Бөгөн Башҡортостанда ил кимәлендә әһәмиәтле сара үтте. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә Валериан Альбанов исемендәге полярниктар (ҡотопсолар) музейы асылды. Герой 1882 йылдың 26 майында, теүәл 139 йыл элек, Өфө ҡалаһында тыуған. Ошондағы ирҙәр гимназияһында уҡыған, аҙаҡ ғүмерен диңгеҙ һәм флот менән бәйләгән. Уның 1919 йылда фажиғәле һәләк булыуы билдәле.
1912 йылда Валериан Альбанов Георгий Брусиловтың экспедицияһында “Изге Анна” өс мачталы пар ярҙамында эшләнгән елкәнле шхунала беренсе тапҡыр Төньяҡ диңгеҙ юлы менән Атлантиканан Тымыҡ океанға йүнәлә. Тик боҙлоҡҡа бәрелеп һәләкәт кисерә. Штурман Альбанов бер төркөм матростар менән карабын ташлап, боҙҙар араһынан Франц-Иосиф еренә барырға ҡарар итә. 120 километрлыҡ юл өс айҙан ашыу ваҡытты ала. Маҡсатҡа тик ике кеше өлгәшә: Валериан Альбанов менән матрос Андрей Конрад.
Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы уның мөмкин булмаған боҙло юлды үтә алыуында ғына түгел, ә ике йыллыҡ рейд ваҡытында алып барылған судно журналы күсермәһен алып ҡайтыуында. Был документтар ғалимдарға артабан Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүҙә ярҙам иткән. Альбановтың “Көньяҡҡа, Франц-Иосиф еренә” тип аталған көндәлеге беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә баҫылып сыға. Был тарихҡа бик күп әҙәбиәт һәм нәфис фильмдар бағышланған. Уларҙың иң билдәлеһе тип В. Кавериндың “Ике капитан” повесы һанала.
Альбановтың исеме менән Диксон янындағы утрау, Франц-Иосиф ерендәге Гукер утрауындағы морон, Төньяҡ Ер архипелагындағы Октябрь Революцияһы утрауындағы боҙлауыҡ аталған. Бынан тыш, уның исеме суднолар һәм теплоходтарға ҡушылған.
Башҡортостандың географик киңлектәре өсөн ғәжәйеп күренеш булған музейҙы тап беҙҙең республикала асыу төбәк Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы арҡаһында мөмкин булған. Башланғысты С.Т. Аксаков исемендәге мемориаль йорт-музейы мөдире, билдәле Рәсәй яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Чванов тәҡдим иткән.
Радий Хәбиров үҙенең сығыштарының береһендә ошо идея буйынса фекерен еткергәйне. “Вениамин Кавериндың “Ике капитан” китабында үҫкән минең быуын өсөн диңгеҙ, капитан һәм штурмандар героизмы темаһы һәр ваҡыт яҡын булды. Легендар диңгеҙселәрҙең: “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә!” тигән девизы мәңгелеккә үҫмер күңелемә һеңеп ҡалған. Беҙ Өфөлә ҡотопсолар һәм Төньяҡты өйрәнеүселәр музейын булдырырға ҡарар иттек. Унда бөгөнгө малай һәм ҡыҙҙар һалҡын диңгеҙҙәрҙең ҡыҙыҡлы тарихына яҡынлаша аласаҡ...” – тигәйне ул.
Әйтелде – эшләнде. Бөгөн тантаналы шарттарҙа, Свердлов урамындағы 88-се йортта музей асылды. Уның бинаһы ла бик тарихи, музей реставрация үткән ағалы-ҡустылы сауҙагәр Соловьевтар йортонда урынлашҡан. Әйткәндәй, Валериан Альбанов та тап ошо тирәләге йорттарҙың береһендә тыуған.
Музейҙы тантаналы асыр алдынан журналистар өсөн ентекле һәм ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙеләр. Ике ҡатлы элекке бина тулыһынса яңыртылған. Уның дөйөм майҙаны 300 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Музейҙың эсе хәҙер бик матур һәм заманса. Беренсе ҡатта Арктиканы үҙләштереү тарихы, был төбәктә Рәсәйҙең әһәмиәте, ҡотопсолар тураһында мәғлүмәттәр, Арктиканы һәм Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереү карталары ҡуйылған. Поляр экспедицияларға барғандарҙың шәхси әйберҙәре, документтар тупланған. Һәр залда заманса электрон стендтар һәм планшеттар ҡуйылған. Бер залда махсус технологиялар ярҙамында Төньяҡ балҡышын күрергә, аҡсарлаҡтар ҡысҡырғанын, элекке осор музыкаһын эксклюзив граммофон аша тыңларға була.
Икенсе ҡаттағы бер зал тулыһынса Альбановҡа, уның экспедицияһына арналған. Шулай уҡ беҙҙең замандарҙа уларҙың юлы буйлап экспедицияларға йөрөгән ҡотопсолар залы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәктәп уҡыусыларына шөғөлләнер, мәғлүмәттәрҙе өйрәнер, оҫталыҡ дәрестәре алыр өсөн махсус зал бүленгән. Кино һәм видеояҙмалар ҡарау маҡсатында техника һәм зал да бар. Дөйөм алғанда, музей экспозицияһында йөҙҙән ашыу артефакт һәм экспонат бар. Уларҙың иң ҙуры – XIX быуаттың адмиралтейство якоры, ул бөгөндән Өфөнөң яңы арт-объектына әйләнде лә. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы музей балаларҙы һәм йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындырасаҡ, өлкәндәр өсөн дә файҙалы буласаҡ.
Тик ни өсөн тап Өфөлә алыҫ һалҡын Төньяҡ диңгеҙҙәре һәм уны өйрәнеүселәр музейы асылды һуң? Әлеге ваҡытта илдә Арктиканы үҙләштереү буйынса бер нисә дәүләт программаһы ҡабул ителгән, СССР тарҡалғандан һуң онотолған инфраструктура объекттары тергеҙелә башлаған. Арктикала халыҡ-ара ҡаршылыҡтың көсәйеүе һөҙөмтәһендә Рәсәйгә төбәктә үҙ урынын иҫбатлау һәм континенталь шельфтың тышҡы сиктәрен билдәләү ҙур әһәмиәткә эйә.
Рәсәйҙең Арктика зонаһында төп тәбиғи сеймал ресурстары бар. 1200 миллиард тоннанан ашыу яғыулыҡ-энергетика сеймалы (күмер, нефть, газ, янар һәүерташ; хаҡы – 60 триллион доллар), шул иҫәптән 258 миллиард тонна нефть һәм газ, илдең бөтә углеводородының 60 проценты, 95 процент алмас, 90 процент никель, 80 процент апатит, алтын, көмөш һәм һирәк осрай торған металдарҙың төп запасы тупланған.
Был сара тағы бер мөһим сәйәси ваҡиғаға бәйле. Тап ошо арала Арктика советындағы рәйеслек Рәсәйгә күсте. Арктика советы хөкүмәт-ара форум булып тора, ул тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә булышлыҡты тәьмин итә. Советҡа Дания, Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй, АҠШ, Финляндия һәм Швеция инә. Ике йыл һайын рәйес-илдәр алмашынып тора.
Бынан тыш, 2020 йылда ил Президенты Владимир Путин 2035 йылға тиклем Рәсәйҙең Арктика зонаһын үҫтереү стратегияһына ҡул ҡуйҙы. Ул был өлкәлә дәүләт сәйәсәтенең төп бурыстарын һәм йүнәлешен, уны тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәләрен билдәләй.
Тағы бер матур сәбәп – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республиканан сыҡҡан арҙаҡлы кешеләрҙең хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләһенә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлеүе. Был шулай уҡ йәштәрҙе патриотик юҫыҡта тәрбиәләү, аңлы быуын үҫтереү юлы.
Төбәктә туризмды яңы бейеклектәргә күтәреү маҡсаты ла ҡуйылған. Яңы музейҙың Нестеров исемендәге музейға яҡын урынлашыуы осраҡлы түгел. Был туристик ағымдың уңайлығы өсөн шулай эшләнде. Әйткәндәй, яңы объектты асыу тантанаһында Радий Хәбиров был бинаның артындағы йорттоң да оҙаҡламай музейға әйләнәсәге тураһында белдерҙе. Уның ниндәй булыры әлегә сер.
Музейҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Мәскәүҙән саҡырылған федераль ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары, йәштәр ҡатнашты.
– Һеҙҙең кисәге кисегеҙ нисек үткәндер, ә мин төн уртаһына тиклем “Ике капитан” киноһын ҡараным, арҙаҡлы яҡташыбыҙ тураһында хәтирәләрҙе уҡыным. Бөгөн Валериан Альбановтың тыуыуына – 139 йыл. Ул бында тыуған, өйө яҡында ғына. Халыҡ ошондай ҡаһарман кешенең тормош һәм хеҙмәт юлын белергә тейеш. Сағыу, ҡыҙыҡлы һәм фажиғәле ғүмер кисергән ул, – тине Радий Хәбиров. – Был музейҙы әле, Арктиканың әһәмиәте ил өсөн үтә мөһим була башлаған ваҡытта, асыуыбыҙ ҙа әһәмиәткә эйә. Былтыр Арктиканы үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. Арктиканы өйрәнеү, ресурстарҙы эшкәртеү, ҡитғаның хәрби ҡеүәте – быларҙың барыһы ла ҙур көс һалыуҙы талап итә. Ул – Төньяҡ диңгеҙ юлы ла, ярты донъяны бәйләгән мөһим артерияға әйләнә. Шуға күрә бөгөн мөһим дәүләт эшен дә башҡарабыҙ.
Башҡортостан Башлығы музейҙы булдырыуға көс һалған кешеләргә рәхмәт әйтте һәм был эшмәкәрлектең башында торған әүҙемсе Михаил Чвановҡа Григорий Аксаков орденын тапшырҙы.
Сәләмләү телмәре менән Рәсәй юристары ассоциацияһы идаралығы рәйесе, “Академик Федоров” судноһында поляр экспедицияларҙың береһендә ҡатнашҡан Владимир Груздев сығыш яһаны. Ул Башҡортостан халҡын ошондай мөһим ваҡиға менән ҡотланы.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, ғалим-океанолог, география фәндәре докторы, профессор Артур Чилингаров та ҡотлау сәләме ебәргән. Уны Рус география йәмғиәте директоры урынбаҫары Сергей Корлыханов уҡып ишеттерҙе. Йәмғиәттең төбәк бүлексәһен үҫтереүгә һалған ҙур өлөшө өсөн ул йәмғиәттең попечителлек советы рәйесе Радий Хәбировҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Республикала тағы бер музей барлыҡҡа килде. Ул бөгөндән асыҡ. Был тарих, ысынлап та, ҡыҙыҡ һәм өйрәнеүҙе талап итә. Балаларығыҙ, яҡындарығыҙ менән бергәләп уға рәхим итегеҙ.
Сергей КОРЛЫХАНОВ, Рус география йәмғиәтенең башҡарма директоры урынбаҫары – йәмғиәттең төбәк үҫеше департаменты директоры:
– Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейын асыу –Башҡортостан ғына түгел, ә бар Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға. Бында йолалар, тарих, йәштәрҙе тәрбиәләү ысулдары берләштерелгән.
Валериан Альбанов исеме Арктиканы беренсе булып асҡан кешеләрҙеке менән бер рәттә тора. Полярсылар махсус суднолар, навигация приборҙары булмауға ҡарап тормай, өйрәнелмәгән ерҙәргә сығырға ҡыйыулыҡ тапҡан. Улар бының менән аҡса эшләй алмаған, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған. Тик яңы биләмәләр асырға хыялланғандар. Һәм әле ҙур Арктика тап шул кешеләрҙең ҡыйыулығы арҡаһында ғына бөтә донъяла билдәле булып китте. Ул – һаман да өйрәнеү өсөн бик ҡатмарлы биләмә. Рус география йәмғиәте йылына 300-гә тиклем экспедиция үткәрә, әммә шуларҙың бер нисәһе генә Арктикаға тура килә. Уларға әҙерләнеү генә лә күпмелер ай ваҡытты ала. Ә бит беҙгә бөгөн был эштә хәрби-диңгеҙ флоты судноларындағы хәрбиҙәр ярҙам итә. Элек иһә шлюпка һәм хәүефле суднолар ғына булған. Әммә полярсыларыбыҙ был эштең ил өсөн оло әһәмиәтен аңлаған.
Константин ЛОБАНОВ, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, геология-минералогия фәндәре докторы:
– Был музейҙың асылыуы бик мөһим, сөнки Альбановтың исеме илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиғаларға бәйле. Ә яҡшы эҙ ҡалдырғандар хаҡында хәтер мәңге йәшәргә тейеш! Ул саҡтағы ваҡиғалар, ҡаһарманлыҡ Альбанов исеменә тығыҙ бәйле. Был музейҙың балалар, йәштәр өсөн булыуы айырыуса яҡшы. Улар изге эштәр, геройлыҡ өлгөһөндә үҫергә тейеш. Вениамин Кавериндың “Ике капитан” повесы совет балаларының өҫтәл китабына әйләнеп бөткәйне. Ул баҫмала тап Валериан Альбанов штурман Климовтың прототибы булып тора. Был – балалар өсөн бик яҡшы үрнәк. Арктиканы үҙләштергәндәрҙең легендар тарихы нигеҙендә кешеләрҙә яңыны белеү, геройлыҡҡа ынтылыу теләге барлыҡҡа килә. Был бит яҡшы.
Әлиә ӘХМӘҘУЛЛИНА, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү ойошмаһының коммуникациялар департаменты етәксеһе, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының инфраструктура һәм биләмәләр үҫеше, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы рәйесе:
– Республикабыҙ бик ҙур бүләк алды: Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейы асылды. Музейҙың оло ҡыҙыҡһыныу менән эшләнгәне тупһанан үткәндә үк күренеп тора. Экспонаттар бик сифатлы. Мәғлүмәт аңлайышлы, билдәле бер тәртиптә бирелгән, һәр залдың үҙ исеме бар. Мәҫәлән, Валериан Альбановтың ғүмеренә арналған, башҡорт ҡотопсоларына бағышланғандары, каюта залы концепцияһы бик оҡшаны, бында төрлө саралар үткәрергә була.
Музейҙың мәҙәниәт мираҫы бинаһында урынлашыуы ла Өфө өсөн яҡшы. Тарихи биналарҙы һаҡлау үтә мөһим. Уларҙа мәҙәни объекттарҙы урынлаштырыу – ыңғай күренеш. Был музейҙың Милли музей филиалы булыуы ла һәйбәт. Улар мәктәптәргә, уҡыу йорттарына күсмә экспозициялар эшләргә йыйына. Был йәштәргә, уҡыусыларға мәҙәни белем биреү өсөн дә бик ҡулай.