“Өләсәйем әкиәттәре”нең еңеүселәре билдәле

"Конкурсты иғлан иткәндә, ҡатнашыусылар 100-гә етһә ярар ине, тип өмөтләнгәйнек. Ә улар 500-ҙән ашып китте!"

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек уңайынан “Өләсәйем әкиәттәре” республика онлайн-конкурсы иғлан ителгәйне. Ул халыҡ ижады өлгөләрен һөйләү оҫталығын үҫтереү, ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын, халыҡтың рухи ҡиммәттәренең мөһим күрһәткесе булараҡ фольклорҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелде.
Йөкмәткеле сараны илдең Президент гранттары фонды ярҙамында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында республика буйлап бихисап мәҙәни-мәғрифәти саралар үткәрелгән. Конкурстың иң мөһим һөҙөмтәһенең береһе – башҡорт халыҡ әкиәттәренең теле, стиле буйынса башҡарылған фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса йыйынтыҡ баҫтырып сығарыу.
Бөгөн Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының йәмәғәт мәғрифәт үҙәгендә конкурс һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһы, уның барышында бер төркөм еңеүселәрҙе бүләкләү ойошторолдо. Сарала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Гөлназ Мирхәйҙәрова, проекттың эш төркөмө ағзаһы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры, филология фәндәре докторы Зөһрә Сәләхова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең идеология буйынса урынбаҫары, совет ағзаһы Гөлнара Кирәева, жюри ағзалары – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы ағзаһы, шулай уҡ йәмғиәттең Ишембайҙағы филиалы һәм “Беҙ бергә” исемле ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Шаһиева, фольклор өлкәһендәге арҙаҡлы ғалимә, филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, эш төркөмө ағзаһы – БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, йәмғиәттең совет ағзаһы Ирена Ҡолһарина ҡатнашты.
"Ошоғаса “Өләсәйем мәктәбе” тигән проектыбыҙ уңышлы эшләп килә ине. Быйыл ошо яңы конкурсты тормошҡа ашырырға булдыҡ. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, ул онлайн тәртиптә ойошторолдо, – тип хәбәр итте Г. Ҡолһарина. – Конкурсты иғлан иткәндә, ҡатнашыусылар 100-гә етһә ярар ине, тип өмөтләнгәйнек. Халыҡтың әүҙемлеген күреп иһә, хайран ҡалдыҡ. Ҡатнашыусылар 500-ҙән ашып китте! Уларҙың бөтәһен дә ҡарау, эшкәртеү, видеоларҙың һәр береһен интернет селтәренә һалыу, китапҡа туплап индереү, әлбиттә, күп көс талап итте".
Г. Ҡолһарина конкурсты үткәреүгә, уның материалдары менән эшләүгә ғәйәт ҙур хеҙмәт һалған эш төркөмөнә, жюри ағзаларына рәхмәт әйтте.
Ҡатнашыусылар араһында өлкән йәштәгеләрҙең күп булыуы һәм пандемияға ҡағылышлы санитар-эпидемиологик шарттарҙы күҙәтеү маҡсатында, бөгөнгө сараға конкурста еңеүселәрҙең бер төркөмө саҡырылғайны. Улар араһында Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш, Миәкә, Әлшәй райондары, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары вәкилдәре бар ине.
Ҡалған еңеүселәрҙе 8 июнь саҡырып тәбрикләү күҙ уңында тотола.
Автор фотолары.
Читайте нас