“Береһе лә әсәһенә оҡшамаған”

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Алһыу ни өсөн фотоларҙа улының йөҙөн йәшерә? Әйтеүенсә...

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Алһыу Сафина ире Ян Абрамов менән өс бала тәрбиәләй: 14 йәшлек Сафина, 13 йәшлек Микелла һәм дүрт йәшлек Рафаэль. Социаль селтәрҙәргә фото ҡуйғанда әлегә улының йөҙөн йәшерә, уны ғәм халыҡҡа күрһәтеү иртәрәк, тип һанай. Ә ҡыҙҙары инде сәхнәлә сығыш яһай, әсәләре менән төрлө сараларға ла йыш йөрөйҙәр, социаль селтәрҙәрҙә әүҙемдәр.
Ошо көндәрҙә Алһыу ҡыҙҙары менән “Балалар яңы тулҡыны-2021” конкурсында булған. Белеүебеҙсә, Микелла күптән инде ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай. Сафина ла бала саҡтан музыка ҡоралдарында уйнай, йырлай, әммә әлегә үҙ талантын ныҡлап күрһәтмәй.
Инстаграмда Алһыу әлеге конкурста ҡыҙҙары менән төшкән фотоһын ҡуйҙы һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе. “Бына “Балалар яңы тулҡыны-2021”ҙең икенсе көнө лә тамамланды. Ошондай бәхетле, шатлыҡлы мөхит өсөн ойоштороусыларға һәм талантлы конкурсанттарға рәхмәт! Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!” – тип яҙҙы ул.
Йырсының талантын үҙ итеүселәр шунда уҡ бихисап комментарийҙар ҡалдырҙы. Улар араһында “Өс һылыуҡай!”, “Йәл, береһе лә әсәһенә оҡшамаған”, “Атайҙың күсермәләре, ә талант – әсәйҙән!”, “Апалы-һеңлеле өсәү кеүек” тигән яҙмалар бар.
Сығанаҡ: muz-tv.ru/news
Фото: @alsou_a
Читайте нас