Минең алда – “Башҡорт ырыуҙары тарихы. Ҡыпсаҡ” тип исемләнгән өс томлыҡ бик ҡалын китап. Уны Башҡорт дәүләт университеты Тарих һәм дәүләт идараһы институтының “Башҡорт халҡының тарихы” ғилми-мәғариф үҙәге, “Шәжәрә” Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге 2019 йылда нәшерләп сығарған. Китаптың ижадсылары – С.И. Хәмиҙуллин, Б.А. Аҙнабаев, И.Р. Сәйетбатталов, И.З. Солтанморатов, Р.Р. Шәйехов, Р.Р. Аҫылғужин, В.Г. Волков, А.А. Кәримов, А.М. Зәйнуллин, В.Р. Байгилдин. Яуаплы мөхәррире – С.И. Хәмиҙуллин, сығарылыш өсөн З.А. Килдеғошова яуаплы, мөхәррире – Ф.Г. Ғарипов, дизайнеры – Р.Ш. Әбдиев.
Һәр кем үҙенең кемлеген белһен
Китапты халыҡ иғтибарына еткергән был кешеләрҙең һәр береһен атап сығыуҙың үҙ мәғәнәһе бар. Уларҙың һәммәһе лә әле әйткән өс томды ғына түгел, “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһына ҡараған 40-тан ашыу томды донъяға бүләк итте. Шуның өсөн һәммәһенә мең-мең рәхмәт һәм улар исемдәре матбуғат биттәрендә телгә алыныуға ғына түгел, дәүләт бүләктәренә лә лайыҡлы.
Баҫманың һәр томы өс хәҙис менән асыла. Шуларҙың береһе Имам әл-Бохариҙың васыятнамәһенән: “Үҙенең атаһын белә тороп та, бүтәнде атайым тип атаусы, һис шикһеҙ, кафырлыҡ ҡыла; үҙ халҡын һанламайынса, мин икенсе халыҡтыҡымын, тиеүсе тамуҡта тәғәйен урынын аласаҡ”. Бынан да аяуһыҙыраҡ хөкөмдөң булыуы мөмкинме? Тимәк, кеше үҙенең кемлеген аңларға һәм үҙен донъяға бар итеүселәргә рәхмәтле була белергә тейеш.
Ҡырҡтан ашыу томдың төп мәғәнәһе һәм маҡсаты ла ошо: һәр кем үҙенең кемлеген белһен һәм Аллаһ Тәғәлә алдында, үҙен тыуҙырған атай-әсәйе, уларҙың атай-әсәйҙәре алдында ҡылған изге эштәрен күрһәтеп, үҙенең уларға тоғро вариҫ икәнлеген раҫлай алһын. Бының өсөн китапта күп йөҙ йылдар буйы башҡорт илендә йәшәгән һәр кешенең тарихын бәйән иткән ҙур ғилми эҙләнеүҙәр йыйылған. Был ғына аҙ һымаҡ тойолһа, һәр кешенең ҡайһы ырыуға ҡарағанлығы, һуңғы бер нисә быуат буйына тамырҙары ҡайҙа, нисек, кем булып көн күргәнлегенә тиклем тәфсирләп мәғлүмәт бирелә.
“Ҡыпсаҡ ырыуҙары тураһында беренсе мәғлүмәттәр яңы эраның* башына ҡараған сығанаҡтарҙа күренә”, – тип яҙа китапҡа баш һүҙендә Салауат Хәмиҙуллин. Тора-бара улар көс-ҡеүәткә тулыша, үҙҙәренә яңы ерҙәр яуларлыҡ, бүтәндәрҙе яндарына ҡуша алырлыҡ кимәлгә күтәрелә. Хатта тарих биттәрендә Дәшти Ҡыпсаҡ тип аталмыш дәүләт төҙөй алырлыҡ дәрәжәгә етә.
Йән эйәһенең һәммәһе лә ергә тыуа, балалыҡ осорон кисерә, үҫмер сағында быуынға ултыра, тейешле йәшкә еткәс, үҙ донъяһын ҡора, вариҫтар тыуҙырып үҫтерә һәм баҡыйлыҡҡа күсә. Был хәл себен-серәкәйҙән башлап аңдың юғары кимәленә күтәрелә алған кешегә һәм ул ҡорған эреле-ваҡлы йәмғиәткә, шул иҫәптән дәүләткә лә ҡағыла. Дәшти Ҡыпсаҡ меңдәрсә кешене берләштереп үҫә, арҡырыға-буйға ҙурая, Азиянан Европаға тиклем ҡанат һала. Шулай итеп, һәр яҡтан көсәйгән мәлен кисерә. Артабан ҡартлыҡ килә һәм дәүләт яйлап бәлтерәй башлай. Шул саҡ офоҡ ситендә яңы дәһшәтле көс – Сыңғыҙхан хакимиәте барлыҡҡа килә һәм кәрен юғалта барған Дәшти Ҡыпсаҡ тамам тарҡалыуға дусар була.
Тарихсы Әбулғази хан: “Ҡыпсаҡ ҡасты дүрт тарафҡа, береһе китте башҡортҡа”, – тип яҙа был турала. Бөгөнгө башҡорт халҡының ҙур ғына өлөшөн тәшкил иткән ҡыпсаҡ ырыуҙары башҡорт еренә ошо рәүешле килеп төпләнгән. Ҡыпсаҡтар йәшәгән майҙандарҙы картаға төшөрөп ҡараһаң, шына ишаратындай бер күренеш асылыр, сөнки ҡыпсаҡтар башҡортҡа ҡасыуын-ҡасҡан да ул, тик бында ла уларҙы ҡолас йәйеп көтөп тормағандар. Борон замандан башлап әлеге көнгә ҡәҙәр буш ятҡан, берәүгә лә кәрәкмәгән ер булмаған һәм буласағы ла юҡ. Ҡыпсаҡтар әле йәшәгән ерҙәрен йә һуғышып, йә һөйләшеп-килешеп алған.
Йән эйәһенең тыуғандан башлап үлгәнгә ҡәҙәр булған тәбиғәт ҡанунына буйһоноп, мәңге ҡыйралмаҫ кеүек тойолған Алтын Урҙа ла ХV-ХVI быуаттарҙа ҡоршауы һүтелә барған мискә хәленә керә. Тимер туғындары тутығып серей, һына, өҙөлә һәм имән ҡоршауҙар араһынан тәүҙә һарҡып ҡына, шунан шабырҙап эстәге мөғжизәле шыйыҡлыҡ аға ла аға. Оло империя ваҡ-ваҡ ханлыҡтарға бүленә, Төркиә үҙенсә, Үзбәк хан ерҙәре үҙенсә, Ҡырым үҙенсә, Себер менән Болғар, Ҡазан, Ноғай ханлыҡтары үҙенсә йәшәргә тырыша.
Йоҙроҡҡа көсөң етмәһә, бармаҡтарҙы берәмләп яҙып һындыр, тигән электән килгән әйтем бар. Тәүҙә Урҙаның Ҡытай тирәһендәге өлөшө, шунан Европалағы, унан Ҡазан тирәһе тарҡала. Боронғо башҡорт ерҙәре Алтын Урҙа ваҡытында Себер, Ҡазан, Ноғай, Ҡырым ханлыҡтары аҫтында ҡалған була. Башҡорттоң элек Тамтам тип аталған иле юҡҡа сыҡҡан, дүрт ханлыҡ аҫтында ҡалған һәм уның ярмыттары үҙе белгәнсә тормош ҡороп көн иткән була.
Шуларҙың бер өлөшө – көньяҡта ятҡан ерҙәрҙә ҡыпсаҡтар көн итә. Улар Бөрйән, Үҫәргән, Табын менән күршеләш йәшәй. Урыҫ батшалығы Ҡазан ханлығын ҡыйратҡас, быларҙың һәммәһе лә тәрән уйға ҡала: артабан нисек барыр был донъя? Төркиҙәрҙе еңеп булғанын төшөнгән урыҫ Ҡазан менән генә сикләнмәйәсәк бит инде. Нуғайҙар үҙҙәре өсөн ныҡлы ҡарар сығара: был тирәне ташлап, элек йәшәгән ергә (хәҙерге Ставрополь яҡтарына) кире ҡайтырға булалар. Башҡорттарҙы үҙенеке тип атаған дүрт ханлыҡтың икәүһе (Ҡазан менән Нуғай) юҡ булды. Береһе (Ҡырым) бынан бик йыраҡ. Ни бары Себер генә имен ҡала. Уныһына ла Ермак тигән бер башкиҫәр инеп, ҡан ҡалтыратып ала.
Бындай мәлдә ни эшләргә? Ошо һорауға беренсе булып Ҡазанға яҡын йәшәгән башҡорттар яуап таба: урыҫ мәмләкәте менән килешеү төҙөргә мөмкин. Башҡорттар урыҫ батшаһының бойондороғон ҡабул итә, ә теге шуның өсөн башҡорттарҙы ситтәрҙең баҫмасылығынан ҡотҡара, ер-һыуына, диненә, ғөрөф-ғәҙәтенә теймәй, башҡорттар шуның өсөн батшаға яһаҡ түләй, дәүләт сиген һаҡлай, яуҙарҙа урыҫ яҡлы булып һуғышырға тейеш була. Был өлгө байтаҡ бүтән ырыуҙарға ла оҡшай. Бөрйән, Үҫәргән, Табын менән Ҡыпсаҡ бер булып, урыҫ батшаһына бара: ғәли йәнәптәре, беҙҙе лә үҙ ҡанатың аҫтына ал. Шунан бирле Рәсәй эсендә көн итәбеҙ.
Минең ырыуымдың ике мең йылдан ашыуға һуҙылған тарихын ошо “Башҡорт ырыуҙары тарихы. Ҡыпсаҡ” китабы һөйләй. Башҡорт халҡының үткәненә арналған ғилми, фәнни-популяр хеҙмәттәр байтаҡ ул. Ләкин уларҙың һәр ырыуҙың, ырыу ғына түгел, һәр ара-түбәгә тиклем төпсөп, еренә еткереп, барыһын да бер урынға туплап бәйән иткәне юҡ ине. Шуға күрә “Башҡорт ырыуҙары тарихы”н яҙыусылар бығаса тиңе булмаған ғилми эш башҡарҙы, тиергә кәрәк. Дөрөҫ, күләм йәһәтенән үлсәгәндә, “Башҡорт халыҡ ижады” тупланмаһы бынан кәм түгел, хатта ҙурыраҡ. Әммә улар икеһе фәндең ике өлкәһендә – береһе ауыҙ-тел ижады өлкәһендә булһа, икенсеһе тарих фәнендә булды. “Башҡорт халыҡ ижады”н үҙебеҙҙең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты башҡарып сыҡты.
“Башҡорт ырыуҙары тарихы” томдары беренсе сиратта үҙенең кемлеген онота башлаған ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙҙең тарихи хәтерен яңыртыу өсөн сығарылды. Был маҡсатҡа өлгәшелде. Афарин, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар! Бигерәк тә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән бер булып, башҡорт ырыуҙарының боронғоһон һәм бөгөнгөһөн байҡау бик ҙур көскә һәм йоғонтоға эйә булды. Илгә ҡурҡыныс янаған саҡта, уның иң батыр улдары ҡулына ҡорал алған. Бөгөн ҡылысҡа үрелеүҙең хәжәте юҡ. Бөгөнгө ҡылыс – яҙма һәм телдән әйтелгән һүҙ. Аҡылығыҙ, белемегеҙ, һүҙҙе кәрәк саҡта ташты ярырлыҡ көс, энә күҙәүенән дә үткәрерлек мәргәнлек менән әйтә белеүегеҙ туң йөрәктәрҙе лә иретә.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ҡарата әйтер бер фекерем бар. Халыҡ тарихы буйынса әүҙем эшләгән ошо егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ғилми батырлығын танып, республикабыҙҙағы ғилми ҡаҙаныштар өсөн булдырылған премияға тәҡдим итһәгеҙ ине. Быға һеҙҙең хоҡуғығыҙ бар. Ирһеҙ – ырыу, ырыуһыҙ ил булмағанын һеҙҙән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.