Быйыл 5 октябргә Рәсәй кино актерҙарының йыһанға сәйәхәте планлаштырылған. Дәүләт комиссияһы кандидаттарҙы һайлауҙы тамамланы.
Эш шунда: йыһанда әлегә шартлы рәүештә "Ҡаршы сығыу" тип аталған нәфис фильм төшөрөләсәк. Уның режиссеры – Клим Шипенко. Былтырғы йыл аҙағында төп ролгә асыҡ конкурс иғлан ителгәйне. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала ине. Яңыраҡ март айында медицина комиссияһы үтер өсөн 20 кеше һайлап алынды.
Бына медицина һәм ижади һынауҙарҙы уңышлы үткән актерҙар исемлеге билдәле булды. Төп экипажға – Юлия Пересильд менән Клим Шипенко, запас экипажға Алена Мордовина менән Алексей Дудин һайланған. Улар "Байконур" космодромынан "Союз МС-19" карабында осасаҡ.
Һайлап алынған кандидаттар 1 июндән дә ҡалмай махсус әҙерлек башлаясаҡ. Улар космонавтар үткән бөтә һынауҙарҙы ҡабатлаясаҡ. Был этаптар Беренсе канал эфирында яҡтыртыласаҡ.
Нәфис фильмды төшөрөү – "Роскосмос" дәүләт корпорацияһы, Беренсе канал һәм Yellow, Black and Whiti студияһының берлектәге хеҙмәте. Күренеүенсә, йыһанға осоу яйлап киң ҡатлам кешеләренә лә мөмкин була бара.