Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Урал бөркөтө” исемле премьера булды. Спектакль Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаевтың “Муса Мортазин” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән.
Ул башҡорт халҡының батыр улдарының береһе, легендар комбриг, граждандар һуғышы осорондағы башҡорт ғәскәрҙәрен етәкләгән күренекле командир Муса Мортазин тыуыуына 130 йыл тулыуына арналған. Әҫәрҙе сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов ҡуйған, музыкаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов яҙған.
Наил Ғәйетбаев, тарихи шәхестәр тураһындағы серияһын дауам итеп, Муса Мортазин тураһында әҫәр ижад итә.
– Шәйехзада Бабич ижадын һәм тормошон өйрәнгән саҡта Муса Мортазиндың яҙмышы тураһындағы бик күп ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс архив материалдарына юлыҡтым. Шул уҡ ваҡытта уҡ күңелемдә халҡыбыҙҙың күренекле улы хаҡында яҙырға һүҙ бирҙем һәм “Яҡты хыялдар илендә” тигән әҫәрҙе тамамланым. Ул әле “Урал бөркөтө” исеме менән сәхнәгә сыҡты, – ти Наил Әсғәт улы.
Төп ролде – Муса Мортазин образын артист Нәфис Сәйетов бик оҫта башҡара. Режиссер тап уға ошо ролде биреп яңылышмаған. Әйткәндәй, режиссер Сәлихйән Әфләтүновтың һәр әҫәре үҙенсә яңылыҡ индереүе менән әһәмиәтле. Был юлы ла тамашасылар уның яңы сәхнә алымдарына иғтибар итмәй ҡалмағандыр.
Муса Мортазиндың ҡыҙы Шәүрә Мортазина (ролде Айгөл Зәйнуллина башҡара) атаһы хаҡында әҫәр сәхнәләштерергә теләй, уның ғәйепһеҙгә ҡулға алыныуы, үҙенең “халыҡ дошманы балаһы” тигән мөһөр менән ғүмере буйы йәмғиәттән ситләтелеп йәшәүенә кәмһенә, шуға күрә бар дөрөҫлөктө халыҡҡа еткерергә хыяллана.
Спектакль барышында ике режиссерҙың эш итеүен күптәр төшөнөп тә етмәгәндер. Икенсенән, Сәлихйән Әфләтүновтың тәүгеләрҙән булып башҡорт театр сәхнәһенә Сталин һәм Буденный образдарын сығарыуы ла батырлыҡҡа тиң. Муса Мортазиндың Сталин менән осрашыуы, Буденныйҙың уны үҙ итеп, нисек тә башҡорт егетен һаҡлап ҡалырға тырышыуы шул тиклем әсе дөрөҫлөк менән һүрәтләнә.
Сталин ролен – Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Буденныйҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Әммә һәр замандың үҙ әпкәләйҙәре, ҡуштандары һәм ялағайҙары булған кеүек үк, Красникин (Вадим Ғилманов) һымаҡтар намыҫлы кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе була. Ҡаршылыҡлы һәм алдаҡ тормошта йәшәргә яраҡлашмаған Муса Мортазин, үҙе әйтмешләй, “намыҫына һәм выжданына ҡаршы бара алмай”, “Красная Звезда” гәзитендә үҙе яҙмаған хаттың баҫылып сығыуына йөрәге әрней, халҡының, көрәштәштәренең күҙенә нисек күренергә тейешмен, тип дөрөҫлөктө талап итә. Тап ошо сифатын уны күрә алмаусылар бик оҫта файҙалана ла инде. Шуныһы ҡыҙғаныс: йылдар үткәс тә, кешеләр араһындағы көнсөллөк һәм күрә алмаусанлыҡ һаман булһа дауам итә. Шәүрә Мортазина, атаһы хаҡындағы әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу теләге менән янып эш башлағанда, йәш режиссерға йәнә үҙе ышанған яҡындары хыянат итә, уны юғары власть вәкилдәренә ошаҡлай.
Режиссерҙың йәнә бер уңышлы алымы булараҡ, әҫәрҙең финал сәхнәһен билдәләргә мөмкин. Эшһеҙ ҡалған Шәүрә менән әсәһенең атайҙары хаҡында шул тиклем йылы хистәр менән һөйләшеүе, уның үлемен күккә осҡан ғорур ҡошҡа тиңләп, экранда һауаларға артылған бөркөт һынында тотош Муса Мортазиндың балаларының фотоһүрәттәрен күрһәтеп барыуҙары ла бик отошло килеп сыҡҡан. Батыр үҙе үлһә лә, даны ҡала, уның эшен балалары дауам итә, халҡы онотмай, бөгөн дә уның тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай икән, тимәк, ул, ысынлап та, һауаларға бөркөт булып күтәрелгән. Ваҡыт үтеү менән халҡы уның бөйөклөгөн дә, бейеклеген дә үҙе билдәләне.
Муса Мортазиндың “Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну” тигән китабы донъя күрә, музейы асыла. Унда геройҙың наградалары, ҡылысы, шәхси әйберҙәре һәм XX быуат башына хас антиквариат әйберҙәре һаҡлана. Өфө, Учалы, Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында Муса Мортазин хөрмәтенә аталған урамдар бар. Р. Устинованың “Шипы и розы комбрига Муртазина” тип аталған фильмы донъя күрә. Ғүмере буйы атаһының тормошон дөрөҫ күрһәтеү маҡсатында, әҫәр сәхнәләштерергә хыялланған Шәүрә Мортазина, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп, башҡорт сәнғәтенең генә түгел, тотош илдә танылған күренекле театр режиссеры була. Уға “РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән юғары исем бирелә.
Тарихи темаға арналған спектаклде һәр тамашасы үҙенсә ҡабул итә, әммә халҡыбыҙҙың йәнле һыны булып сәхнәгә Урал бөркөтө Муса Мортазиндың сығыуы – үҙе бер оло асыш, тарихи ваҡиға. Драматург, режиссер, композиторҙың барыһының бер бөтөн булып эшләүе, Сибай театры артистарының шул тиклем ҙур ихласлыҡ менән үҙ ролдәренә яуаплы ҡарауы ысын мәғәнәһендә бик ҙур эште атҡарып сығырға мөмкинлек биргән.
Бөгөн сәхнәләге Муса Мортазинды һәр кем үҙенсә ҡабул итер, төрлө фекерҙәр ҙә булыр, әммә иң мөһиме – халыҡ улы халҡына сыҡты, уның хаҡында дөрөҫлөк тантана итте.