1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, баш ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында бәләкәстәр өсөн бик күп байрам саралары ойошторолдо. Ә Өфөләге И. Якутов исемендәге паркта икеләтә күңелле булды. Әллә ҡайҙан тирә-яҡҡа яңғыраған башҡортса йыр-моң тауыштары ишетелде, майҙансыҡты милли кейемдәрҙәге, саф башҡортса һөйләшкән балалар биләп алғайны. Бында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.
Парк рухлы ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар, зирәк, аҡыллы балалар менән тулған ине. Ата-әсәләрҙең үҙ-ара ла, балалары менән дә башҡортса һөйләшеүен күҙәтеү бик күңелле:
– Рамаҙан, әйҙә, теге яҡҡа барып уйнап киләйек.
– Заһиҙә, ипләп кенә йөрө. Әйҙә, тәмлекәс алабыҙ.
Бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары ойошторолдо. Улар зирәклектә, тапҡырлыҡта, тиҙлектә көс һынашты. Еңеүселәр матур бүләктәр алып ҡыуанды. Бәләкәйҙәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде, улар биҙәүестәр, матур әйберҙәр эшләргә өйрәнде. Фотоға төшөү өсөн милли тематикала бер нисә фотозона ойошторолдо.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең айырым стендын булдырҙы. Бында башҡортса шиғыр һөйләргә, милли кейемдә фотоға төшөргә лә була ине. “Телемде яратам, башҡортса һөйләшәм” тип аталған флешмобта балалар ихлас ҡатнашты. Шулай уҡ ата-әсәләр өсөн дә файҙалы нәмәләр күп булды. Ҡоролтай ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәре теләгән кешеләргә белем биреү учреждениеларында балалары туған телендә уҡыһын өсөн ни эшләргә кәрәклеген аңлатҡан буклеттар таратты.
Ошонда уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы – виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм милли уйын ҡоралдары күргәҙмәһе ойошторҙо.
Быйыл “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы Башҡортостанда үтәсәк VI Халыҡ-ара фольклориадаға арналды. Уны республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторҙо. 5 апрелдән алып 19 майға тиклем бәйгенең төбәк-ара этабы үтте. Унда кескәйҙәр үҙҙәренең туған телдәрендә донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләп көс һынашты.
Конкурстың маҡсаты – бәләкәстәр араһында әкиәтселек мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү. Матур итеп әкиәт һөйләгән баланың хәтере яҡшыра, ораторлыҡ оҫталығы арта, ул фекерләргә, уйын кешеләргә матур итеп еткерергә лә өйрәнә. Туған телде яҡшыраҡ белеү һәм өйрәнеү өсөн дә бик матур сара ул.
Конкурс төрлө номинациялар буйынса үткәрелде, яңғыҙ һөйләүселәр ҙә булды, әкиәттең инсценировкаһын, мультипликация һәм анимация йәһәтенән оҫталығын күрһәтеүселәр ҙә баһаланды.
Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, конкурстың беренсе этабына 347 эш килгән. Уларҙы балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр һәм 1 – 4-се кластарҙа уҡығандар ебәргән. Төбәк-ара кимәлдәге бәйгелә Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан тыш, Рәсәй төбәктәренән дә ҡатнашыусылар байтаҡ булған. Мәҫәлән, эштәр Татарстан Республикаһы, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре, Пермь крайынан килгән. Әкиәттәрҙе балалар үҙҙәренең туған телдәрендә – башҡортса, русса, татарса, удмуртса, марийса, сыуашса һәм башҡа телдәрҙә башҡарған. Эштәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендә урынлаштырылды.
Ошо көндәрҙә иһә конкурстың икенсе этабы үтте. Унда 70-тән ашыу бала ҡатнашып, онлайн тәртибендә жюри ағзаларына әкиәттәрен уҡып ишеттергән. Ә 1 июндә тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды.
Бәйге булғас, еңеүселәр ҙә билдәләнә, әлбиттә. Бәләкәй конкурсанттарҙың күптәре дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды. Ә абсолют еңеүселәр тип Өфө ҡалаһындағы 28-се һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн коррекция мәктәп-интернат менән Әбйәлил районының Амангилде ауылындағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре табылды.
Сара матур концерт менән үрелеп барҙы. Өлкәндәр балаларҙы тәбрикләп матур теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Ә еңеүселәр әкиәттәренән өҙөктәр һөйләп ишеттерҙе, коллективтар бейеү-йырҙары менән ҡыуандырҙы.
– Бөгөн бында иң ҡыйыуҙар, батырҙар, зирәктәр, аҡыллылар йыйылған. Бәйгелә ҡатнашҡан бөтә балаларға телдәрен һаҡлауға үҙ өлөштәрен индергәне өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Бөгөнгө һанлаштырыу заманында ла әкиәттәрҙе онотмауығыҙ, улар менән мауығыуығыҙ һоҡланыуға лайыҡ, – тине мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Еңеүсе һәм ҡатнашыусы балаларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ла тәбрикләне. Уларға туған телдәрен белеп кенә түгел, ә яратып, ҡәҙерләп үҫергә теләне.
– Беҙҙең төбәк-ара кимәлендәге “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһе Башҡортостандағы ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә балаларҙы берләштерҙе. Һәр берегеҙ үҙ телегеҙҙә иркен, матур итеп һөйләйһегеҙ, афарин! – тине Эльвира Айытҡолова.
Сабыйҙар үҙ мөхитендә рәхәтләнеп аралашты, бейене, уйнаны. Матур саранан ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт ҡалды. Улар үҙ-ара танышып, туған телебеҙҙең киләсәге тураһында фекер алышты.
Бәләкәй әкиәтселәр һәм уларҙың ата-әсәһе менән беҙ ҙә яҡынданыраҡ таныштыҡ. Иң бәләкәйҙәр араһында яңғыҙы әкиәт һөйләгәндәр номинацияһында Өфө ҡалаһында йәшәгән дүрт йәшлек Зөлхизә Юлдашбаева “Эш табылды” башҡорт халыҡ әкиәте менән беренсе урынға лайыҡ булған. Ул баш ҡаланың 282-се балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәһе Альбина менән атаһы Илмир әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһендә балаларына башҡорт телен өйрәтергәме-юҡмы тигән һорау бөтөнләй тормаған. Өйҙә тик башҡортса һөйләшәләр, балалар баҡсаһында ла Зөлхизә үҙ телендә аралаша.
“Ҡыҙҙарҙың олатай-өләсәйҙәре лә бик рухлы кешеләр, уҡытыусылар. Иптәшем менән ауылда тыуып үҫкәнбеҙ. Беҙҙең балалар ҙа бер нимәгә ҡарамай башҡорт булып үҫәсәк. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел”, – ти Зөлхизәнең әсәһе.
Афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ә һеҙҙең балалар башҡортса беләме? Балаларыбыҙҙың туған телен белеп үҫеүе тик ата-әсәләр ҡулында бит.
Бөгөн был паркта йыйылған кешеләр һис шикһеҙ рухлылар. Балаларын да ысын ватансылар итеп үҫтереү өсөн улар барыһын да эшләй: сабыйҙарының телен туған телендә астыра, өйҙә башҡортса һөйләшә, аҙаҡ башҡортса белем биргән балалар баҡсаһы һәм мәктәптәргә бирергә тырыша.
Әйткәндәй, балаларығыҙ белем биреү учреждениеларында туған телдәрен өйрәнәсәкме-юҡмы, барыһы ла һеҙҙең, ата-әсәләрҙең, ҡулында.
– Әле малайҙар балалар баҡсаһына йөрөй. Рус баҡсаһы булһа ла, башҡорт төркөмөнә бирҙем. Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ, тиҫтерҙәре менән дә үҙ телебеҙҙә аралаштырабыҙ. Башлыса минең әхирәттәремдең балалары менән уйнайҙар, сөнки улар ҙа башҡорттар. Мәктәптә лә башҡорт телен өйрнеүҙәрен теләйем, – тине Өфөнән Эльвира Теләүғолова.
Уның янында торған икенсе әсәй кеше һөйләшеүгә ҡушылып китте. Азалиә Ибәтуллинаның ҡыҙы быйыл балалар баҡсаһын тамамлай. Өй янындағы мәктәптәре – рус мәктәбе, тик ул балаһының башҡорт телендә уҡыуын теләй.
Был йәһәттән ҡануни нигеҙҙә бөтә шарттар тыуҙырылған. Бала мәктәпкәсә учреждениела туған телен өйрәнһен өсөн, баҡсаға урынлаштырған мәлдә, йыл дауамында яҙма ғариза бирергә мөмкин. Шулай уҡ балаларҙы беренсе класҡа биргәндә ата-әсәләр туған телде һайлап ғариза яҙа. Ә ғаризалар 1 апрелдән 30 июнгә тиклем – мәктәпкә барыу өсөн тәү сират хоҡуғы булған һәм мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән балалар өсөн; артабан – 6 июлдән 5 сентябргә тиклем – беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балаларҙың ата-әсәләренән ҡабул ителә.
Туған телде уҡытыу буйынса ғаризалар белем биреүҙең сираттағы кимәленә күскән осраҡта ата-әсәләр йыйылышында, шулай уҡ бер уҡыу йортонан икенсеһенә күскән саҡта ҡабул ителә.
Республикала һәр бала туған телен белһен, өйрәнһен өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Ни бары теләк һәм рух кәрәк. Кәмендә ике тел белеп үҫкән кешенең ҡарашы киңерәк, үҙе белемлерәк була.