Яҙмыш менән һауа һулар ярҙар Бүләк итте күпме таңдарын...

Оҙаҡламай Башҡортостанда “XXI быуат яҙыусыһы” форумы була. Ошо уңайҙан башҡорт әҙәбиәтен рус теленә тәржемә итергә кәрәклеген иҫәпкә алып, шулай уҡ башҡа телдә ижад иткән замандаш шағирҙарҙың ижады менән таныштырыу маҡсатында Дағстан шағиры Мурад Ахмедовтың сонеттарынан бер шәлкем тәҡдим итәм. Мурад – ул мөхәббәт йырсыһы, шул уҡ ваҡытта тәрән фәйләсүф тә. Рәхим итеп уҡығыҙ!

Оҙаҡламай Башҡортостанда “XXI быуат яҙыусыһы” форумы була. Ошо уңайҙан башҡорт әҙәбиәтен рус теленә тәржемә итергә кәрәклеген иҫәпкә алып, шулай уҡ башҡа телдә ижад иткән замандаш шағирҙарҙың ижады менән таныштырыу маҡсатында Дағстан шағиры Мурад Ахмедовтың сонеттарынан бер шәлкем тәҡдим итәм. Мурад – ул мөхәббәт йырсыһы, шул уҡ ваҡытта тәрән фәйләсүф тә. Рәхим итеп уҡығыҙ!


* * *

Уҙған йылдай, гүйә, һарҡылғанмын

Һәм башланғым килә яңынан,

Болоҡһоуҙа йылы булғым килә,

Юлым ырам булһын тағы ла.


Йөрәгем һәм йәнем яңырһын да,

Төшөнкөлөк туты юйылһын.

Тамам бөтөп, ҡабат тоҡанғанда,

Киләсәгем башҡа тойолһон.


Был тормоштан күп тә кәрәк түгел,

Талпынһа ла рухым бейеккә...

Ғүмер үҙе – иң ҙур бүләк бит ул,

Булғанда ла ҡаршы мең кәртә.


Яңы йылға мохтаж йөрәк тә,

Тибешкә лә нурҙар кәрәк тә.

* * *


Таңғы диңгеҙ менән һоҡланғандай,

Ләззәтләнәм һинең нур менән.

Яҡты тойғо менән һуғарылам,

Туҡыма дымланғандай һыу менән.


Яҙмыш менән һауа һулар ярҙар

Бүләк итте күпме таңдарын.

Ҡаршы алдыҡ ошо донъялыҡтың

Хоҙай беҙгә асҡан моңдарын.


Төрлө мәлдәр булды:

бәхәс, һиллек,

Һүҙ әйтһәң дә ҡай саҡ һин миңә,

Һис ғауға юҡ, мин ышандым

һәр саҡ

Мине һөйгән тоғро йәнеңә.


Был йылдарҙың сикһеҙ киңлеге –

Сафлыҡҡа һәм нурға тиңлеге.


* * *


Мөғжизәнең барын күптән беләм,

Тик матурлыҡ күрәм донъяла.

Зәғиф йәнле Иудамы әллә,

Кем һуң хыялымды тыяла?!.


Мин донъяны бына шулай күрәм:

Һис эленмәй унда ишектәр.

Ә кешеләр – туған, һәр бер иртә

Яҡтылыҡҡа әйҙәй, һис шикһеҙ.


Һис ялған юҡ кеүек ғүмер итәм,

Ә ихласлыҡ – йәндең теләге.

Яра һалмай һис кем башҡаларға,

Ҡалтыранмай бәндә йөрәге.


Тик йәнемдә булһын был донъя –

Унда ғына яҙмыш нур тоя.


Тормош сәхнәһендә һин уйнама


Улым Арсенға.


Тормош сәхнәһендә һин уйнама,

Булып ҡал һин бары тик үҙең.

Ҡай саҡ етмәй китә тотош ғүмер

Ҡайтарырға тиеп үҙ йөҙөң...


Һәр бер ғәмәлде лә яҙмыш үлсәй,

Һис ашыҡмай эшен атҡара.

Һүҙҙәр бутҡаһында айҡашҡанда,

Ғәҙеллеккә ялған ау ҡора.

Һин дөрөҫлөк яғында бул гелән,

Хыянат та итмә йәнеңә.

Ә хәҡиҡәт һис тә утта янмай,

Янында бул, сыҙа сәмеңә.


Мин беләмен тоғро ҡалырһың,

Хыялыңа юлдар ярырһың.


* * *

Тормош миңә ике туған кеүек:

Һис төшөнәм тимә асылын –

Күпме ҡатлам, кимәлдәре йәнәш,

Ике йөҙлөлөктөң фасылы.


Битлек бәндә йөҙҙәренә батҡан,

Күптәренең үҙе бик таныш.

Күктәр ҡул һелтәгән батшалыҡты

“Ғүмер” тиеп данлап атаныҡ.


Бында ихлас булыу кәрәк түгел,

Үҙең булып ҡалыу бик оят.

Ике йөҙлө булыу бында зарур,

Үҙ-үҙеңә итеү хыянат.


Ә был юл – бер сикһеҙ тыҡрыҡ,

Килеп етмәй Моңдоң саф йыры.

Читайте нас