“Башҡаса йәшәй белмәйем...”

Мәләүез районының Восточный ауылында йәшәгән Зәйлә Әлмөхәмәтовала йыр-моңға һөйөү ҡандан килә һәм ғүмере буйы оҙата бара.

Мәләүез районының Восточный ауылында йәшәгән Зәйлә Әлмөхәмәтовала йыр-моңға һөйөү ҡандан килә һәм ғүмере буйы оҙата бара.


Кешелек сифаттары – беренсе урында


Һыртлан ауылында башланғыс класты тамамлағандан һуң, әсәһе­нең бер туған апаһы, Башҡортос­тандың танылған радио хәбәрсеһе, режиссеры Фәниә Хәлитова уны Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исе­мендәге мәктәп-интернатҡа урынлаштыра. Пианинола, гитарала оҫта уйнаған, моңло итеп йырлаған ҡыҙ сәнғәт юлын һайлаһа, бөгөн, бәлки, ҙур тамаша залы йыйған билдәле артист булыр ине. Зәйлә иһә 10-сы кластан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Биш йылдан йәш белгес, тыуған яғына ҡайтып, Беренсе Май мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ауылдың уңған егете, тракторсы Илбәк Мик улы менән ғаилә ҡора, өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Донъя бер аҙ яйланғас, күңелгә тыныслыҡ бирмәгән йыр-моңға һыуһау тойғоһо тау шишмәһеләй урғый: үҙе янына таланттарҙы туплап, ижад эшен йәйелдерә.
Бына дүрт йыл инде Мәләүез районының Восточный ауылында “Илһам” ансамбле эшләп килә. Унда яҡын-тирәләге Һыртлан, Һарыш, Мотай, шулай уҡ Күгәрсен районының Йомағужа ауылдарынан сәнғәткә мөкиббән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
Нисек башланып китте икән был изге эш? “Һәр кемдең дә йәшерен хыялы була. Үҙ мөмкинлегемде раҫлау, тормоштоң йәмен бөтөнләй икенсе яҡтан асыу теләге миндә һәр саҡ янар ҡуҙ кеүек йөрәгемде йылытты”, – ти ансамбль етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова.
Ул Восточный урта мәктәбендә 35 йыл балаларға инглиз һәм немец телдәрен өйрәтә. Районда билдәле, юғары катего­рияға эйә педагог “Башҡортос­тан­дың мәға­риф алдын­ғыһы” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ булған. Ике тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы, уның эҙенән китеп, инглиз теле уҡы­тыусыһы һөнәрен һайлаған. Юғары уҡыу йортона ингән уҡыу­сылары, мәктәптә яҡшы әҙерлек алғас, һис ауырлыҡһыҙ сит телдәрҙе үҙләштерә.

Студент йылдарында һәм эш дәүерендә районда төрлө сара­ларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.
“Ҡасан ғына хаҡлы ялға сыға­һың инде? Вокаль ансамбль ойошторор инең” тигән үтенестәр яңғы­рай башлай ауылдаштарынан, әхирәттәренән. Зәйлә Рафиҡ ҡы­ҙының ансамбль ойоштороу теләге электән күңелендә йөрөй, әммә аккомпаниатор, йырҙың мину­совкаһын табыу ҡыйынлыҡтар тыу­ҙыра. Башта мәктәптә балалар­ҙы музыкаға өйрәтеү түңәрәген ойоштора. Уҡыусыларының район конкурстарында еңеүе уға дәрт өҫ­тәй. “Ниңә әле хаҡлы ялға сыҡҡанды көтөргә, аҙнаһына бер-ике сәғәт буш ваҡыт табырға була ла инде, тип уйланым да телефон һандарын барлай башланым. Йырлай белеү-белмәүен дә иғтибар­ла­маным, минең өсөн төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙың кешелек сифаттары беренсе урында булды”, – ти Зәйлә апай. 2016 йылда тәүге репети­ция­ға йыйылып, ансамблгә исем һай­лайҙар. “Фәниә Хәлитова-Сө­ләй­мәнованың “Илһам” тигән тапшырыуы бар ине. “Ҡыҙым, тапшы­рыуымдың исемен ал, ижади эшемде дауам иткән кеүек булыр”, – тигәйне. Ҡыҙҙар ҙа был тәҡдимде ҡыуанып хупланы”, – ти етәксе.
Шулай итеп, “Илһам” ансамбле ижад юлын башлап ебәрә. Репе­тицияға эшкә барған кеүек көн ҡал­дырмай йөрөйҙәр, онотолоп китеп, өсәр сәғәт шөғөлләнгән ва­ҡыттары ла булғылай. Ауылдағы сараларҙа сығыштарын халыҡ алҡышлап ҡар­шылағас, “илһам”дарға дәрт өҫтә­лә. “Беҙҙең репертуарҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Милли ҡомартҡыларҙы тергеҙеү һәм тамашасыға еткереү – үҙе бер ҡыуаныс. “Ете ҡыҙ”, “Гөлнәзирә”, “Ҡыҙыл юрға”, “Йыйҙым еләк”, “Йыуаса” тигән йырҙарҙы кинәнеп башҡарабыҙ. Инглиз, немец теленә тәржемә ителгәндәре лә бар.
“Ҡаҙ ҡанаты” һәм “Шәл бәйлә­нем” көйҙәренә бейеү һалдыҡ. Ике­һенә лә шәл кәрәк булып сыҡты. Ғүмерҙә ырғаҡ тотмаған ҡатын­дар­ҙы шәл, косынка бәйләргә өйрәт­тем. Хәҙер үҙҙәренә бер шө­ғөл арттырҙылар: туғандарына бәй­ләмдәрен бүләк итеп ҡыуаналар”, – ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.


Исеме есеменә тап килә


2017 йылда район сараһының береһендә “Илһам” ансамбленең уңышлы сығышынан һуң, уларҙың эргәһенә “Бай баҡса” телеконкурсында еңгән мөләйем йөҙлө апай килеп, гөлгә күмелгән баҡсаһында тапшырыуҙа ҡатнашыуҙарын үтенә. Шулай итеп, ансамбль ағзалары “Йыйҙым еләк” йырын башҡарып, матур видео төшөрә һәм “Ҡурай” каналына ебәрә.
Башҡортостандың билдәле режиссеры Фрәнгизә Илбәкова, улар­ҙың колоритлы сағыу сығышын күреп, “Илһам” ансамбле башҡар­ған “Ҡыҙыл юрға” йырына клип төшөрә. Унда төп ролде донъя күләмендә танылған ҡурайсы Ишморат Илбәков башҡара, ҙур бул­маған сюжет йөрәктәрҙе тетрән­дерә. Талант эйәләренең уларға иғтибары дәрт, илһам өҫтәй. Яҡын-тирә ауылдарға, күрше райондарға сығып концерттар ойошторалар, шулай уҡ республика сараларында ла сығыш яһайҙар.
Ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер етәксе. Райондың йәш таланты Самир Латиповҡа ярҙам ит­һенме, яҡташыбыҙ Ғәлим Дәүлә­дигә арнап, шиғыр яҙһынмы – ҡулынан барыһы ла килә. 2018 йылда ике фажиғәле хәл уларҙы тетрәндерә. Восточный мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы аварияға осрай, дауаланыу өсөн аҡса талап ителә. Икенсе сығарылыш класс уҡыусыһы өйләнеп донъя ҡорғас, ҡыҙы Аделияға ла ярҙам кәрәк була. Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы етәксе­ле­гендәге “Илһам” ансамбле хәй­риә концерттары ойоштора, ҡу­лы­нан килгәнсә уларға ярҙам итә. “Аллаға шөкөр, икеһе лә иҫән, тәү­геһе аяҡҡа баҫып эшләп йөрөй, икен­сеһе Израилдә дауаланып ҡайтып, әле реабилитация курсы үтә”, – тине башҡаларҙың шатлы­ғын үҙенекеләй ҡабул иткән ханым.
Ансамблдең исеме есеменә тап килеп тора. Талантлы ҡыҙҙар бар эшкә маһир. “Гөлнәзирә” Һәм “Ураҡсы ҡыҙ” йырҙарына клип әҙерләгәндәр. Үҙҙәре үк башҡорт халыҡ кейемдәрен тегә, биҙәүес­тәрен етештерә, кейеҙ баҫырға өйрәнгәндәр. “Уҡыусым Алина Хантимерова – кейеҙ баҫыу оҫтаһы. Үҙенә һәм туғандарына кейеҙҙән тапочка, быйма, эшләпә, сумкалар эшләп бүләк итә. Ул һөнәргә беҙҙе лә өйрәтте. Кейеҙ һаҡалдарыбыҙ ҙа бар хәҙер. Ҡашмау эшләргә ниәтләйбеҙ”, – ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы. Тик пандемия арҡаһында күп башланғыс­тары туҡталып торған. Сир тарал­маҫтан алда, район ағинәйҙәрен саҡырып, ҙур сара ойошторғандар: кейеҙ баҫыу серҙәрен уртаҡ­лашҡандар, бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһағандар.
Ауылдағы апай-инәйҙәрҙе күтә­реп, туплап, йәшәү дәрте, илһам өҫтәгән, үҙ тамашасыһын тапҡан “Илһам” ансамбле етәксеһе Зәйлә Рафиҡ ҡыҙына ҡарап, һоҡланырға ғына ҡала.


Үҙ юлын тапҡан


“Илһам” ансамбле күрше тирә-яҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын да үҙенә йәлеп итә: коллективтағы 15 ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһен йөҙөк ҡа­шылай күрәм. Һыртлан ауылынан Миңлегөл Буранғолова, Мотай­ҙан Фирүзә Ғиниәтуллина, Һарыш ауылынан Венера Ғабдуллина – өсөһө лә клуб мөдире. Иң өлкәне – Миңъ­ямал Мәхмүтова, репе­тицияға Һыртландан елдереп килеп етә. Өс балаға әсәй, туғыҙ ейән-ейән­сәргә өләсәй, тәмле бәлештәре менән беҙҙе һыйларға ярата. Үрнәк алырлыҡ ыңғай апай. Гүзәл менән Зилиә Кинйә­була­то­валар – икеһе лә һөнәре менән ашнаҡсы. Дәртле, бар эште урынына еткереп башҡарған килен­дәштәр бейеү номерҙарын оҫта ҡуя. Гүзәл – өс балаға әсәй, ике ейәнсәре бар. Зилиә тормош иптә­ше менән ике бала үҫтерҙе. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Хәсәнова йырлап ҡына ҡалмай, оҫта алып барыусы ла.
Әнгизә Ҡәйүмова иһә алты балаға ғүмер бүләк иткән әсә, тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов­тың ҡулын ҡыҫҡан кеше. Балалары ла тәртипле, уҡыуға маһир.
Нәзирә күршем ауылда дин буйынса белем алыуҙы ойошторған, йыр-моңға ла ғашиҡ кеше. Бер репетицияны ла ҡалдырмай. Апалы-һеңлеле Миңзилә Заһитова менән Әминә Мөҙәрисова – бала саҡ дуҫтарым. Береһе – Күгәрсен районының Йомағужа ауылында, икенсеһе Һарышта йәшәй. Икеһе лә – өләсәй. Әминәбеҙ, өс баланы тәрбиәгә алып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Тағы бер сабыйҙы ҡарарға алайым тип, опека бүле­генә барғас: ”Әминә Миңлевәли ҡыҙы, һеҙ бит оҫта тәрбиәсе, әллә тағы дүртәүҙе алаһығыҙмы? Улар бит бер туғандар, айырырға ярамай”, – тигәс, риза­лашҡан. Башҡа милләттән булһалар ҙа, ихлас итеп татарса һөйләшеп йөрөй балалары.
Көслө, моңло тауышы менән айы­рылып торған Венера Ғәйнет­динова, мәғлүмәти технологиялар менән “дуҫ” Зөлхизә Фәттәхова ансамблгә яңы ҡушылды.
Уй-ниәттәребеҙ ҙур: ре­пертуарҙы байытып, башҡарыу кимәлен, сифатын яҡшыртып, ике тауышҡа йырлай башламаҡсыбыҙ.

Республикала уҙғарылған таҡмаҡ­тар конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулауға өмөт итәбеҙ”, – ти Зәйлә Әлмөхәмәтова.
Мәләүез районы.
Читайте нас