Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡта - Урал аръяғы китапханасылары форумы

Китапханалар көнө уңайынан кисә Баймаҡ ҡалаһында эшлекле форум үтте.

Кисә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Урал аръяғы райондары китапханасыларының форумы үтте.
“Китап уҡыуҙы пропагандалау: Урал аръяғы муниципаль китапханаларының идеялары һәм эш тәжрибәләре” тип аталған был сарала Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла райондарының, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының китапханасылары ҡатнашты. БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин сәләмләп, барыһын да етеп килгән һөнәри байрам менән тәбрикләне, форумдың эшендә уңыштар теләне. Милли китапхананың ғилми-методик бүлеге баш китапханасыһы Айгөл Ханнанова китап уҡыуҙы күтәреү буйынса республика китапханаларының алдынғы тәжрибәләре менән таныштырҙы. Форумда Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Йыһаншина ла ҡатнашып, йыйындың эштәрендә уңыштар теләне.
Артабан Урал аръяғы райондары китапханалары етәкселәре һәм вәкилдәре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, презентация күрһәтте. Китап уҡыуҙы пропагандалауҙа һәр береһенең үҙенсәлекле алымдары барлығы асыҡланды. "Түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙән һуң форумда ҡатнашыусылар урындағы үҙәк китапхана менән танышып сыҡты, артабан Бикеш ауылы китапханаһы янындағы ҡурсаҡ театрын ҡараны, Икенсе Этҡол ауылында “Урал батыр” эпосы эҙҙәренән үтте.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина белдереүенсә, форум бик эшлекле шарттарҙа үткән. Бындай осрашыуҙар бик кәрәк, китапханасылар үҙ-ара фекерләште, аралашты һәм үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты, ти.
Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һәр саҡ рух һаҡсылары, матбуғат дуҫтары булып ҡалығыҙ!
Фото: Сәлимә Байгилдина фотоһы.
Читайте нас: