Яҙыусылар форумы алдынан

“Милли әҙәбиәт мәсьәләләрен хәл итеүҙә берҙәм ынтылыш кәрәк”

27 – 28 майҙа Өфөлә ҙур төбәк-ара форум – яҙыусылар ҡоро була. Ул республиканың Яҙыусылар союзы иғлан иткән “Илаһи һүҙ” проектына ярашлы ойошторола. Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла башланы. Уның маҡсаты – башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала милли әҙәбиәтте үҫтереү механизмдарын булдырыу. Форумдың мөһимлеге нимәлә? Унда кемдәр ҡатнаша, ниндәй мәсьәләләр ҡарала – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.


– Зәки Арыҫлан улы, яҙыусыларҙың был ҡорон, тип әйтһәк тә мөмкиндер, форум итеп үткәреү менән башҡалары, быға тиклем ойошторолғандары араһында айырма бармы?

– Беренсенән, әгәр ҙә элеккеләре башҡарылған эштәр тураһында һөйләшеп, йомғаҡлау формаһында үтһә, быныһында инде “Киләсәктә нимә эшләргә тейешбеҙ?” тигән һорау ҡуйып, уға яуап эҙләйбеҙ. Кисәге ғәмәлдәр тураһында һөйләшеү булмай. “Иртәгә яҙыусы ниндәйерәк булырға, нисек һәм нимә эшләргә, яҙырға тейеш?” – ошондай тема була, тиергә мөмкин. Нимә кәрәк, тип әйткәнгә кешенең: “Яҙыусыны өйрәтергә кәрәкме ни?” – тип аптырап китеүе лә ихтимал. Оҫталыҡтың сиктәре юҡ, башҡа ижадсыларҙың тәжрибәһен өйрәнеү бер ҙә артыҡ түгел, шуға күрә форумдың ике көнөндә лә айырым майҙандарҙа семинарҙар була.
– Йәғни оҫталыҡ дәрестәре ойошторола инде?

– Эйе, улар саҡырылған спикерҙар менән диалог рәүешендә бара, тиергә мөмкин. Модераторҙар – Өфөнөкө, спикерҙар ситтән киләсәк. Уларҙы Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы менән килешеп, иң-иңдәрен тиергә була, саҡырырға тырыштыҡ. Мәҫәлән, драма әҫәрҙәре яҙғандарға Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендә билдәле Родион Белецкий семинар үткәрәсәк. Уның үҙ тәжрибәһе, оҫталығы менән уртаҡлашыуы – уғата ҙур ярҙам.
Ҡайһы бер драматургтарҙа ошондай һорау тыуа: “Мин пьеса яҙҙым, әммә ни өсөн уны театрҙар ҡабул итмәй?” тигән. Белецкий менән осрашып һөйләшкәс, был зарланыу үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ. Милли әҫәрҙәрҙең театрҙарҙа ҡуйылыу осраҡтары баһаланып, оҫталыҡ параметрҙары билдәләнәсәк. Иғтибар менән тыңлаған, өйрәнеп ултырған автор, алған белеменә таянып, әҫәр ижад итте, һәм ул яҡшы ҡабул ителде икән, тимәк, һөҙөмтә бар, тигән һүҙ.
Бындай семинар бөтә төр әҙәби ижад буйынса ла үткәреләсәк.

Икенсе ҙур йүнәлеш – ул яҙылған әҫәрҙәрҙе күберәк кеше уҡыуын хәстәрләү, русса әйткәндә, “продвигать” итеү. Мәҫәлән, әҫәр “ЛитРес”та, башҡа сығанаҡтарҙа баҫылды икән, ти. Артабан уны нисек популярлаштырырға, яңы киңлектәргә сығарырға була – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирер өсөн дә спикерҙар саҡырылды. Уларҙың береһе – Чечен Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Канта Ибраһимов. Семинарҙар асыҡ формала ойошторола, йәғни кеше бер ерҙә генә “бикләнеп” ултырмай, ә төрлө майҙанға барып тыңлап китеү, һорауҙар биреү мөмкинлегенә эйә була.
Китаптарҙы нәшриәттә сығарыу һәм, баҫылып сыҡҡас, уны билдәле, уҡымлы итеү өҫтөндә эшләү – былар форум эшенең икенсе, өсөнсө йүнәлештәре, тиһәк, дүртенсеһе – ул тәржемә. Китаптарҙы күпме кеше уҡыры ошо төшөнсәгә барып бәйләнә бит. Әҫәрҙе күберәк кеше белһен өсөн, ул ниндәй телдә булырға тейеш? Шуға ла форумдың ҙур бер майҙаны әҙәбиәттең ҡатмарлы тармағына – тәржемә һәм уның үҙенсәлектәренә бағышлана. Спикерҙар булып Ярославлдән тәржемә оҫтаһы, байтаҡ башҡорт шағирҙары ижады менән эшләгән күптәнге дуҫтарыбыҙҙың береһе Мәмәд Хәлилов, Минскиҙан Александр Карлюкевичтарҙың килеүе көтөлә.
Бынан тыш, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте, әҙәби тәнҡит майҙандары күҙ уңында тотола. Тәүгеһе буйынса – Дағстан ҡунағы Супиянат Мамаева, икенсеһендә Новосибирскиҙан Михаил Хлебников сығыш яһап, кәңәштәр бирәсәк.
– Форум эше өсөн ниндәй майҙан һайланды?

– Беренсе көндә эш “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында барасаҡ. Был урын махсус рәүештә, ҡатнашыусылар ваҡытын ситкә бүлмәй, бар иғтибарын тик эшкә көйләһен, тигән маҡсаттан сығып һайланды. Һөҙөмтәле итеп эшләгәндән һуң, әҙәби-музыкаль кисәлә ял итеп алырға мөмкинлек була.
Икенсе көндө эш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында барасаҡ. Семинарҙар дауам ителә. Эш барышында шулай уҡ мөһим осрашыу үткәреү күҙаллана: яҙыусылар республика етәкселеге менән осрашасаҡ. Сараға республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировты ла көтәбеҙ.
– Ниндәй һорауҙар күтәреү күҙ уңында тотола?

– Осрашыу асыҡ диалог рәүешендә уҙғарыла. Һорауҙарҙы өс: сәйәси, социаль һәм ижади блоктарға бүлеп планлаштырабыҙ. Был мәсьәләләр буйынса тәнҡит күҙлегенән генә түгел, ә бергәләшеп кәңәшләшеп, уларҙы ниндәй юлдар аша хәл итергә мөмкин, тигән юҫыҡта асыҡ һөйләшеү булыр, тип өмөт итәбеҙ, йәғни ул ижади аралашыу булырға тейеш. Йәмғиәт ниндәй генә үҫеш юлынан барғанда ла кешеләрҙең яҙыусы һүҙен ишетергә хаҡы бар, уға ҡолаҡ һалырлыҡ мөмкинлеге лә булыуы зарур. Әҙип һүҙенең ниндәйҙер кимәлдә йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе яйға һала торған бурысы ла бар бит.
Осрашыу барышында бик мөһим һорауҙы – республикала художестволы тәржемә үҙәген асыу тураһында мәсьәләне лә күтәрергә ниәт бар.
– Етди, аныҡ маҡсат-бурыстар ҡуйылған форум алдына...

– Эйе. Миңә ҡалһа, йыйын һәр эшлекле кеше өсөн файҙалы булыр, тип уйлайым. “Китаптар яҙыла, әммә уларҙы уҡыған кеше һирәк”, тип зарланырға түгел, үҙеңә шундай һорау бирергә лә кәрәк: ә уларҙы уҡымағандарында үҙемдең күпме ғәйебем бар, тип. Бөгөнгө уҡыусы теге йә был әҫәр менән танышһын өсөн, уның авторы хаҡында ниндәйҙер күҙаллауҙары булырға тейеш. Хәҙерге шарттарҙа быға өлгәшер өсөн интернет, социаль селтәрҙәр бар. Әйтәйек, унда яҙыусының биш мең дуҫы бар икән, уларҙың күпмеһелер ул яҙған китапты алып уҡыясаҡ, сөнки уй-кисерештәре, ҡараштары хаҡында аҙмы-күпме белә, уның менән таныш.
Бынан тыш, уҡыусылар менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүселәргә башҡа мөмкинлектәр ҙә бар. Билдәле булыуынса, Яҙыусылар союзы быйыл “Тарих яҙыр инем ташына” тигән проектты башланы. Яҙыусылар үҙ теләгенә ҡарап, ниндәйҙер төбәккә барып, үҙен ҡыҙыҡһындырған аудитория менән осрашыуҙар үткәреп ҡайта ала.
Әҙәбиәттең мөһим күрһәткесе – ул быуындар бәйләнеше. Әйтәйек, башҡорт әҙәбиәтенә Рәми Ғарипов мәктәбен үтеп, Рауил Бикбай, Сафуан Әлибай, Тимер Йосопов, Динис Бүләковтар, башҡа бихисап әҙиптәр килгән. Яҙыусылар матбуғат аша бер-береһе менән аралашҡан. Мәҫәлән, Ноғман Мусин Сабир Шәриповҡа, Әмир Әминевкә, Таңсулпан Ғариповаға асыҡ хат яҙып, гәзиттә баҫтыра. Унда төплө кәңәштәрен дә әйтә. Был да быуындар бәйләнешенең бер сағылышы бит, һис һүҙһеҙ.
Форумдың төп һорауҙарының береһе – башҡорт әҙәбиәте. Уға ҡағылышлы мәсьәләләр ошо йыйын барышында күтәрелде икән, башҡа милли әҙәбиәттәргә лә типологик һорауҙарға яуаптар табырға булышлыҡ итә, тигән һүҙ.
– Быуындар бәйләнеше, тигәс, һүҙ үҙенән-үҙе кесе быуынға барып тоташа. Форумда балалар, үҫмерҙәрҙе милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡтырыу буйынса ла фекер алышыу булыр, моғайын?

– Алда әйтелгәнсә, балалар майҙаны буласаҡ, әлбиттә. Республикала балалар матбуғаты, “Тамыр” студияһы уңышлы эшләп килә, шөкөр. Быйылдан тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға өҫтәлә: Башҡорт дәүләт педагогия университетында балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн башҡорт төркөмө асыла. Был – телде һаҡлау буйынса мөһим аҙым, тип һанайым.
Ни өсөн балалар “Маша менән айыу” йәнһүрәтен ҡарай, ә башҡортса шундай әйберҙәр юҡ? Бындай эште башҡарып сығырлыҡ ижади көстәребеҙ юҡ түгел, бар, әлбиттә. Ошондайыраҡ юҫыҡта ла йәнле кәңәшләшеү булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Әҙәбиәт өлкәһендә башҡарылған эштәр бар, әммә алда торғандары тағы ла күберәк, өҫтәүенә, балалар әҙәбиәте тармағында.
– Форумда һөйләшеү – бер, уның аныҡ һөҙөмтәләре лә булыр, тип ышанғы килә, шулай бит?

– Әлбиттә. Һөйләшеү бөтәһе өсөн дә уңышлы булһын, ижади потенциалды тулыраҡ файҙаланырға мөмкинлек бирһен, талантлы, өмөтлө йәштәр менән артабан эшләрлек нигеҙ һалынһын, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булһын, тип ынтылабыҙ. Форум үткәс, әйтәйек, бер йыл эсендә ҡайһылыр өлкәлә үҙгәреш күҙәтелмәй икән, тимәк, иң беренсе үҙебеҙгә һорау бирергә ҡала: ә ни өсөн килеп сыҡманы, ҡайһы ерҙә нимә күҙ уңынан ысҡынды?
Форум эшен мин иң беренсе ыңғай һөйләшеү, мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса уртаҡ ынтылыш итеп күҙаллайым. Бер-береңә ниндәйҙер бысраҡ өйөү, йөҙ йыртыу, ғәйеп ташлау түгел, ә артабан бергә-бергә алға табан барыр, әҙәбиәтте ҡайтанан кешеләргә яҡынайтыр өсөн тырышыу. Ғәҙел һүҙ әйтеү. Беҙгә тырым-тырағай таралып, айырымланып йөрөргә түгел, ә берҙәм булырға һәм милли әҙәбиәтебеҙҙе заман ҡуйған ауырлыҡтарға бирештермәй, киреһенсә, осор биргән башҡа мөмкинлектәрҙе киң файҙаланып, артабан үҫтерер, башҡорт әҙәбиәтен киң йүнәлешкә алып сығыр өсөн уртаҡ көс, тырышлыҡ һалырға кәрәк.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Зәки Арыҫлан улы. Уңышлы эш теләйбеҙ!

Читайте нас