Бөгөн, 21 майҙа, Октябрьский ҡалаһында ХХ Республика ҡурай байрамы барышында «Байға-2021» ҡурайсылар конкурсын тантаналы асыу сараһы үтте.
Ҡатнашыусыларҙы, баһалама ағзаларын һәм ҡала ҡунаҡтарын хакимиәт башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова тәбрикләне.
Быйыл конкурста ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың 14 районы һәм 12 ҡалаһы, Ырымбур, Силәбе, Төмән өлкәләре вәкилдәре бар. Байрамда бөтәһе 82 солист, 23 ижади коллектив ҡатнаша.
Баһалама рәйесе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2005 йылда үткән ҡурай байрамында Гран-приға лайыҡ булған Мөхәмәт Түләбаев.
«Байға-2021» ҡурайсылар конкурсы сәнғәткә тағы бер ҡағылырға, оҫталыҡты күрһәтергә мөмкинлек бирә, талантлы һәм лайыҡлы башҡарыусыларҙы асыҡлай. Республиканың иң шәп ҡурайсыһы исемен яулар өсөн оҫта ҡурайсылар менән бергә йәш башҡарыусылар ҙа ярыша», — тиҙәр ҡала хакимиәтендә.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: “Башинформ”.