“Өләсәйем әкиәттәре”нең еңеүселәре билдәле

Мәғлүм булғанынса, Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек уңайынан “Өләсәйем әкиәттәре” республика онлайн-конкурсы иғлан ителгәйне. Ул халыҡ ижады өлгөләрен һөйләү оҫталығын үҫтереү, ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын, халыҡтың рухи ҡиммәттәренең мөһим күрһәткесе булараҡ фольклорҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелде.

Мәғлүм булғанынса, Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек уңайынан “Өләсәйем әкиәттәре” республика онлайн-конкурсы иғлан ителгәйне. Ул халыҡ ижады өлгөләрен һөйләү оҫталығын үҫтереү, ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын, халыҡтың рухи ҡиммәттәренең мөһим күрһәткесе булараҡ фольклорҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелде.


Йөкмәткеле сараны илдең Президент гранттары фонды ярҙа­мында “Берҙәм Рәсәй” партия­һының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо.


Проектты тормошҡа ашырыу барышында республика буйлап бихисап мәҙәни-мәғрифәти саралар үткәрелгән. Конкурстың иң мөһим һөҙөмтәһенең береһе – башҡорт халыҡ әкиәттәренең теле, стиле буйынса башҡарылған фән­ни-тикшеренеү эштәре буйынса йыйынтыҡ баҫтырып сығарылған.


Башҡортостан Йәмәғәт палата­һының йәмәғәт мәғрифәт үҙәгендә конкурс һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһы, уның барышында бер төркөм еңеүсе­ләрҙе бүләкләү ойошторолдо. Сарала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Гөлназ Мирхәй­ҙәрова, проекттың эш төркөмө ағзаһы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры, филология фәндәре докторы Зөһрә Сәләхова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең идеология буйынса урынбаҫары, совет ағзаһы Гөлнара Кирәева, жюри ағзалары – Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы ағзаһы, шулай уҡ йәмғиәттең Ишембайҙағы филиалы һәм “Беҙ бергә” исемле ҡатын-ҡыҙҙар ойош­маһы етәксеһе Гүзәл Шаһиева, фольклор өлкәһендәге арҙаҡлы ғалимә, филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, эш төркөмө ағзаһы – БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, йәмғиәттең совет ағзаһы Ирена Ҡолһарина ҡатнашты.


– Ошоғаса “Өләсәйем мәктәбе” тигән проектыбыҙ уңышлы эшләп килә ине. Быйыл ошо яңы конкурсты тормошҡа ашырырға булдыҡ. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, ул онлайн тәртиптә ойошторолдо, – тип хәбәр итте Г. Ҡолһарина. – Конкурсты иғлан иткәндә, ҡатнашыусылар 100-гә етһә ярар ине, тип өмөтләнгәйнек. Халыҡтың әүҙемлеген күреп иһә, хайран ҡалдыҡ. Ҡатнашыусылар 500-ҙән ашып китте! Уларҙың бөтәһен дә ҡарау, эшкәртеү, видеоларҙың һәр береһен интернет селтәренә һалыу, китапҡа туплап индереү, әлбиттә, күп көс талап итте, – тине ул һәм конкурсты үткәреүгә, уның материалдары менән эшләүгә ғәйәт ҙур хеҙмәт һалған эш төркөмөнә, жюри ағзаларына рәхмәт әйтте.


Ҡатнашыусылар араһында өлкән йәштәгеләрҙең күп булыуы һәм пандемияға ҡағылышлы санитар-эпидемиологик шарттарҙы күҙәтеү маҡсатында, бөгөнгө сараға конкурста еңеүселәрҙең бер төркөмө саҡырылғайны. Улар араһында Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш, Миәкә, Әлшәй райондары, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары вәкилдәре бар ине.


Ҡалған еңеүселәрҙе лә яҡын арала саҡырып тәбрикләү күҙ уңында тотола.


Дамира Ҡот­ло­гилдина, Ҡыр­­мыҫҡалы районының 1-се балалар баҡ­са­һында физкультура буйынса инструктор:


– Был про­ект тәүгә уҙғарылды бит инде, шуға ла ул миндә лә ҙур ҡы­ҙыҡ­һы­ныу уятты. Конкурсҡа “Йылан малай” исемле башҡорт халыҡ әкиәтен тәҡдим иттем. Уны башта бергә эшләгән хеҙ­мәттәштәремә уҡып ишет­тер­ҙем, улар бик оҡ­шатты. Балалар баҡсаһы мөдире Нәзирә Тәлғәт ҡыҙы ла дәртләндереп ебәрҙе. Коллегаларым шулай ҡеүәтләп торғас, ҡатнашырға йөрьәт иттем. Исмаһам, ҡатнашыусы булараҡ сертификат алһам да бик яҡшы, тип уйлағайным, ҙурырағына бөтөн­ләй өмөт итмәнем. Еңеүселәр араһында булғаным иһә көтөл­мәгән ҡыуаныс килтерҙе!



Читайте нас