Йылға буйында ғына уның өйө. Әбделкәрим ауылына уҡталған яңы ҙур күпер күренеп тора. Һаҡмар тулҡындары Ғилмияза апайҙың тәҙрәһенә ҡарай-ҡарай талғын ғына ағып үтә, тәҙрә төбөндә гөрләп үҫкән, яҙҙан көҙгә хәтлем алһыу сәскә бөрккән ҡына гөлдәре ҡояш йылыһына кинәнеп бейешә төҫлө.
Ә ул үҙе йомшаҡ ҡына тауыш менән һөйләй башлай:
– Бөтә әҙәм дә моңло, тарихлы бит ул донъяла. Мин Fилмияза Мәхмүтйән ҡыҙы Буранғолова булам, Баймаҡ районының Вәли ауылында тыуғанмын. Ул ауыл хәҙер юҡ инде. Атайым Мәхмүтйән Һөйөндөков һуғышҡа киткәндә, өс айлыҡ ҡына бәпес булып ҡалғанмын. Ағайым Фирғәткә ике йәше саҡ тулған. Атайыбыҙ бик моңло йырсы, ҡурайсы булған. Яуҙа башын һалды. Фронтҡа киткәндә ул беҙгә, ике йәш балаһына, арнап йыр сығарып, хушлашҡанда йырлап киткән.
Ағайым да бик моңло йырлай ине. Бәләкәйҙән йырсы булып танылды. Әле лә һағынып һөйләйҙәр. “Әсәйемде эштәтеп йөрөтмәйем”, тип 12 йәшендә колхозға көтөү көтөргә сыҡты. Һыйыр малын төндә көтәләр, Фирғәттең сиратын алдан белешеп, ҡыҙ-ҡырҡын йәһәтләп йорт эшен бөтөрөп, ҡапҡа төбөнә эскәмйәгә сығып ултыра. Төнгө тауыш алыҫҡа китә, бик матур яңғырай, Фирғәт ағайымдың йырҙары ла ауылда ифрат моңло булып ишетелә. Оҙон көйҙәрҙе йырланы – “Зәлифәкәй”, “Ашҡаҙар”, “Бейеш”… Мин ул хәтлемен булдыра алмайым, тыным етмәй. Ағайым яратҡан ҡыҫҡа йырҙар ҙа бар ине.
1980 йылдарҙа Ғилмиязаның йөрәге урынынан ҡуба: Әбделкәрим ауылында “Түңгәүер” фольклор төркөмөн йыйған уҡытыусы Зәйнәб Сәхи ҡыҙы Кәримова “үҙебеҙҙең йырҙарҙы ғына йырларбыҙ” тип кешеләрҙе сәхнәгә саҡыра башлай. “Атайымдың да йыры бар бит, ағайымдыҡы ла...” – тип оялсан Ғилмияза үҙе лә һиҙмәҫтән төркөмгә барып ҡушыла.
Салт ҡатындар, милли кейемде үҙҙәре хәстәрләп һәм йәһәтләп, күлдәк-камзуллы булды. Биҙәүестәре – боронғо “түңгәүер һаҡалы” (уныһы әүәле шау көмөш тәңкәнән торған – үткән замандарҙа аҡсаны ҡыуғында йөрөгән, урманда күмер һүндергән, һунар иткән, шулай уҡ яуҙарҙан ир-егеттәр алып ҡайтҡан. Ә ҡатындары кәзә дебетен, һарыҡ йөнөн иләп, өй беренсә шәл һуҡҡан, кейеҙ баҫҡан). Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар һаҡалға иҫке совет аҡсаларын теҙә.
Ғәжәп өлгөр һәм танһыҡ ансамбль булды ул заманда “Түңгәүер”! Башҡортостанда тәүге фольклор төркөмө булараҡ, бер һабантуйҙан да, бер байрамдан да ҡалманылар. Шаян таҡмаҡ әйтә башлаһалар, бейемәгән кеше бейеп китер ине, оҙон көйгә йыр һуҙһалар, иламаҫ кеше түгелеп илар ине...
“Байрамдарҙа уларҙы “уйын батшаһы” итә торған бер нисә йырлы-бейеүле сығыштары бар, уларҙың береһе – “Алтын ҡалаҡ”. Алмашлап йырлап, ҡара-ҡаршы төшөп парлашып бейейҙәр.
– Беҙ элекке йоланы тотабыҙ: башҡорт йырының тарихын һөйләп, йырҙы яңғыҙ башҡарыу фарыз. Йырҙы бер кеше сығара, ә ул тотош ауыл, ил өсөн ҡәҙерле һәм милли ҡомартҡы булып китә. Йырға тоғролоҡ – ул ергә тоғролоҡ, йәргә тоғролоҡ кеүек. Мәжлестә, байрамда, уйында күмәкләп йырлайҙар. Ә боронғо көйҙө эҙләүгә килгәндә иһә, үҙебеҙҙә инде моң шишмәләре. “Fәзизәкәй” тигән йырыбыҙ бар. Уны Фәриҙә Ҡудашева өйрәтте, Әбделкәрим ауылында йәшәгән Нуретдин Булатов ағайҙың мираҫы, ти, унан Фәриҙәнең апаһы Миңлеямал Мостафа ҡыҙы Fәбитова отоп алған... “Сыбай ҡашҡа” көйөнә оҡшатып йырлана. Тыңлап туйғыһыҙ матур бер ҡомартҡы, йәне генә юҡ, тип хатта яратабыҙсы...
Иртәнсәккәй тороп бер ҡараным,
Ҡарайып-ҡарайып ята һөргән ер;
Ашаған да бөтөр, кейгән туҙыр,
Вайран булып ҡалыр йөрөгән ер!
Fәзизәкәй, Fәзизәкәй, Fәзизәкәй
Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам,
Ағас башҡайҙары шеш кеүек;
Үткән ғүмерҙәрҙе уйланиһәң,
Йоҡоларҙа күргән төш кеүек.
Fәзизәкәй, Fәзизәкәй, Fәзизәкәй
Иртәнсәккәй тороп бер ҡараһам,
Һаҡмар ғына буйы ысыҡлы...
Үткән генә ғүмер нисек тә үткән,
Ҡалған ғүмеркәйҙәр ни саҡлы.
Fәзизәкәй, Fәзизәкәй, Fәзизәкәй
Йырсыларыбыҙ бер-береһен хуплап-дәртләндереп кенә тора. Сания апай Теләүсинаның үҙенең генә йыры бар. Шуны йәнә бер оҫта йыраусыбыҙ Фәриҙә Йәнсурина һуҙып ебәрһә, Сания апай, түҙмәй, күтәреп ала:
Йүгереп кенә төштөм үҙәккә –
Ике лә генә бөртөк еләккә.
Янып та ғына барған йөрәккә.
Һыуһап та йөрөп һыуға төштөм
Һыул(ы)үҙәккәйләрҙең буйына.
Кемдәр генә килеп кемдәр китмәй
Был фаниҡай ғына ла донъяла.
Фәриҙә Йәнсуринаны әйтәм, ундағы күкрәк тауышы бер кемдә лә юҡ. Етмәһә, тауышы торған һайын сағыулана, нығый. Гел йырлап йөрөгән кеше тиерһең. Хәйер, йырһыҙ тормайҙыр ул, һөйләшеүе лә көйләгән кеүек бит. Йырын радионан да ишеткәнегеҙ барҙыр әле:
Йырла ла ғына тиһәң, мин йырлайым, –
Берҙе лә генә түгел – икене.
Йырламаҫ та инем мин икене,
Һеҙ, туғанҡайҙарым, һөйкөмлө!
Ҡара ла юрға, зыңғыр дуға,
Менә лә генә алмай үрҙәргә.
Күрәһеләрҙе ай күрмәйенсә,
Инеп тә генә булмай гүрҙәргә.
Ана шулайта ул: тарих-заман ағыла, уға эйәрә йыр-моң тағыла. Беҙҙә йыр ғәжәп бит ул, осо-ҡырыйы юҡ, өҙөгө-аҙағы юҡ, килегеҙ ҙә тыңлағыҙ. Ота алһағыҙ, йырлап ҡайтып китерһегеҙ, рәхмәт әйтерһегеҙ, – тип Ғилмияза апай ҡул эшенә тотона.
Уның “Ҡорама-туй” республика фестивалдәрендә ҡатнашып, бер нисә мәртәбә еңеүсе булғанын да белдем. Әлбиттә, йырҙары уға көс бирә.
Был яҙманы әҙерләгәнгә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Күптән түгел Әбделкәримдә булдым. Оло трассанан боролған юлды яҡшылап күтәргәндәр, матур, һоро, ҡаты ҡом түшәгәндәр. Һаҡмар үҙәне, туғайлы, текә ҡаялы ярҙары әллә ҡайҙан йәшел тыны менән үҙенә тартып тора. Тау битләүендәге зыярат кәртәһе тышында күмәк машина теҙелгән, тимәк, ауыл кешеһе өмәгә килгән, тәртип булдыра. Уң яҡтан һыу һаҡлағыс башняһы ағарып күренә, быйылғы ҡар һыуын йыйып тултырғандыр инде уның бетон ҡамауҙары-дамбалары, сөнки гүзәл йылғабыҙ боҙҙарын тубырҙатып геүләтеп ташманы, һыу төбөн баҫҡан ләм-ылымыҡтан таҙарына алманы. Ҡыуат ауылы тау аръяғында “күренмәй” генә ҡалһа ла, алсаҡ һәм ғорур яҙыуы менән сәләмләй: “Беҙ бында, беҙ бар!” тигәндәй.
Һаман һуҙам әле хәбәрҙе. Һаман ауыр хәбәргә яҡынайырға ҡыймайым...
Һаҡмар күперен елдереп сығып барған саҡта йотлоғоп таныш йортҡа, тәҙрәләренә ҡарайым. Ҡыналары алһыу нур бөркөп, дүрт тәҙрәһенән дә көлөп саҡырып торор ине. Ни өсөн аҡ-һары яһалма сәскәләр шымтайып ҡатып ҡалған? Матур ҡапҡаһы, ыҡсым өйө урынында... Ағастары ла яҙғы япраҡтарын яҙып ебәрмәгән әле, ҡояшҡа саҡ күҙен асҡан бөрөләргә һырып тора... Ғилмияза апайым күренмәй...
Бер йорт аша йәшәгән Фариза апайыма үтеп киттем. Тауыш бирә-бирә килеп индем. Ҡапҡа алдына килеп туҡтаған машинаны ла күрмәй, йомолоп “Киске Өфө” уҡып ултыра, рәхмәт яуғыры. Кәштәһендә яҙмалары, “Ағиҙел”дәре, стеналағы “Юлдаш”ынан талғын ғына ҡурай моңо тарала. “Ғилмияза” көйөн уйнай! Гүйә, беҙҙе йыуата... Төпкө яҡтан апайымдың бабайы килеп сыға, ике ҡуллап күрешеп сәләм алышабыҙ.
“Эй, һаман ышанмайым. Ҡайтмаҫҡа киткәненә күңелем ышанмай. Шул хәтлем өйрәнгәнмен бит мин уға. Гел бергә булдыҡ. Гел янымда ине. Шул хәтлем етмәй, шул хәтлем юҡһынам. Үҙәгем өҙөлә – һағынам”.
Эйе, исемен әйтмәһә лә, аңлап торам: башҡорт йолаһы менән әруахты исемләп борсомайҙар. Фани донъяның зары ошонда ҡалһын, баҡый яҡҡа беҙҙән бары тик доға юл таба, тиҙәр.
Беҙ Ғилмияза апайымдың рухына әкрен генә аят уҡып, Аллаһу әкбәр итәбеҙ. Апайым, иманың юлдаш булһын. Ҡыш көнө үк йәнең был донъянан киткән икән. Йырҙарыңда сағылған матур хыялдарың, сәңгелдәктә генә ятып ҡалһаң да, ғүмер буйы һағынған атайың, һин һәр ваҡыт һоҡланып туймаған моңло йыраусы ағайың – һәммәһен дә тағы ла күрермен, тип уйлап өлгөрҙөңмө? Әллә был донъяла гөрләшеп тороп ҡалған ҡыҙҙарыңды, ейәндәреңде уйланыңмы? Һинең кескәй генә оло йөрәгең барыһын да һыйҙыра ине... Хоҙай шулай яратҡан кеше инең.
Күңелемде ғәм менән, моң менән байытҡан, сабырлыҡ өлгөһө булып йөрәгемде йылытҡан шәхес булдың, рәхмәт, Ғилмияза апайым Буранғолова, башҡорт халҡының боронғо ырыуы – ялан түңгәүере ҡыҙы.