Бөгөн Өфөлә яҙыусылар форумы эш башлай

“ХХI быуат яҙыусыһы” тип аталған форумға Рәсәй төбәктәренән әҙәби ижад өлкәһендә билдәлелек яулаған оҫталар килеүе лә көтөлә.

Өфөнөң “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына төбәк-ара яҙыусылар форумында ҡатнашырға килгән яҙыусы, шағир, драматург, әҙәби тәржемәселәр, ғөмүмән, үҙен әҙәбиәт донъяһына бағышлаған, ошо өлкәлә тырышып хеҙмәт иткән ижадсылар йыйыла.
“ХХI быуат яҙыусыһы” тип аталған форумға Рәсәй төбәктәренән әҙәби ижад өлкәһендә билдәлелек яулаған оҫталар килеүе лә көтөлә. Бында төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу майҙандары эшләйәсәк: тәржемә эшмәкәрлеге, әҙәби тәнҡит, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте, драматургия, нәшер итеү эше, заманса һанлы мөхиттә китаптарҙы билдәлерәк итеү.
Форумдың беренсе көнөндә уны тантаналы асыу, оҫталыҡ дәрестәренән тыш, әҙәби-музыкаль кисә лә ҡаралған. Шулай уҡ ҡатнашыусылар “Шағир көндәлеге” фильмын төшөрөү барышы менән дә таныша аласаҡ.
Иртәгәһе көн дә ваҡиғаларға бай булмаҡсы: әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр республика Башлығы Радий Хәбиров менән осраша, ижад өлкәһенә ҡағылған төрлө темаларға фекер алыша, аҙаҡтан инде дәүләт наградалары тапшырыла.
Форумда ҡатнашыусыларға емешле эш, илһам теләйбеҙ.
Фото: Башинформ.
Читайте нас