"XXI быуат яҙыусыһы" төбәк-ара форумының икенсе көнө сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙыусылар менән осрашты. Ул үҙ сығышында башҡорт әҙәбиәтенә ҡағылышлы тәҡдимдәре менән уртаҡлашты:
"Китап сығарыу республикала киҫкен мәсьәлә булып ҡала килә. Шуға был эшкә күберәк аҡса бүленергә тейеш. Һеҙ китабығыҙ сыҡҡан өсөн гонорар алаһығыҙ. Беҙ кәңәшләштек тә, ошо гонорарға китап һатыуҙан килгән килемдең 20 процентын ҡушырға ҡарар иттек".
Республика етәксеһе шулай уҡ тәржемәгә лә тейешенсә иғтибар булдырылыуын белдерҙе. Бының өсөн өс миллион һум күләмендәге грант булдырыласаҡ.
"Китап һатыу буйынса ҙур китап магазиндары менән бәйләнешкә инеү, йыл һайын китап йәрминкәләре уҙғарыу - ошо саралар менән китап уҡыу мөхите булдырылыр тип ышанам", - тине Радий Фәрит улы.
Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн тағы ла бер һөйөнөслө яңылыҡ - Пушкин урамында урынлашҡан Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты бинаһында әҙәби салон асыу.
"Был күркәм бина алты йыл самаһы буш тора. Ул яҙыусыларҙың мәҙәни үҙәгенә әүерелергә тейеш. Михаил Булгаковтың "Мастер һәм Маргарита" романындағы Грибоедов өйө кеүек. Тағы ла яңы китапхана үҙәген асыу күҙ уңында тотола", - тине Башлыҡ һәм был китапхананың проектын да тәҡдим итте.
Был тәҡдимдәр яҙыусылар тарафынан көслө алҡыштар менән баһаланды.
Артабан әҙиптәр Башҡортостан Башлығына үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Миләүшә Ҡаһарманова китаптарҙы электрон платформаға сығарыу проблемаһын күтәрҙе, Фәнил Бүләков шағир Рәшит Назар исемендәге конкурс үткәреү кәрәклеге хаҡында әйтте. Таңсулпан Ғарипова халыҡ яҙыусыларының пенсияһына өҫтәмә хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Гөлфиә Юнысова башҡа халыҡ яҙыусылары менән аралашыуҙы тергеҙеү, ошо арҡылы саралар үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Дағстан ҡунағы, шағир, тәржемәсе Мамед Хәлидов та күтәрҙе был теманы, ошондай форумдарҙың халыҡ-ара кимәлгә сығарырға кәрәклеге хаҡында әйтте.
Яҙыусылар форумы дауам итә. Хәҙер кискә тиклем әҙиптәр төрлө секцияларға бүленеп эш итәсәк: балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте, драматургия, тәржемә темаларына арналған түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған.
Азамат Шириязданов фотолары.