылды. Уларҙы “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан буйынса башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров тапшырҙы.
Өс аҙнанан да кәмерәк ваҡытта 250-ләп китап йыйылған. Баҫмаларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Өфө халҡы, партияның әүҙем эшләп килгән түбәнге ойошмалары ағзалары килтергән.
“Акцияны 27 апрелдә билдәләнгән Китапханалар көнө уңайынан үткәрәбеҙ. Китаптарҙы бөртөкләп йыйҙыҡ, ҡайһыларындыр һатып алдыҡ, ҡайһыларындыр дуҫтарыбыҙ бирҙе. Пациенттарҙың һайлап уҡырлыҡ мөмкинлеге булһын, тибеҙ. Интернеттан мәғлүмәт алып була ул, ә бына аң-белем кимәлен китаптар аша ғына киңәйтеп була”, – ти Р.Әхмәҙинуров.
Акцияның икенсе этабы дауам итә. Теләге булғандар китаптар бүләк итә ала. Яңы ғына түгел, яҡшы һаҡланған уҡылған баҫмалар ҙа ҡабул ителә. Балалар әҙәбиәте менән уҡыу әсбаптары ғына бармай. Китаптарҙы “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлегенә эш көндәрендә, иртәнге 9-ҙан алып киске 6-ға тиклем алып килергә була. Баш ҡалала уларҙы ете урында: Цюрупа урамы, 17; Таллинн урамы, 23; К.Маркс урамы, 32; Беренсе май урамы, 91; Ғафури урамы, 6; Октябрь проспекты, 120 һәм Тыныслыҡ урамы, 7 адрестары буйынса ҡабул итәләр. Акция 25 майға ҡәҙәр дауам итә. Китаптар йыйылып бөткәс, уларға дезинфекция үткәрелеп, медицина учреждениеларына тапшырыласаҡ.
Мәғлүмәт, фото: https://bashkortostan.er.ru/
Читайте нас