“Библиоирекмәндәр” китапханаға ярҙам итә

“Библиоирекмәндәр” хәрәкәте 2019 йылдан уңышлы эшләй.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Нефтекама ҡалаһының Үҙәк китапханалар системаһында “Библиоирекмәндәр” хәрәкәте 2019 йылдан уңышлы эшләй. Был берекмәнең төп бурысы – йәштәрҙең ижади ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шулай уҡ йәш быуын араһында китаптарҙы, уҡыуҙы пропагандалау.
Библиоирекмәндәр китапханаға китаптарҙы тәртипкә килтереүҙә генә түгел, төрлө саралар үткәреүҙә лә ярҙам итә. “Йәштәр өсөн иң яҡшы китаптар исемлеге” тип аталған проект урындағы халыҡта айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Әле проект буйынса әүҙем эш бара. Май аҙағында Э. Веркиндың “Облачный полк” китабы буйынса видеокүҙәтеү сығарылышы көтөлә. Ул Нефтекама тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында төшөрөлгән.
“Ирекмәндәрҙең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә китап һөйөүселәр һаны арта, уларҙың ҡайһы берҙәре ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнаша башлай, дуҫтарын һәм таныштарын китапханаларға йәлеп итә”, – тине “Библиоирекмәндәр”ҙең етәксеһе Лилиә Вафиева.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/99696
Читайте нас