Бер миҙгелде йомғаҡлар мәл

Заманыбыҙ ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарға осрап, йәшәйешебеҙ башҡасаланып китһә лә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ йүнәлешенән тайпылмай йәшәүен дауам итә. Сираттағы ижад миҙгеле аҙағына яҡынлаша, тимәк, бер аҙ һығымталар, йомғаҡ яһау мөмкинлеге еткән.

Заманыбыҙ ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарға осрап, йәшәйешебеҙ башҡасаланып китһә лә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ йүнәлешенән тайпылмай йәшәүен дауам итә. Сираттағы ижад миҙгеле аҙағына яҡынлаша, тимәк, бер аҙ һығымталар, йомғаҡ яһау мөмкинлеге еткән.


Театрҙың 31-се ижад миҙгеле асыштарға бай булды тиһәк, арттырыу булмаҫ. Коллектив ҡәҙимге тормош менән хушһынып, һәүе­тем­сә генә йәшәү ритмына буйһон­май, һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр, табыштар юлында билдәле театр эшмәкәрҙәре, режиссерҙар менән аралашып йәшәй. Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре, Башҡортостан Республика­һының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов театрҙың рус труппаһы актерҙары менән инглиз балалар яҙыусыһы Кейт Ди Камиллоның “Эдвардтың ғәжәйеп сәйәхәте” (“Удивительное путешествие кролика Эдварда”) әкиәтен сәхнәгә сығарҙы. Рәсәй Федера­цияһының, Ҡалмыҡ һәм Азербай­жан республикаларының атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев драматург Михаил Башки­ровтың Мостай Кәрим әҫәрҙәренә таянып яҙған “Аҡ мөғжизә” (баш­ҡорт теленә адаптация авторы – Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева) спектаклен ҡуйҙы. Был ике спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Театр – балаларға” һәм “Кесе ватан мәҙәниәте” проекттарына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Борис Вахтин повесы буйынса “Синяя-синяя речка” (жанры – йыр), Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәм “Үлмәҫбай” поэмаһы буйынса “Үлмәҫбай” үлемһеҙлек хаҡында хикәйәте сәхнәлә уңыштар менән бара.
Күренеүенсә, миҙгел премье­раларға бай булды. Быларҙан тыш, тағы ике музыкаль комедия ҡуйыл­ды: театрҙың рус труппа­һының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мө­сәлим Күлбаев Б. Рацер һәм В. Константинов пьесаһы буйынса “Имеретиянан кәләш” (“Седина в бороду или невеста из Имеретии”), ә башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хә­кимов Наил Ғәйетбайҙың “Ға­шиҡ­тар көнө” пьесаһын сәхнәгә сығарҙы. Премьералар һанын С. Айытматов әҫәре буйынса “Ал яу­лыҡлы тирәккәйем” драмаһы, А. Вол­ковтың “Зөбәржәт ҡала тыл­сымсыһы”, И. Казакованың “Яңы йыл мажаралары” әкиәттәре һәм Е. Гришковец пьесаһы буйынса “Планета” тип аталған бер шаршаулы пьесалар ҙа тулыландырҙы.
Миҙгел барышында театр ике фестивалдә ҡатнашты. Чебоксар ҡалаһында уҙған “Иҙел буйы әкиәте” төбәк-ара фестивалендә М. Райцестың “Я – кулак. Я – Анна” инклюзив спектакле менән “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номина­цияһында еңеүсе (Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы С. Бронникова) һәм Башҡортостандың халыҡ артисы О. Мусина режиссура өсөн махсус приз алып ҡайтты. Йошкар-Олала уҙған “Дуҫлыҡ күпере” халыҡ-ара Рәсәй һәм сит илдәр театрҙары фестивалендә Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектакле лауреат булды.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәр ваҡыт тамашасы зауығын ҡәнәғәт­ләнде­рерлек сәхнә әҫәрҙәре менән гас­тролдәргә сыға. Республикабыҙҙың район-ҡалалары, ауылдары буйлап сығыштар әле лә дауам итә. Төрлө йәштәге тамашасы – балалар, йәш быуын һәм оло йәштәге театралдар өсөн спектаклдәр ҡуйыла.
Театрҙың актерҙар составында ла ҡыуаныслы мәлдәр байтаҡ булды. Венер Камалов, Зифа Дәү­ләтбаева, Альбина Кашанова, Гөлшат Ғайсина, Илсур Хәбиров, Марат Сәй­фуллиндарға “Башҡорт­остан­дың халыҡ артисы” исеме бирелде, Гөлбинә Сафуанова, Аида Күлбаева, Рәмзил Сәлмәнов, Светлана Бронникова, Дмитрий Гусев, Илгиз Таһиров, Андрей Ганичев иһә “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды.
Театр бер ҡасан да урынында тапанмай, һәр саҡ алға бара. Нәҡ ошо сифаттары өсөн дә тамашасылары араһында оло ихтирам яулаған сәнғәт усағы ул. Уның бай тарихы, бөгөнгөһө һәм яҡты киләсәге бар. 32-се ижад миҙгеле алдағыларынан тағы ла сағыуыраҡ, берәгәйле һәм уңышлы булыр, тигән өмөттәр менән театрҙың татыу коллективы 31-се миҙгел менән хушлаша.

Читайте нас