“Тормошом сәхнәлә үтә”

Тырыш та, ихлас та, әҙәпле лә...

Сәхнә тормошо ситтән ҡарап торғанда ғына ҡыҙыҡтырғыс, ғәмәлдә йылдар дауамында уға тоғролоҡ һаҡлау өсөн рухи яҡтан көслө булырға ла кәрәк. Шуғалыр ҙа бик һирәктәр, сыҙамдар ғына сәнғәткә тоғролоҡ һаҡлап йәшәй. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы Әмир Әхмәр улы ҮТӘБАЕВ та – һөнәренә тоғро, егәрле, тырыш актерҙарҙың береһе. Баҫалҡы, итәғәтле, тыныс һәм бер аҙ оялсан егеттең матур ролдәр тыуҙырыуға һәләтле булыуына ҡайһы саҡ ғәжәпләнеп тә ҡуяһың. Кем һин, Әмир? Ниндәй хыялдар менән йәшәйһең? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Әмир Әхмәр улы, холоҡ-фиғелегеҙҙәге тыйнаҡлыҡ, баҫал­ҡылыҡ ҡайҙан килә? Артист халҡы тураһында бер аҙ икенсерәк фекер ҙә йәшәй...

– Был һорауға яуап биреү өсөн бала саҡҡа, беҙ йәшәгән мөхиткә байҡау яһарға кәрәктер. Мин 1985 йылда Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Атайым Әхмәр Үтәбаев – билдәле журналист, яҙыусы. Әсәйем Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы – әүҙем, тырыш, матур итеп донъя көтөргә, балалары өсөн йәнен бирергә әҙер көслө рухлы башҡорт ҡатыны. Әлбиттә, ошондай кешеләрҙең тәрбиәләүе беҙгә лә йоғонто яһағандыр. Әсәйем һәр ваҡыт беҙҙе “былай эшләргә ярамай”, “тәртипле булығыҙ” тип тыйып, ҡурсалап үҫтерҙе. Башҡорт хал­ҡына хас гелән тыйып тороу фи­ғеле лә холҡобоҙҙа сағылыш тапмай ҡалма­ғандыр.


– Сәнғәт кешеләре менән аралашҡанда күпселеге: “Артист булыу бала саҡ хыялы ине”, – тип яуап бирә. Ә һеҙ бәләкәй сағығыҙҙа ниндәй хыялдар ҡорҙоғоҙ?

– Химия, физика, астрономия кеүек фәндәрҙе үҙ­ләш­тереп, академик булырға теләнем. Шулай уҡ яман сирҙән дарыу табырға һәм кешеләргә ярҙам итергә тигән теләк менән ҙур фәнни асыштар яһарға хыяллана инем. Мәктәптә уҡығанда ла һәр ваҡыт теүәл фәндәрҙән имтихандар тапшырҙым. Беҙ үҫкән осорҙа “Йыһанды ҡотҡарыусылар” йән­һүрәтен ҡарап тәрбиәләндек. Мин­дә лә шундай фильмдар, йән­һүрәттәр ижад итеү теләге тыуҙы. Өфө ҡалаһында Ғәзиз Әлмөхә­мәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡыным, әммә сәнғәт юлын һайлау теләге менән янманым. Әлбиттә, унда төрлө яҡлап тәрбиә алдым, фортепиано, кларнет һәм һуҡма музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәндем, ҡурайҙы ла үҙләштерҙем.


– Шундай ҙур хыялдар менән янғанһығыҙ, әммә сәнғәт юлын һайлағанһығыҙ...

– Был яҙмыштыр, моғайын. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына имтихандар алдараҡ ине. Июлдең башында уҡ шунда имтихан тапшырып ҡарарға булдым. Һөҙөмтәлә, һынауҙы уңышлы үттем. Ә Баш­ҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем алыу хыялда ғына ҡалды... Бер уҡыу йортона ингәс, унда бармаҫҡа булдым.


– Аңлауыбыҙса, осраҡлы рәүештә уҡырға ингәнһегеҙ. Ә сәнғәт мөхитендә ерегеп китеү өсөн нисек көс таптығыҙ?

– 2002 – 2006 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының актер­лыҡ бүлегендә Әхтәм Абушах­мановтың төркөмөндә белем алыр­ға насип итте.

Үҙем бала саҡтан тыныс һәм аралашмаусан инем, сәнғәт институтында белем алыу миндә ҡы­йыулыҡ, асыҡлыҡ, аралашыу­санлыҡ сифаттарын тәрбиәләне. Шуға ла мин уҡытыусыларыма – сәхнә хәрәкәтенән Лариса Евгеньевна Адушеваға, сәхнә теленән Земфира Хәмзә ҡыҙы Хөсә­йеноваға, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға, актер оҫталығынан Әхтәм Әхәт улы Абушахмановҡа, вокалдан Зәки Ғиззәт улы Мәхмү­товҡа, бейеүҙән Рәйсә Нәғим ҡы­ҙы Хәбиро­ваға, ритмиканан Әлми­ра Әтхәт ҡыҙы Байковаға рәх­мәт әйтәм. Уҡып бөткәс, хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Мәскәү янындағы Коломнала йыһан ғәскәрҙәрендә элемтәсе булып хеҙмәт иттем. Армиянан һуң курс­таштарым янына Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килдем.


– Беренсе ролегеҙ иҫтәме?

– Әлбиттә, ул – Мостай Кә­римдең “Ай тотолған төндә” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә Дәрүиш роле. Аҙаҡ инде Карло Гольдониҙың “Елпеүес” коме­дияһында Граф де Роккамаринды уйнаным. Иҫтә ҡалған ролдәрҙән “Ҡәҙерле Елена Сергеевна” спектаклендә – Паша, Туфан Миңнуллиндың “Риүәйәт”ендә – Ихтияр, “Әҙип хан”да – Актер, Ноғман Мусиндың “Ике ир ҙә бер ҡатын” тигән повесы нигеҙендә сәхнәгә сығарылған “Ғүмерҙең бер мәле”ндә – Райман, “Глумов”та гусар Василий Курчаевты билдәләп китер инем.


Шуны ла әйтергә кәрәк, беҙҙең Салауат башҡорт дәүләт драма театры балалар өсөн дә күп спектаклдәр ҡуя. Улар төрлө тәрбиәүи-фәһемле йөк­мәткеле. Мәҫәлән, юл хәрәкәте ҡағи­ҙәләрен өйрәтеүгә, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡы­тында үҙеңде тотоу тәртибен аңла­тыуға арнал­ған­да­рында ла бик күп ролдәрҙә уйнайым. Ғөмүмән, башҡорт һәм рус телдә­рен­дә ролдәр башҡа­рыу минең өсөн ауырлыҡ тыу­ҙырмай – сәхнәлә рәхәтләнеп ижад итәм.


– Белеүемсә, былтырғы карантин ваҡытында ла артистар буш ултырманы...

– Ысынлап та, коронавирусҡа бәйле ҡурсаланыу иғлан ителгәс, театрҙар онлайн рәүешендә эшләүен дауам итте. Мин дә ошо тәртиптә шиғырҙар һөйләнем, йырҙар башҡарҙым, вайндар һәм роликтар төшөрөүҙә ҡатнаштым. Беҙ ул осорҙо әсәйемдең тыуған төйәгендә – Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында үткәрҙек. Унда вайндар, йәғни ҡыҫҡа роликтар төшөрҙөк. Бындай форматтағы ижади эшебеҙ ҙә оҡшаны, сөнки улар көндәлек тормоштағы ваҡи­ғаларҙы яҡтыртыуға бәйләнгәйне. Ян Лира, Зилә Лира, ҡустым Әбйәлил Үтәбаев һәм әсәйем Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы ошо ижади эштең уртаһында ҡайнаны. Зилә Лира һәм үҙемдең режиссер булараҡ төшөргән роликтар интернет селтәрендә тиҙ генә таралды, халыҡ уларҙы яратып ҡабул итте. Ошо ижади эш барышында үҙем дә видеояҙманы монтажлау, музыкаль яҡтан биҙәү буйынса тәжрибә тупланым.


Яратҡан шөғөлдәремдең береһе – ағастан ултырғыс, өҫтәл, эскәмйә кеүек йорт йыһазы эшләү. Буш ва­ҡытымды ошо шөғөлгә бағыш­ланым.

Ғөмүмән, ауылда эш күп, шуға ла пандемияла күңелһеҙләнеп буш ултырманыҡ.


– Ялды көтөп алаһығыҙмы?

– Беҙҙең тормоштоң төп өлөшө сәхнәлә үтә, шул уҡ ваҡытта уны бер аҙ үҙгәртеп алыу, ял итеү файҙаға ул. Һәр роль көсөр­гәнешлек талап итә, шул образға тулыһынса инеп, бар булмышың аша үткәреп уйнарға тура килә. Ошо мөхиттән бер аҙ арынып, күңелде ял иттереп алһаң, рәхәт булып ҡала. Артистарға ял әллә ни эләгеп бармай, ә отпуск ваҡытында былтыр Әбйәлилдә булдыҡ, унан алдағы йылда Ҡара диңгеҙгә ял итергә барҙыҡ.


– Ҡустығыҙ Әбйәлил дә ижад юлын – артист тормошон һайла­ған. Уның аҙымына ҡаршы булманығыҙмы?

– Ул Мәскәүгә Михаил Щепкин исемендәге юғары театр учили­щеһына уҡырға барырға ҡарар иткәс, мин уның был аҙымын хуп­ланым һәм ярҙам итәсәгемде белдерҙем. Түләүле булғас, матди яҡтан да ярҙам итергә тура килә. Әсәйем менән икәү – уға терәкбеҙ. Аллаға шөкөр, ул яҡшы уҡый, төркөмдәрендә – староста, ышанысты аҡланы, тиҙҙән дипломлы белгес буласаҡ. Ҡустымдың да хыялы тормошҡа ашыуы – беҙҙең өсөн бәхет. Әйткәндәй, әсәйемдең атаһы, Рәхимйән олатай, Әбйәлил бәләкәй сағында ҡыланғанын күҙәтеп: “Был артист булыр!” – тип һоҡланып әйтә ине.


– Ғөмүмән, бөгөн артислыҡҡа уҡығаныңа үкенмәйһегеҙме? Ижади тормош оҡшаймы?

– Әлбиттә, сөнки бер мәл сәхнәнән китеп ҡараным, әммә кире ҡайттым. Театр тормошо минең булмышым икәнлеген аңланым, шуға ла үкенмәйем. Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы бик татыу, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡурсалап торабыҙ, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә дуҫтарса, туғандарса ҡоролған. Шулай уҡ ирле-ҡатынлылар ҙа байтаҡ ҡына. Ошо йылдар дауамында шуға төшөндөм: үҙ эшен яратҡандар ғына театр артисы булараҡ хеҙмәт итә ала, сөнки сабыр ҙа, тырыш та, ихлас та, әҙәпле лә булып ҡала белергә кәрәк.


Быйыл театр директоры итеп тәжрибәле етәксе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов тәғәйен­ләнде. Етәксебеҙ театрыбыҙҙың тормошона өр-яңы һулыш алып килер, яңы үрҙәргә күтәрер, тигән яҡты өмөттәр менән йәшәйбеҙ.


– Әмир Әхмәр улы, һеҙгә ижади уңыштар, ғаилә именлеге һәм хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Әңгәмә өсөн рәхмәт.

Читайте нас