Евразия китапханаһы төҙөләсәк

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров “XXI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара форумында белдерҙе.

Баш ҡаланың 450 йыллығына Өфөлә ҙур Евразия китапханаһы төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров “XXI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара форумында белдерҙе.
"Ул техник йыһазландырыу йәһәтенән замандың бар алдынғы талаптарына яуап бирәсәк, авторҙарҙың уҡыусылар менән осраша, аралаша торған, белем биреү-мәғлүмәт үҙәгенә әүереләсәк. Уны әлеге ваҡытта буш торған Республика йорто һәм ветерандар госпитале араһындағы майҙанға урынлаштырасаҡбыҙ. Уның бинаһын башҡорт тирмәһе кеүек күҙаллайбыҙ. Өфөгә ингән урындан, күперҙән дә был китапхана күркәм булып күренәсәк. Проектты киләһе йыл эшләй башлаясаҡбыҙ", - тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров республикала үҙ эсенә 1,5 мең китапхананы алған, Рәсәйҙә иң эренән һаналған селтәрҙе артабан үҫтерәсәктәрен билдәләне. Әйтеүенсә, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ул модернизациялана, 315 моделле китапхана асылған, бының өсөн республика һәм федераль ҡаҙналарҙан 50 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.
Күптән түгел Дүртөйлө районының Әсән ауылы китапханаһынан уҡыусыларҙың Халыҡ-ара йыһан станцияһындағы космонавтар менән бәйләнешкә сыҡҡаны мәғлүм. Төбәк етәксеһе фекеренсә, китапханаларҙы тап ошондай төрлө осрашыуҙар өсөн ҡулланыу мөһим.
Унан тыш, күптән түгел Рәсәйҙә “Яңы белем” марафоны үтте, унда төрлө төбәктәрҙән фән һәм иҡтисад өлкәһендә эшләгән 150-нән ашыу спикер ҡатнашты.
– Башҡортостанда ла беҙҙе киләсәктә нимә көткәнен һәм тарихты нисек һаҡларға икәнлекте һөйләй алған кешеләр бар. Йәмғиәттә белем абруйын үҫтереү мөһим. Сентябрҙә республикала ла Белем марафоны үткәрергә саҡырам, был яҙыусылар менән осрашыуҙарға ла старт бирәсәк, - тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас