Өфөлә "ХХI быуат яҙыусыһы" төбәк-ара форумы башланды

Сараға Башҡортостандан, унан ситтәге төбәктәрҙән Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзалары - ҡәләм әһелдәре йыйылды.

Сараға Башҡортостандан, унан ситтәге төбәктәрҙән Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзалары - яҙыусылар, шағирҙар, драматургтар, публицистар, ғөмүмән алғанда, ҡәләм әһелдәре йыйылды.
"ХХI быуат яҙыусыһы" форумын асыу тантанаһында яҙыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев сәләмләне.
"Был форумдың әҙәбиәт, мәҙәниәт донъяһында әһәмиәтле ваҡиға булып уйылып ҡалыуына иманым камил. Сара ҡоро йыйылышыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын, унда мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙәр ҙә булырға тейеш. Форум хәҙерге заман әҙәбиәтендәге проблемаларҙы хәл итер тип ышанғы килә", - тине Азат Бадранов үҙ сығышында.
Эльвира Айытҡолова ижадсыларҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сәләмләне.
"Башҡорттар борондан сәсәндәр фекеренә таянып йәшәгән. Яҙыусылар йәмғиәт тормошонда ҙур роль уйнай, улар замананан алда бара. Был форум башҡаларға күҙ ташлау, үҙеңде күрһәтер өсөн шәп майҙансыҡ булып тора. Әйтер һүҙегеҙ бар икән, уны бында мотлаҡ әйтеп ҡалыр кәрәк. Һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап алырға тейеш. Яҙыусы - ул ҙур шәхес. Беҙҙең бурысыбыҙ, маҡсатыбыҙ - республикабыҙҙың, илебеҙҙең үҫешенә оло өлөш индереү, балаларыбыҙға рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау кәрәклеген еткерә белеү", - тине ул.
Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ сығышында бөгөн Интернет селтәрендә киң таралған хайп күренеше хаҡында ла телгә алды, үҙебеҙҙе көслө яҡтан күрһәтеү мөһимлеген билдәләне.
Тантанала башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән бер төркөм әҙиптәргә Башҡортостан Башлығының, Башҡортостан Хөкүмәтенең, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары, "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалдары тапшырылды.
Артабан форум ҡатнашыусылары оҫталыҡ дәрестәренә таралды. "ХХI быуат яҙыусылары" форумы, исеменән үк билдәләнеп тороуынса, яҙыусының замана шарттарында ижад итеүенә иғтибар бүлә. Бөгөнгө көн оҫталыҡ дәрестәре лә ошо юҫыҡта: кемдер "Замана һанлаштырыу мөхитендә китаптарҙы таратыу" йүнәлеше буйынса Мәскәүҙәге "ЛитРес" ойошмаһы менеджеры Полина Воронинаның, кемдер "Нәшриәт эшенең трендтары һәм тенденциялары" секцияһында шулай уҡ Мәскәүҙән килгән "Вече" баҫмаһының баш мөхәррир урынбаҫары Виктор Ильин лекцияларын тыңлай, кемдер "Әҙәби тәнҡит" бүлегендә ошо өлкәләге белемен камиллаштыра.
Бындағы спикер - Новосибирск ҡалаһы ҡунағы, тәнҡитсе, яҙыусы Михаил Хлебников.
Яҙыусылар форумы бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһына яңы ағзалар алыу, уларға танытмалар тапшырыу менән тамамлана.
Ҡатнашыусыларҙы иртәгә лә бай программа көтә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас