Тыуған илен, халҡын һөйгән, уларҙың ирке өсөн йәнен фиҙа ҡылған мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич, Ватаныбыҙҙы күккә сөйөп маҡтап, шиғырында:
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр”, – тип яҙған.
Ысынлап та, Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы төбәген алһаҡ та, ер аҫты байлығы менән дә, унда йәшәгән эшсән, ҡыйыу, тырыш халҡы менән дә ғорурлана алабыҙ. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Учалы районы – шундай төбәктәрҙең береһе. Унда халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, фәненә, мәғарифына хеҙмәт иткән байтаҡ шәхес тыуған. Шуларҙың береһе – дәүләт һәм хәрби эштәре менән танылыу яулаған легендар комбриг Муса Мортазин.
Муса Лут улы Мортазин хәҙерге Учалы районының нисәнселер быуын Көсөк бабаһының исемен йөрөткән ауылында 1891 йылдың 20 декабрендә ярлы ғаиләлә тыуа. Үҙе әйтеп үтеүенсә, уның Әмир исемле ҡустыһы ла була. Улар икәүләп шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә, көнкүреш шарттарын яҡшыртырға тырыша. Муса мөмкин тиклем тәрәнерәк белем алыуға ла көс һала, батша армияһында хеҙмәттә лә була.
1917 йылғы революциянан һуң ғына ул ижтимағи-сәйәси эштәрҙә әүҙем ҡатнаша башлай. Һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында киң танылыу яулай, абруй ҡаҙана.
Үҙгәртеп ҡороу башланғандан һуң 1937 йылда нахаҡҡа репрессияланған М. Мортазин тураһында байтаҡ ҡына мәҡәлә, очерктар донъя күрҙе. Быйыл ошо йүнәлештә оло ваҡиға була. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте билдәле журналист, филология фәндәре кандидаты, яҙыусы, Муса Мортазин исемендәге һәм башҡа премиялар лауреаты, уның яҡташы Рәүеф Шаһиев әҙерләгән “Халыҡ улы Муса Мортазин” тигән китап нәшер итте.
Күләмле йыйынтыҡҡа Әхмәт Хисмәтуллин, Ғәзим Шафиҡов, Рәүеф Насиров, Салауат Хәмиҙуллин, Рамаҙан Өмөтбаев, Дәүләт Мәһәҙиев, Мәүлит Ямалетдинов, Рәшит Шәкүр, Вил Ғүмәров, Азат Ярмуллин кеүек билдәле публицист, журналист һәм ғалимдарҙың яҙмалары ингән. Мәҡәләләрҙең күбеһе Муса Мортазинға һәм ғаиләһенә, замандаштарына арналған. Ҡайһы берәүҙәре башҡорт ғәскәрҙәренең Граждандар һуғышы йылдарындағы ваҡиғаларҙа ҡатнашыуы тураһында.
Инеш һүҙендә йыйынтыҡтың авторы, төҙөүсеһе Р. Шаһиев был китапты “Муса Мортазин” энциклопедияһы рәүешендә төҙөргә теләүен билдәләй. Китапҡа ике йөҙҙән ашыу мәҡәлә индерелгән. Һирәк баҫмаларҙан алынған мәғлүмәттәр ҙә байтаҡ. Йыйынтыҡта Граждандар һуғышының төрлө фронттарында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең иҫтәлектәре, күреп белгәндәрен аңлатҡан замандаштарының мәҡәләләре урын алған. Ғөмүмән, улар Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Муса Мортазиндың тормошон, башҡорт ғәскәрҙәренең тарихын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында “Йәшлек” гәзитендә язаға тарттырылыуға ярты сәғәт алдан төшкән Муса Мортазиндың фотографияһы күптәрҙе тетрәндергәйне. Был китапта шул фото тураһында публицист Ғәзим Шафиҡов тарафынан яҙылған шиғыр баҫылған.
Китапта шулай уҡ бик күп һирәк осраған фотодокументтар бирелә. Батыр тураһында яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр ҙә бар. Әлбиттә, Муса Мортазиндың тыуған ауылындағы йорт-музейы, Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм башҡа ойошмаларҙың материалдары ҡулланылған.
Комбриг Муса Мортазиндың үҙенең дә яҙыу эштәренә һәләте була. Уның был маһирлығын китаптары, очерктары, мәҡәләләре асыҡ дәлилләй. Ул “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында”, “Башҡортостан тауҙарында”, “Ҡыҙыл Башҡортостанда” тигән повестары менән дә билдәле.
Китапта Муса Мортазин, уның заманындағы башҡорт ғәскәрҙәренең эшмәкәрлеген, тормош юлын өйрәнергә теләүселәр өсөн бай материал тупланған.