Лайыҡлы ижадтарына - лайыҡлы баһа

Башҡорт халҡына, әҙәбиәтенә хеҙмәт иткән бер төркөм башҡорт шағир-яҙыусылары дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

"XXI быуат яҙыусыһы" төбәк-ара форумының икенсе көнө сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙыусылар менән осрашты.
Сара башында республика етәксеһе бер төркөм ҡәләм әһелдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, яҙыусы Әмир Әминев Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Халыҡ яҙыусылары исемдәре Марсель Сәлимгә, Михаил Чвановҡа, Роберт Пальгә һәм Рәшит Шәкүргә бирелде. Һуңғыһына награда тапшырылғанда бөтә зал аяғүрә баҫып оҙаҡ алҡышланы.
"Артабан да башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итергә теләгем ашып-ташып тора. Ҡәләмдәштәремә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Һеҙҙең менән бер сафта барыуыма шатмын. Башҡортостан өсөн алға!" - тине Рәшит Шәкүр.
Быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды.
Читайте нас