Өфө бөгөн ҙур бүләк алды!

"Экспонаттар шул тиклем матур итеп ҡуйылған. Мәғлүмәт аңлайышлы, структуралап бирелгән, һәр залдың үҙ исеме бар".

“Бөгөн республикабыҙ бик ҙур бүләк алды: Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейы асылды”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлиә Әхмәҙуллина.
Ул - Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү ойошмаһының коммуникациялар департаменты етәксеһе, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының инфраструктура һәм биләмәләр үҫеше, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы рәйесе - әйтеүенсә, музейҙың оло һөйөү менән эшләнгәнлеге тупһаһынан үткәндә үк күренеп тора.
"Экспонаттар бик сифатлы итеп йыйылған, шул тиклем матур итеп эшләнгән. Мәғлүмәт аңлайышлы, структуралап бирелгән, һәр залдың үҙ исеме бар. Мәҫәлән, Валериан Альбановтың ғүмеренә арналған, башҡорт ҡотопсоларына бағышланғандары бар. Каюта залы концепцияһы бик оҡшаны, бында төрлө саралар үткәрергә була", – тине Әлиә Әхмәҙуллина.
Уның фекеренсә, музейҙың мәҙәниәт мираҫы бинаһында урынлашыуы ла Өфө өсөн яҡшы. Тарихи биналарҙы һаҡлау үтә мөһим. Уларҙа мәҙәни объекттарҙы урынлаштырыу - ыңғай тренд.
"Был музейҙың Милли музей филиалы булыуы ла һәйбәт. Улар мәктәптәргә, уҡыу йорттарына күсмә экспозициялар эшләргә йыйына. Был йәштәргә, уҡыусыларға мәҙәни-белем биреү өсөн дә бик яҡшы", – тине Әлиә Әхмәҙуллина.
Фото: шәхси архивтан.
Читайте нас