Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә бик мөһим сара булды – Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейы асылды. Унан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашып, был турала фекерҙәрен белдерҙе.
"Музейҙы булдырыу идеяһы электән бар ине, бер нисә тиҫтә йыл тиһәң дә, хата булмаҫ. Вениамин Кавериндың “Ике капитан” китабында һәм фильмда сағылыш тапҡан штурман Альбановтың яҙмышы борсой ине. Энтузиастар белә: ул – беҙҙең яҡташыбыҙ. Кавериндың китабы 1945 йылда уҡ яҙылған, шул ваҡыттан алып уның яҙмышына иғтибар булды. Ҙур ролде бында Михаил Чванов һәм 2010 йылда поляр экспедицияһына сығып, элекке сәфәр ҡалдыҡтарын тапҡан кешеләр уйнаны. Шуға күрә мөрәжәғәттәр күп ине. Минең өҫтәлдә 2019 йылдың мартында бирелгән мөрәжәғәт ята, уға билдәле ҡотопсолар ҡул ҡуйған. Улар яҡташыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе һәм музей асыуҙы һораны. Яҡташыбыҙ - ғәжәйеп кеше, яҙмышы күптәргә өлгө булырлыҡ. Патриотизм һәм ҡаһарманлыҡ үрнәге ул. Музейҙы малайҙар килеп ҡарар, бәғзеләре киләсәктә полярсы булып китер тип ышанам", – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы белдереүенсә, әҙерлек саралары тиҙ үткән, һөҙөмтәлә Валериан Альбановтың тыуған көнөндә, 26 майҙа, өр-яңы музей асылды. Был әле эштең башы ғына. Хәҙер уны экспонаттар, артефакттар менән тулыландырырға, кешеләрҙе йәлеп итергә кәрәк.
Хәбәрселәр Радий Фәрит улынан йәштәргә, уҡыусыларға тарихыбыҙ тураһында Валериан Альбанов һәм Арктиканы яулаған башҡалар аша һөйләүҙең әһәмиәте тураһында һораны.
– Шуны аңларға кәрәк: Арктика – тимәк, һәр ваҡыт ауыр, ҡот осҡос температура, боҙ, аҙыҡ булмауы һәм башҡалар. Тик шул уҡ ваҡытта ул һәр саҡ романтикаға ла сорналған төбәк булды. Йәштәрҙе был ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Романтизм, шул иҫәнтән Ватанға хеҙмәт итеү менән дә бәйле. Арктиканы үҙләштерергә теләгән өсөн генә бармайҙар, был ҙур дәүләт бурысы ла. Был - оло ҡаһарманлыҡ! Валериан Альбановтың экспедицияһындағылар ҡот осҡос һыуыҡта боҙҙар аша 400 километр үтә, был, әлбиттә, йәштәрҙе йәлеп итәсәк өлгө. Шулай уҡ музейҙар аша беҙ, Арктикала Рәсәй булды, бар һәм буласаҡ, тип белдерәбеҙ. Тарихыбыҙҙы, уға өлөш индергән кешеләрҙе хәтерләйбеҙ. Уларҙы оноторға ярамай, музейҙың мәғәнәһе ошонда, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбировтан тағы бер яҡташыбыҙ – Федор Шаляпин хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү идеяһы тураһында һоранылар.
– Беҙҙең Өфө һәм республика - бик күп ҡыҙыҡлы, сағыу кешеләрҙе үҫтергән төбәк. Тик музейҙар йәһәтенән артта ҡала инек. Әле уларҙы булдырыу, ошо нигеҙҙә билдәле яҡташтарыбыҙ хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү стратегияһы бар, – тине Радий Фәрит улы. – Әле ошо урында музей урамы барлыҡҡа килә. Бында Нестерев исемендәге музей бар, Альбановтыҡы асылды. Өҫтәүенә тағы ике бина бар. Ошо йәһәттән коллегалар менән кәңәшләшеп, берҙәм ҡарарға килдек: бында билдәле кеше, оҙаҡ йылдар Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән ижадсыға асыласаҡ. Ул - Федор Шаляпин. Тимәк, Өфөләр оҙаҡламай яңы музей асыласаҡ, артабан тағы ҡарарбыҙ!
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.