Өфөнөң Ағиҙел яры бөгөн славян моңдарына күмелде – бында “XXI быуат славяндары” республика фестивале үтте
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөнә арналған сарала Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған халыҡ, өлгөлө, фольклор ансамблдәре сығыш яһаны.
Бай концерт программаһынан тыш, фестиваль бар яр буйын ялмап алған: сағыу күргәҙмәләрҙән күҙ ҡамаша, интерактив майҙандар, оҫталыҡ дәрестәре үҙенә әйҙәй, ә бәләкәстәрҙе махсус театрлаштырылған майҙансыҡтар ҡаршылай.
Ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә “Рус ихатаһы” исемле экспозиция ҡаршылай. Балаҡатай районы оҫталары бында ысын рус ихатаһын тергеҙеүгә өлгәшкән: сынъяһау өй алдында өс ҡатын ҡул эштәре менән булыша, ир-егеттәр йорт-ҡура тирәһендәге эш менән мәшғүл. Ҡапҡа янында һылыу ҡыҙҙар теләгән һәр кемде славян йолаһына ярашлы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алып тора.
Яр буйындағы сәхнәнән яңғыраған йыр-моң һәр кемде яҡыныраҡ килеп тыңларға саҡыра. Ҡырмыҫҡа иләүе шикелле гөжләгән ҡатнашыусылар араһына инеп, бер-икәүһе менән аралашырға насип булды.
“Былинушка” өлгөлө ансамбле Бәләбәй яҡтарынан килгән. Рус милли кейемендәге үҫмер ҡыҙҙар кемуҙарҙан ҡасан ансамблдә шөғөлләнә башлағандарын һөйләй: кемдер дүрт, кемдер хатта үҙҙәре әйтмешләй, “тыумыштан” бында икән.
“Раздолье” хор ансамбле иһә 78 йыл эшләп килеүе менән ғәжәпләндерҙе. “Өфө ҡалаһының “Моторостроитель” мәҙәниәт йорто базаһында шөғөлләнәбеҙ. Мин үҙем ансамблгә 40 йыл етәкселек итәм. 78 йыл дәүерендә ансамблдең репертуары төрлө йырҙар менән байыны. Халыҡ та, эстрада ла йырҙарын башҡарабыҙ”, - тип һөйләне ижади төркөм етәксеһе Любовь Богатырева.
Фестивалгә йыйылған халыҡтың бер өлөшө концерт ҡарап кинәнһә, бер өлөшө күргәҙмәләр буйлап һибелгән. Бында ҡыҙыҡлы нөктәләр күп: ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтәләр, оҫталар үҙҙәре ижад иткән эштәрен дә һатыуға тәҡдим иткәндәр.
Лариса Клих исемле ҡыҙ селтәрҙән яғалар эшләп тороуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. “Был эш ентекле башҡарыуҙы, айырым оҫталыҡты талап итә”, - тине ул.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаларын да осраттым: Зөлхизә Абдуллина, Аида Күлбаева славян милли кейемдәрендә кешеләр менән аралаша, уларға славян мәҙәниәте, тарихына бәйле һорауҙар яуҙыра, дөрөҫ яуап өсөн тәмлекәстәр тарата.
Баш ҡаланың “Хахачу”, “Дебуфо” театрҙары бында ижади сығыштар йәйелдергән. Концерт программаһының көтөп алынған ҡунаҡтары – “Узорица”, “Счастливые люди” коллективтары. Шулай уҡ сараны сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан саҡырылған “Отава Е” төркөмө биҙәй.
“XXI быуат славяндары” республика фестивале байрам салюты менән тамамланды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.