“Башҡорттарға өйрәтәмен башҡортлоҡто”

“Аҡбуҙат” эргәһендә яҙыусыларҙы тупланы...

Быйыл яҙ Факиһа апайҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ. Замандаштарына, заманына үҙ һүҙен әйтеп киткән олуғ әҙипте – Башҡортостандың халыҡ шағирын, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреатын. Ул оҙаҡ йылдар быуындары һыҙлап ауырыны.


Рух көсө, ире Мансур ағайҙың хәстәрлекле мөнәсәбәте менән бирешмәҫкә тырышты, Аллаһ Тәғәлә бүләк итеп биргән ғүмерҙең һәр көнөн ҡәҙер итеп йәшәне.


Әммә сир аяуһыҙ – бар һаулығын башҡорт матбуғаты, башҡорт әҙәбиәте өсөн биргән шағирәне беҙҙең аранан тартып алды. Уға саҡ 71 йәш тулып уҙғайны. Уның менән хушлашыу башҡорт халҡы, Башҡортостан өсөн ҙур юғалтыу булды.


Мин уның хаҡында оҙаҡ һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй алам, сөнки Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндән алып беҙ тығыҙ аралашып киттек. Уға тиклем ижады аша Факиһа Туғыҙбаева атлы әҙибәне яҡшы белә инем. Ә инде яҡташ икәнде белгәс, ул үҙе мине яҡын итте, саҡырып алып, балалар баҫмаһына төрлө хикәйәләр, шиғырҙар яҙырға әйҙәне. “Беҙ икебеҙ ҙә Асылыкүл ҡыҙҙары инде” тиер ине, сөнки башҡорт диңгеҙенең теге яғында – уның Ҡаңны-Төркәйе, был яҡ яр буйҙарында – минең Мәкәш.


Факиһа Туғыҙбаева ижады тураһында фекер йөрөткәндә, иң тәүҙә, милли шағирә булыуына баҫым яһарға кәрәк, минеңсә. Уның шиғриәте, яҙғандары – тап башҡорт халҡының асылын сағылдырған яҙмалар, милли тарихыбыҙҙы тергеҙгән рухи дастан. Уның шиғриәте бик күп телдәргә тәржемә ителгән. Минеңсә, улар аша теләһә ҡайһы милләт уҡыусыһы, әҙәбиәт һөйөүсе башҡорт халҡының донъяға ҡарашын тотоп аласаҡ. Уның шиғырҙары, поэмалары, дастандары башҡорт шиғриәтен яңы эстетик кимәлгә күтәрҙе. Уларҙа әҙибә үҙен милләттең бер вариҫы итеп күрһәтеп, ошо замандағы милләттәшенә быуаттар төпкөлөнән, әйтерһең, йөрәк һүҙен әйтә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ул, Башҡортостандың төпкөл ауылдарына барып, яғылмаған клубтарҙа, йылытылмаған биналарҙа сығыш яһап, милләтебеҙҙең ҡеүәте, тарихы хаҡында ялҡынланып һөйләне, “Башҡорттарға башҡортлоҡто аңлатты”.


Әле бит күптәр тарих белә, интернет аша мәғлүмәт ала, һәр хәлдә бөгөн донъя башҡорт милләтен таный, ә теге йылдарҙа башҡорттоң үҙендә милләтенә ҡарата ихтирам, һөйөү уятырға кәрәк булған. Бигерәк тә йәштәрҙә. Ҡеүәтле замандаштары менән бергә улар, милләт яҙмышын ҡулға алып, милли үҙаңды уятыуға өлгәшкән. 90-сы йылдар – ул минең йәш сағым. Радио, телевидение аша ялҡынлы сығыштар, ваҡытлы матбуғаттағы башҡорт тарихы хаҡындағы яҙмалар күптәрҙең арҡаларын төҙәйтеп ебәрҙе, тамырҙарға ҡайтарҙы.


Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, ул – “Аҡбуҙат” балалар журналын ойоштороусы. “Ағиҙел” журналы эсендә сығып килгән махсус сығарылыштан кескәйҙәр өсөн айырым баҫма нәшер итеү һис еңелдән булмаған. Ҡағыҙ юҡ, бина түгел, хатта кабинет юҡ, уның ҡарауы башҡорт балаһына һөйөү һәм уның өсөн тәғәйенләнгән әйтәһе һүҙ бар! Бына нисек башланып киткән ул журнал.


Замандаш милләттәшеңде тәрбиәләүҙе тап балаларҙан башларға кәрәклекте ул бик яҡшы аңлаған. Республиканы бар иткән, был ерлектә дәүләтселекте булдырған халыҡтың вәкиле бит ул – кескәй башҡорт! Кемдер, балалар баҫмаһы нимә инде ул, тиер? Илап, мыжып, имгәкләп йөрөп ятамы шунда бала, йөрөп ята. Бала беҙҙең киләсәгебеҙ түгел шул ул, ул – беҙҙең бөгөнгөбөҙ. Кескәй башҡорт – ошо дәүләтте күтәреп алып китә торған бала. Уны дөрөҫ тәрбиәләү, күңеленә шытымлы орлоҡтар һалыу – өлкәндәрҙең бурысы. Факиһа Һаҙый ҡыҙы, бына ошоларҙы тәрән аңлап, артабан бар ғүмерен балалар матбуғатына, балалар әҙәбиәтенә арнаны. Заманында баҫманың тиражы 22 мең данаға еткән. Ә бөгөн ошоно эшләргә беҙҙең ҡулдан килмәйме ни, милләттәштәр? “Аҡбуҙат” һәр баланың өҫтәл китабына әүерелергә тейеш.


Факиһа Туғыҙбаева, “Аҡбуҙат” эргәһендә яҙыусыларҙы туплап, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеү эшен ойоштора. Бөгөнгө бик күп билдәле балалар яҙыусылары – тап ошо баҫма эргәһендә ҡанат нығытҡан әҙиптәр. Бында башҡорт балалар әҙәбиәтенең яңы кимәле тураһында әйтергә кәрәк. Ул кескәйҙәр өсөн махсус әҫәр яҙыу эшен ойоштора. Башҡортостан Яҙыусылар союзы эргәһендә балалар әҙәбиәте секцияһы яңы һулыш алып, йәнләнеп эшләй башлай. Башҡорт балалар матбуғатында тап кескәйҙәр өсөн журнал булдырып, Факиһа апай журналистиканың ошо тармағын үҫтереп ебәрҙе, ҙур өлөш индерҙе.


Баш мөхәррир булараҡ, ул баҫма эргәһендә иң шәп рәссамдарҙы ла тупланы. Әйткәндәй, әле лә журнал уларҙың ижади эштәре менән сыға: Майя Ҡәйүмова, Азамат Ғарипов, Сулпан Билалова, Артур Василов кеүек республикала ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә танылған рәссамдар балалар өсөн бар күңелен биреп эшләй. Журналдың етәксеһе булараҡ та, журналист булараҡ та, Факиһа Һаҙый ҡыҙы балалар матбуғатын киң даирәгә сығарыу өсөн ҙур эш алып барҙы.


Бөгөн шуға инанғанмын: “Аҡбуҙат” – Башҡортостандың төп баҫмаһы. Ул балалар күңеленә милли орлоҡ һала, йолаларыбыҙ рухында сәнғәти зауыҡ тәрбиәләй. Факиһа Туғыҙбаева ошо баҫмала егерме йыл баш мөхәррир булған. Тимәк, тотош бер быуын үҫеп сыҡҡан тигән һүҙ. Әгәр бөгөнгө урта быуындан кемдер үҙендә милли тойғолары барлығын тоя икән, миңә ҡалһа, улар барыһы ла ҡасандыр ҡулына “Аҡбуҙат” журналын алып уҡыған. Бөйөк башҡорт эпосындағы Аҡбуҙат ана шулай Факиһа апайҙың тырышлығы, сәме менән Башҡортостандағы һәр йортҡа, һәр башҡорт йортона ингән!


Ә бынан тыш ул шағир ҡәләмен дә ташламаны, заман­даштары тураһында мәҡәләләр ҙә ижад итте. Бына шундай киң тармаҡлы ижад донъя­һында йәшәне ул. Кеше бу­лараҡ та ул бик асыҡ, ярҙам­сыл булды. Алда әйткәнемсә, уның фатихаһы менән бик күптәр әҙәбиәткә, журналис­тикаға килде. Ул замандаштарына үҙҙәрен ижадта табыуға булышлыҡ итте. Ә ниндәй аҡыллы, юғары мәҙәниәтле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе улар Мансур ағай менән! Һүҙем балалар яҙыусыһы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Күскилдина хаҡында. Зөлфиә, ысын мәғәнәһендә, рухы, асылы менән Факиһа апайҙың юлын дауам итә.


Факиһа тигән исем аҡыл һәм фатиха тигәнде аңлата. Үҙенең шиғри йыйынтыҡтарының береһен Факиһа Туғыҙбаева “Фатихамды бирәм” тип атағайны. Беҙгә уның шағирә, журналист һәм ойоштороусы булараҡ һүҙҙәренә тоғро ҡалып, бала­ла­рыбыҙҙы халҡыбыҙ йолаларында тәрбиәләргә, Ватаныбыҙ илһөйәр­ҙәрен тәрбиәләргә яҙһын! Уның башлаған юлына тоғро ҡалыу – ҙур яуаплылыҡ!



Читайте нас