Башҡорт әҙәбиәтенең тарихҡа уйылыр мәле

Өфөлә “ХХI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара форумы үтте.

Сараға Башҡортостандан, унан ситтәге төбәктәрҙән Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – яҙыусылар, шағирҙар, драматургтар, публицистар, ғөмүмән алғанда, ҡәләм әһелдәре йыйылды.


“Яҙыусы замананан алда бара”


“ХХI быуат яҙыусыһы” форумын асыу тантанаһында яҙыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев сәләмләне.


Был форумдың әҙәбиәт, мәҙәниәт донъя­һында әһәмиәтле ваҡиға булып уйылып ҡа­лыуына иманым камил. Сара ҡоро йыйы­лышыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын, унда мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙәр ҙә булырға тейеш. Форум хәҙерге заман әҙәбиәтендәге проблемаларҙы хәл итер тип ышанғы килә, – тине Азат Бадранов үҙ сығышында.


Эльвира Айытҡолова ижадсыларҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сәләмләне.

Башҡорттар борондан сәсәндәр фе­керенә таянып йәшәгән. Яҙыусылар йәмғиәт тормошонда ҙур роль уйнай, улар заманынан алда бара. Был форум башҡаларға күҙ ташлау, үҙеңде күрһәтер өсөн шәп майҙансыҡ булып тора. Әйтер һүҙегеҙ бар икән, уны бында мотлаҡ әйтеп ҡалыр кәрәк. Һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап алырға тейеш. Яҙыусы – ул ҙур шәхес. Беҙҙең буры­сыбыҙ, маҡ­сатыбыҙ – респуб­ликабыҙҙың, илебеҙҙең үҫешенә өлөш индереү, бала­лары­быҙға рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау кәрәклеген еткерә белеү,– тине ул.


Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ сығы­шында бөгөн интернет сел­тә­рендә киң таралған хайп күре­неше хаҡында ла телгә алды, үҙебеҙҙе көслө яҡтан күрһәтеү мөһим­леген билдәләне.


Тантанала башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән бер төркөм әҙиптәргә Башҡортостан Башлығының, Башҡорт­остан Хөкүмәтенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары, “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалдары тапшырылды.


Артабан форум ҡатнашыусылары оҫталыҡ дәрестәренә таралды. “ХХI быуат яҙыусылары” форумы, исеменән үк билдәләнеп тороуынса, яҙыусының замана шарттарында ижад итеүенә иғтибар бүлә. Бөгөнгө көн оҫталыҡ дәрестәре лә ошо юҫыҡта: кемдер “Замана һанлаштырыу мөхитендә китаптарҙы таратыу” йүнәлеше буйынса Мәскәүҙәге “ЛитРес” ойошмаһы менеджеры Полина Воронинаның, кемдер “Нәшриәт эшенең трендтары һәм тенденциялары” секция­һында шулай уҡ Мәскәүҙән килгән “Вече” баҫмаһының баш мөхәррир урынбаҫары Виктор Ильиндың лекцияларын тыңла­ны, кемдер “Әҙәби тәнҡит” бүлегендә ошо өлкәләге һөйләшеүҙә ҡатнашты. Бындағы спикер – Новосибирск ҡалаһы ҡунағы, тәнҡитсе, яҙыусы Михаил Хлебников.


Китап сығарыу еңелләшәсәк


“XXI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара форумының икенсе көнө сиктәрендә Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров яҙыусылар менән осрашты. Ул үҙ сығы­шында башҡорт әҙәбиәтенә ҡағылышлы тәҡдимдәре менән уртаҡлашты:


– Китап сығарыу республикала киҫкен мәсьәлә булып ҡала. Шуға был эшкә күберәк аҡса бүленергә тейеш. Һеҙ китабығыҙ сыҡҡан өсөн гонорар алаһы­ғыҙ. Беҙ кәңәшләштек тә, ошо гонорарға китап һатыуҙан килгән килемдең 20 процентын ҡушырға ҡарар иттек.


Республика етәксеһе шулай уҡ тәржемәгә лә тейешенсә иғтибар булдырылыуын белдерҙе. Бының өсөн өс миллион һум күләмендәге грант булдырыласаҡ.


– Китап һатыу буйынса ҙур китап магазиндары менән бәйләнешкә инеү, йыл һайын китап йәрминкәләре уҙғарыу – ошо саралар менән китап уҡыу мөхите булдырылыр тип ышанам, – тине Радий Фәрит улы.


Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн тағы ла бер һөйөнөслө яңылыҡ – Пушкин урамында урынлашҡан Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты бинаһында әҙәби салон асыу.


– Был күркәм бина алты йыл самаһы буш тора. Ул яҙыусыларҙың мәҙәни үҙәгенә әүерелергә тейеш. Михаил Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита” романындағы Грибоедов өйө кеүек. Тағы ла яңы китапхана үҙәген асыу күҙ уңында тотола, – тине Башлыҡ һәм был китапхананың проектын да тәҡдим итте.


Был тәҡдимдәр яҙыусылар тарафынан көслө алҡыштар менән баһаланды.

Артабан әҙиптәр Башҡорт­остан Башлығына үҙҙәрен борсоған һорау­ҙарын бирҙе. Миләүшә Ҡаһарманова китап­тарҙы электрон платформаға сығарыу проблемаһын күтәрҙе, Фәнил Бүләков шағир Рәшит Назар исемендәге конкурс үткәреү кәрәклеге хаҡында әйтте. Таңсулпан Ғарипова халыҡ яҙыу­сыларының пенсияһына өҫтәмә хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Гөлфиә Юнысова башҡа халыҡ яҙыусылары менән аралашыуҙы тергеҙеү, ошо арҡылы саралар үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дағстан ҡунағы, шағир, тәржемәсе Мамед Хә­лидов та күтәрҙе был теманы, ошондай форумдарҙы халыҡ-ара кимәлгә сыға­рырға кәрәклеге хаҡында әйтте.


Лайыҡлы ижадтарына – лайыҡлы баһа


“XXI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара форумының икенсе көнө сиктәрендә Радий Хәбиров бер төркөм ҡәләм әһел­дәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, яҙыусы Әмир Әминев Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

Халыҡ яҙыусыһы исеме – Марсель Сәлимгә, Михаил Чвановҡа, халыҡ шағиры исеме Роберт Паль менән Рәшит Шәкүргә бирелде. Рәшит Закир улына награда тапшырылғанда бөтә зал аяғүрә баҫып, оҙаҡ алҡышланы.


– Артабан да башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итергә теләгем ашып-ташып тора. Ҡәләмдәштәремә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Һеҙҙең менән бер сафта барыуыма шатмын. Башҡортостан өсөн алға! – тине Рәшит Шәкүр.


Быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды.


Әҙәби тәнҡиттең хәле нисек?


Секцияларҙың береһе әҙәби тәнҡит темаһына арналды. Унда яҙыусылар, шағирҙар был жанр үҙенсәлектәре хаҡында фекер алышты, Новосибирск ҡалаһы­нан килгән спикер, яҙыусы, тән­ҡит­се Михаил Хлебниковты тыңланы.


Әҙәбиәт донъяһында тәнҡитсе булып танылған Зәки Әлибаев та үҙ фекерен әйтте – ул әҙиптәрҙе берҙәм булырға саҡырҙы. Зәки Арыҫлан улының был һүҙҙәре юҡтан түгел – һуңғы арала интернет киңлектәрендә теге йәки был ҡәләм әһеленең ижадташына, уның әҫәрҙәренә ҡарата яҙылған уҫал һүҙҙәр осрай. Был – тәнҡит түгел.


“Әҙәби тәнҡит объектив бу­лыр­ға, изге ниәттәр менән әйтелергә, яҙылырға тейеш” – һөйләшеүҙең төп фекере ошонан ғибәрәт ине. Ысынлап та, кем­дер ошо жанр артына ышыҡ­ланып күңеле һөймәгән яҙыусы­һына ҡарата насарлыҡ эшләргә ашыға – уның ижадын, үҙен бөтөрөп ташлай ҙа, быны әҙәби тәнҡит тип атай. Әҙәби тәнҡит яҙыусының шәхесе хаҡында түгел, уның әҫәрҙәре тураһында булырға тейеш тәү сиратта.

Башҡа секцияларҙа ла мөһим темалар күтәрелде. Форумдың икенсе көнөндә балалар әҙәбиәтенә айырым түңәрәк өҫтәл арналды.

Йәш быуын өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр­ҙең яуаплылығы икеләтә ҙур.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова әйтмешләй, балалар әҙәбиәтенән тыш өлкәндәр өсөн әҙәбиәт булмай.

Әҙәбиәткә һөйөү бала саҡтан тәр­биәләнергә тейеш. Балалар әҫәрҙәренең тағы бер мөһим бурысы – балала милли үҙаң тәрбиәләү.

Ошо һәм башҡалар хаҡында һөйләш­теләр балалар әҙәбиәтенә арналған түңәрәк өҫтәлдә. Уны шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мө­хәррире Лариса Абдуллина алып барҙы.


***


Ҡәләм әһелдәренә бындай осрашыу­ҙар бик кәрәк. Беренсенән, ул яңы әҫәрҙәргә илһамландыра, икенсенән, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә этәргес булып тора. Ә яҙыусылар донъяһында был мәсьәләләр арыу уҡ йыйылған. Башҡортостан Башлығы менән осрашыуҙа ла, үҙ-ара фекер алышыуҙа ла төрлө тәҡдимдәр яңғыраны, улар киләсәктә бойомға ашырылыр тип өмөт бағлайыҡ.


Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки ӘЛИБАЕВ:

– Форумдың төп бурысы – башҡорт әҙәбиәтенең сиктәрен киңәйтеү. Яҙыусылар ижады милли сиктәрҙән күптән үткән. Уларҙың әҫәрҙәрен Рәсәй, донъя кимәлендә танытыу хаҡында һөйләшәбеҙ был форумда. Сарала алты спикер ҡатнаша. Улар төрлө төбәктәрҙән яҙыусыларға белемдәре менән уртаҡлашыу өсөн йыйылды.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән НАЗАР:

– Яҙыусыларҙың ошолай йыйылыуы – күптән көтөлгән һәм бик кәрәкле сара. Был осрашыуҙа, һөйләшеүҙә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары асыҡланыр, аныҡ тәҡ­димдәр булыр тип уйлайым.


Әҙәбиәтебеҙ, ғөмүмән алғанда, үҙ быуаты менән бер аҙымда бара.

Хәҙергене Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева дәүере менән сағыштыра алмаҫ инем, ләкин бөгөн дә драматургия, проза өлкәһендә интернетты ҡараһаң да, матбуғатҡа күҙ һалһаң да оҫта ижадсылар килеп сыға тора. Бәлки, улар үрҙә телгә алған остаздарыбыҙ кимәленә барып етмәгәндер, әммә барыбер яңы һулыш тойола.


Шиғриәткә килгәндә, бында өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Беҙҙең халыҡ – шиғри халыҡ. Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов кимәленә ынтылыусылар, минеңсә, бик һирәк. Быныһы үкенесле. Рус телендә “ширпотреп” тигән һүҙ бар. Интернетҡа күҙ һалһаң, ошо ширпотрептың, ваҡлыҡтың, һайлыҡтың осрауы бошондора.


Ошо йыйылыуҙан рух туплап, көс алып алға барырбыҙ. Һәр кемде өмөт йәшәтә бит.


Гөлнур ЯҠУПОВА, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры:

– Хөкүмәтебеҙҙең беҙгә, яҙыусыларға, булған иғтибары ҡыуандыра, яңы офоҡтар асылыр тип уйлайым. Яҙыусылар өсөн айырым премия булһын ине тигән хыял да бар. Йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙең мөһимлеге хаҡында күп һөйләйбеҙ. Был мәсьәлә иң тәүҙә уҡыусыларға һәм яҙыусыларға барып терәлә. Хеҙмәт ваҡытында баһаланырға тейеш. Ҡасандыр Муса Гәрәев исемендәге премия ла бар ине. Патриотик темаға яҙылған әҫәрҙәр өсөн ул миңә һәм Азат Мағазовҡа тапшырылды ла, туҡтатылды ла ҡуйҙы. Ошо рухтағы премияларҙы яңыртырға ине.


Мин әле лә эш өҫтөндәмен, Аллаға шөкөр. Автобиография яҙам, ул ҡыҙыҡлы килеп сыға, сөнки заманы шулай ине. Ғүмерем дәүерендә заман алышынып та алды.


Йәштәргә өмөт бик ҙур. Әҙәбиәтебеҙгә яңы көслө тулҡын килә – был ҡыуаныслы. Уларға башҡорт әҙәбиәте традицияларын онотмай, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына ярашлы ижад итһендәр ине, тип теләйем.


Флүр ҒӘЛИМОВ, яҙыусы:

– Бындай осрашыуҙарҙың күптән булғаны юҡ ине. Ҙур өмөт менән килдек был йыйынға. Яҙыусыларҙың әҙерәк кенә булһа ла йәмғиәттә статусы күтәрелмәҫ микән бынан һуң? Хөкүмәт тарафынан да тейешле иғтибарға өмөт итәбеҙ.


Беҙ, яҙыусылар, һөнәри реестрға кер­мәйбеҙ. Ә был реестрҙа хатта күрәҙәсе, сихырсы тигән һөнәр ҙә теркәлгән, ә яҙыусылар юҡ. Улай булырға тейеш түгел.


Яҙыусыларҙың йәмғиәттә тотҡан урыны ҙур. Һуңғы йылдарҙа енәйәттәрҙең күбәйеүе уларға тейешенсә ҡараш булмауға ла бәйле – китап уҡымай хәҙерге заман кешеһе. Беҙ халыҡҡа әҙәп-әхлаҡ таратабыҙ.
Читайте нас