Башҡортостан рәссамдар төйәгенә әүерелде

“Рус Атлантидаһы” халыҡ-ара пленэры башланды.

Башҡортостанда “Рус Атлантидаһы” халыҡ-ара пленэры башланды.
Был проект Рәсәйҙең, Яҡын Көнсығыштың, Прибалтика илдәренең һәм Европаның рәссамдарын бергә тупланы.
Пленэрҙа билдәле һынлы сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Ул Федоровка районы Дедово ауылындағы Покрово-Эннат монастырендә уҙғарыла, әммә ҡатнашыусылар Башҡортостандың төрлө райондарына сәйәхәт итә, натура эҙләй.
Ошо көндәрҙә “Рус Антлантидаһы” халыҡ-ара пленэр сиктәрендә ҡатнашыусылар Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылындағы Республика коррекцион мәктәп-интернатында булды. Рәссамдар уҡыусыларҙың робототехника, сигеү, ағаста яндырып эшләү, аппликация, һүрәт төшөрөү өлкәһендәге эштәре менән таныштылар, балалар менән аралаштылар.
Мәктәптән һуң рәссамдар Изге Тихоновский ҡорамы менән Шотт паркында ла булды. Паркта пленэр ҡатнашыусылары Ермолаево ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән йәш рәссамдар менән осрашты, улар менән Башҡортостандың иң матур парктарының береһендәге тәбиғәт күренештәрен этюд итеп ҡағыҙға ла төшөрҙө.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов “Рус Атлантидаһы” проектының төрлө яҡлы булыуын, мәҙәни, мәғрифәтселек миссияһын үтәүен билдәләп үтте.
“Ул Башҡортостандың бөтә көньяғын тиерлек ялмап алды. Рәссамдар беҙҙең гүзәл тәбиғәтте картиналарына яҙалар, сәнғәт мәктәбендәге балалар менән аралашалар, улар менән тәжрибә уртаҡлашалар.
Балаларға улар менән аралашыу бик мөһим, сөнки рәссамдар Рәсәйҙең төрлө ерҙәренән йыйылғандар. Ҡайһы берҙәре сит илдән дә килгәндәр.
Беҙҙең уҡыусыларға Шотт паркында улар менән шөғөлләнеү бик ҡыҙыҡ булды”, - тине ул.
“Рус Атлантидаһы” проектының авторы, Петров фән академияһы ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виталий Васильев Башҡортостанда рәссамдар өсөн ҡыҙыҡ натураларҙың күп булыуы тураһында һөйләне:
“Шуға күрә рәссамдар бында үҙҙәренең иң яҡшы картиналарын яҙалар. Был беҙгә этәргес булып тора.
Беҙгә коррекцион мәктәптәге осрашыу көслө тәьҫир итте. Хис-тойғолар күмеп килә. Үҙ эшенә мөккибән киткән кешеләр менән осрашыуыма шатмын”.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас