“Телем мәңгелеккә бөгөн юл ала”

Уның хеҙмәте – тарих ҡына түгел, киләсәккә бурыс та, мөрәжәғәт тә, оран да...

Арҙаҡлы ғалим Әкрәм Ғибәҙулла улы Бейешев 1926 йылда хәҙерге Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы, Ғибәҙулла Абдулла улы – билдәле уҡытыусы, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе – бөтә балаларына, шул иҫәптән Әкрәмгә лә, юғары белем биреү өсөн күп көс һала. Әгәр ул балаларында белемгә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятһа, милли рух үҫтерһә, әсәләре Миңлебикә Әбделғәлим ҡыҙы уларға күңел нескәлеге, күңел байлығы һала.


Алтын хәрефтәр менән яҙылған


Ул замандағы бөтә уҡытыусы балалары кеүек (белеүебеҙсә, уҡытыусыларҙы мәктәптән-мәктәпкә күсереп йөрөтөү тәртибе булған), Әкрәм Бейешев төрлө мәктәптәрҙә белем ала. Ҡаты ауырып китеү сәбәпле, унынсы класты бөтөрә алмай ҡала һәм 1943 йылда уны армияға алалар. Ул 1950 йылға тиклем хеҙмәт итә.
Венала хеҙмәт иткән сағында Әкрәм Бейешев киске мәктәпкә йөрөй, аттестат ала һәм киләсәктә юғары уҡыу йортона инергә ҡарар итә. Әммә армиянан ҡайтыуына вузға ҡабул итеү тамамланған була, һәм ул “Башҡортостан” гәзитендә эшләй башлай. Гәзит эшен Әкрәм Ғибәҙулла улы яратып, бөтә күңелен биреп башҡара. Уның мәҡәләләре актуаллеге, бай теле менән оло быуын журналистарына, гәзит уҡыусы­ларға оҡшай. Баш мөхәррирҙән бер нисә тапҡыр маҡтау һүҙҙәре лә ишетә. Әммә юғары белемле булыу һәм уны мотлаҡ Мәскәүҙә алыу хыялы Әкрәм Бейешевкә тынғы бирмәй.
Шулай итеп, ул 1951 йылда Мәскәү университетының Көнсығыш факультетына уҡырға инә. Шаулы, фән төпкөлдәренә сумып уҡыған, хыял, мөхәббәт диңгеҙендә йөҙгән студент йылдары күҙ асып йомғансы үтеп тә китә. Буласаҡ мәшһүр ғалим Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә ҡайта. Институтта ул телсе-ғалим, һүҙлексе, төркиәтсе булып формалаша, үҙенең исемен донъя кимәленә күтәргән иллеләп фәнни хеҙмәтен ижад итә.
Ошо хеҙмәттәре араһында Әкрәм Бейешевтең “Төрки телдәренең “беренсел” оҙон һуҙынҡылары” тигән монографияһы үҙенең фундаменталлеге менән айырылып тора һәм тюркология, алтаистика тарихына алтын хәреф менән яҙыласаҡ ғилми эштәрҙең береһе булып китә. Был монография 1963 йылда билдәле төркиәтсе Эрванд Владимирович Севортян редакцияһында донъя күрә. Мәскәү университетында билдәле ғалимдар ярҙамында, үҙенең тырышлығы менән йыйған киң шәрҡиәт белеме (филология, лингвистика, тарих, мәҙәниәт) Әкрәм Бейешевкә, ысынлап та, фундаменталь хеҙмәт яҙырға мөмкинлек бирә.
Китаптың йөкмәткеһенә, әһәмиә­тенә килгәндә, шуны әйтеп китергә кәрәк, тюркология фәнендә йөҙәр йыл бәхәс тыуҙырған проблемалар бар. Шулар араһында төрки тел­дәренең “беренсел” оҙон һуҙынҡы­лары (урыҫса әйткәндә, первичные долгие гласные в тюркских языках) тигән проблема айырым бер урын алып тора.
Билдәле булыуынса, төрки тел­дәрҙә оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар булған. Был боронғо күренештең ҡал­дығын төркмән, яҡут телдәрендә, ҡайһы бер телдәрҙең бәғзе һүҙҙә­рендә, формаларында табып була. Мәҫәлән, башҡорт телендәге ат (исем, атама мәғәнәһендә) һүҙендәге тамырҙағы а оҙон һуҙынҡы булған, ә уның омонимы ат (йылҡы мәғә­нә­һендә) – ҡыҫҡа а һуҙынҡыһы менән килгән, тип иҫбатлай ғалимдар.
Оҙон һуҙынҡылар араһында беренсел һәм икенсел һуҙынҡылар булған тигән гипотеза ла бар. Был гипотезаны Рамстед, Педерсен, Лигете, Рясянен, Поппе, Менгес, Габен, Кононовтар яҡлай һәм беренсел һуҙынҡыларҙың бик боронғо икән­леген дәлилләй. Тюркологияның шундай билдәле ғалимдары менән Әкрәм Ғибәҙулла улы фәнни бәхәскә инә һәм, яҡут, төркмән һәм башҡа ҡайһы бер телдәр материалына таянып, оҙон һуҙынҡылар араһында беренсел һәм икенсел һуҙынҡылар тигән төшөнсә булырға тейеш түгел, тип билдәләй, сөнки оҙон һуҙын­ҡыларҙың барыһы ла өндәр комплексы тартылыуы, ҡыҫҡарыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән.


“Үҙемде ир иткән – Һин, телем...”


Эйе, Әкрәм Бейешев мәшһүр фонетист ине. Ул ошо юлдан барһа, ғилми эштәрен дауам итһә, күптән доктор, профессор, лайыҡлы академик булыр ине, әммә 1960 йылдар башында Ә. Бейешев коллегалары менән башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенә тотона.
Беренсенән, улар XIX быуат аҙағынан һуңғы йылдарға тиклем сыҡҡан бөтә әҙәби, ғилми, ижтимағи-сәйәси баҫмаларҙан, совет дәүерендә баҫылған матбуғаттан, халыҡ ижады ҡомартҡыларынан, архив ҡулъяҙмаларынан, баҫма һәм ҡулъяҙма һүҙлектәрҙән лексик материал туплай, картотека төҙөй.
Икенсенән, Ә. Бейешев картотека, аңлатмалы һүҙлек төҙөү принциптарын, фәнни нигеҙҙәрен эшләй башлай. Шулай итеп, ул аңлатмалы һүҙлек темаһының етәксеһе, идеологы, тәүге мөхәррире булып китә. Әлбиттә, уға инде яратҡан фоне­тикаһын, уйланылған докторлыҡ диссертацияһын ҡалдырып торорға тура килә.
Кимәлдәре, характерҙары төрлө булған һүҙлекселәр коллективы менән эшләү еңелдән булмай. Әммә етәксенең фанат, эскерһеҙ булыуы коллективта килеп тыуған ауыр­лыҡ­тарҙы еңергә ярҙам итә һәм, ниһа­йәт, һүҙлек 1993 йылда “Баш­ҡорт теленең һүҙлеге” тигән исем менән ике томда Мәскәүҙә донъя күрә.
Һүҙлекте ҡулға алғас та, уның нигеҙенә норматив принцип һалын­ғаны күренә. Унда һүҙҙең һәр мәғә­нәһе, мәғәнә төҫмөрө айырым аңла­тыла, ҡулланылыш үҙенсә­лектәре билдәләнә. Шуның менән был һүҙлек башҡорт теленең һүҙ байлығын, уның мәғәнәләр системаһын, стилистик мөмкинлектәрен аса. Һүҙҙең мәғәнәләрен асҡанда һүҙбәйлә­нештәр, матур әҙәбиәттән, халыҡ ижады әҫәрҙәренән һәм ваҡытлы матбуғаттан алынған миҫалдар бирелә.
Халыҡ ижады, йола, ғөрөф-ғәҙәт, милли мәҙәниәт, тарих буйынса ла бик күп материал индерелгән һүҙ­леккә. Шулай итеп, был һүҙлек лингвистик һүҙлек кенә түгел, ул этнолингвистик, халыҡ мәҙәниәте һүҙлеге лә.
Эйе, һүҙлек менән Әкрәм ағай үҙенә, коллегаларына һәм дә туған телебеҙгә һәйкәл һалды. Быуаттар үтһә лә, был һүҙлек, Мәхмүт Ҡашға­ри, Владимир Даль һүҙлектәре кеүек, киләсәк быуындарға олатай-баба­ларыбыҙҙың, үҙебеҙҙең күңел бай­лығын, донъяны танып-белеү үҙен­сәлеген, тормош философияһын тапшырыр.
Шулай итеп, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән рухи байлығын киләсәккә тапшырыу миссияһын үтәне был һүҙлек менән Әкрәм ағай һәм уның коллегалары.
Был һүҙлеккә Әкрәм ағай 23 йыл ғүмерен бирҙе. Ул уны яратып, шул уҡ ваҡытта янып-көйөп эшләне, сөнки ул телебеҙҙе, башҡорт телен иҫ киткес ярата ине. Быны уның тел тураһында яҙған шиғырҙары ла иҫбатлай:

Әсәйемде әсәй, илемде ил,

Үҙемде ир иткән –

Һин, телем.

Эйелмәҫ баш, тына белмәҫ

йөрәк,

Йәшәр теләк биргән –

Һин, телем.

Һуңыраҡ инде ул: “Минең телем үлер өсөн түгел, йәшәр өсөн сыҡҡан донъяға... ” – тип яҙа.


Халыҡты уйландыра


Киң диапазонлы ғалим, “халҡым!” тип йөрәге әрнегән шәхес булараҡ, үҙгәртеп ҡороу, демократия башлан­ғас, Әкрәм Бейешев тел проблемалары менән сикләнеп ҡалмай, баш­ҡорт халҡының тарихын өйрәнергә тотона һәм, ниһайәт, 1993 йылда уның “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” тигән яңы хеҙмәте донъя күрә.
Ике өлөштән торған был китапта Әкрәм Бейеш халҡыбыҙҙың 1917 йылға тиклемге һәм 1917 йылдан һуңғы көрәшен һәм яҙмышын яҡтырта, башҡорт күҙлегенән сығып баһа бирә. Күренекле ғалим Р. Фәхретдиновтың “һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш” тигән һүҙҙәрен принцип итеп алып, Әкрәм Ғибәҙулла улы был хеҙмәтендә башҡорт тарихын башҡорт күҙлегенән яҙа. Үҙе әйтмешләй, был китапта ул башҡорт халҡының “көмөш кеүек саф тарих юлын” ғорурланып та, әрнеп тә һүрәтләй.
Эйе, дөрөҫ әйтә Әкрәм Бейешев: “Башҡорт халҡының тарихында оялырлыҡ, хурларлыҡ бер генә лә нәмә юҡ. Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да башҡа халыҡтарҙың ер-һыуына баҫып инеп ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын илатмаған. Ул, киреһенсә, үҙе ете быуат ярым буйы баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн көрәшкән”.
Башҡорт халҡының тарихы, нигеҙҙә, ошо ғазап һәм көрәш тарихынан ғибәрәт икәнлеген күрһәткән үҙенең китабында Әкрәм ағай Бейешев. Әммә уның китабы тик тарих ҡына түгел, ул киләсәккә йәштәргә бурыс та, мөрәжәғәт тә, оран да.
Эйе, Ә. Бейешев һүҙҙәре менән әйткәндә, халҡыбыҙҙың өмөт йондоҙон ысын ирек ҡояшы итеп ҡабыҙып ебәреү – хәҙерге “быуындың мөҡәддәс бурысы”. Был хеҙмәт халҡыбыҙ тарихын аңлауҙа, милли үҙаң үҫтереүҙә бик ҙур роль уйнаны.
1995 йылда Әкрәм Бейешевтең “Нация и национальная политика” тигән хеҙмәте донъя күрә. Был китапта ул В. И. Лениндың милли мәсьәләләргә булған ҡараштарын, уларҙың эволюцияһын тикшереп, Лениндың, СССР-ҙың, Рәсәйҙең милли сәйәсәтенә киҫкен тәнҡит күҙлегенән баһа бирә, СССР-ҙың тарҡалыу сәбәптәрен аңлата, Рәсәй сәйәсмәндәренә иҫкәртеү яһай. Ул былай тип яҙа: “Российским правителям и политикам необходимо освободиться от давно изжившего себя в цивилизованном обществе имперского мышления. Силой народы не удержать. Их борьба за свободу будет усиливаться. Будущее всегда за теми, кто борется за свободу”.
Әкрәм ағайҙың 1990 йылдарҙа яҙған ошо тезистарын билдәле сәйәсмән, Татарстандың элекке президенты Минтимер Шәймиев ауыҙынан 2000 йылда ишетеү, Әкрәм Ғибәҙулла улының телсе-ғалим ғына түгел, сәйәсмән, ғалим-политолог икәнлеген дә күрһәтә.
Ә. Бейешев – заман менән йәшәгән ғалим. Шуға ла йәмғиәттә тел проблемалары барлыҡҡа килгәс, 1999 йылда уның “Тел хикмәттәре” тигән китабы донъя күрә. Был хеҙмәттә ул матбуғат, яҙыусылар теленә анализ яһап, типик хаталарҙы төҙәтеп, башҡорт теленең стилистикаһын камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәр индерә. Әгәр бөгөн матбуғатта, конференцияларҙа тел сафлығы, тел мәҙәниәте, стилистика, ҡулланылыш проблемалары күтә­релә икән, тимәк, Әкрәм Бейешевтең китабы халыҡты, журналистарҙы уйландыра, эҙләндерә, эшләргә мәжбүр итә, тип әйтеп була.
Бала сағынан һалынған, үҙе дауам итеп үҫтергән Ә. Бейешевтең тағы бер һәләтен билдәләп китергә кәрәк, тип уйлайым. Ул ғалим-телсе, ғалим-политолог ҡына түгел, иҫ киткес шәп тәржемәсе лә. 1957 йылда әле уның “Ҡытай хикәйәләре” тигән алты хикәйә-тәржемәһе донъя күрә. Был тәржемәләрҙең теле шул тиклем бай, хатта тәржемә икәнлеген онотоп та китәһең.
2002 йылда Ә. Бейешевтең “Көл аҫтында ҡуҙ” тигән китабы донъя күрә. Был китап Әкрәм ағайҙың оҫта шағир һәм хикәйәсе икәнлеген дә күрһәтә. Шиғырҙарында Әкрәм Бейешевтең донъяға, халҡына, туған теленә ҡарата мөхәббәте, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары, яманлыҡтарға булған нәфрәте, үҙ-үҙен аңларға, үҙенә бирергә тырышҡан баһаһы ла сағылыш тапҡан:

Әллә ниндәй инде минең холҡом,

Була алмайым икеле-микеле.

Көйһәм, көйәм утта көйгән

кеүек,

Һөйһәм, һөйәм Мәжнүн шикелле.

Асыуланһам, ябай асыу түгел,

Сорһоҙ нәфрәт менән сәсәйем,

Һәр хисемде иң юғары нөктә,

Иң ҙур үлсәү менән үлсәйем.
Эйе, Әкрәм Бейешев эскерһеҙ, таҙа күңелле, абруйлы шәхес ине. Ул, һәр нәмәне йөрәгенә яҡын алып, янып йәшәне. 2004 йылда ул беҙҙең аранан китте. Үҙе теләгәнсә уны тыуған яҡтарына алып ҡайтып ерләнеләр. Инде рухы тынысланғандыр Әкрәм ағайҙың, сөнки ул туплаған тел материалдары, ул сығарған оло һүҙлек, яҙған китаптары телебеҙҙе мәңгелеккә илтте. Ошоно һиҙгәндәй, Әкрәм ағай әле 1975 йылда түбәндәге шиғыр юлдарын яҙғайны:

Уҙыр йылдар, күп быуаттар

уҙыр,

Халҡым, бәлки, булмаҫ донъяла,

Ләкин уның теле,

Минең телем,

Мәңгелеккә бөгөн юл ала.

Читайте нас