Ер-һыу атамалары – халҡыбыҙ аманаты

Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ.

Учалы районының Наурыҙ ауылында “Ер-һыу атамалары – халҡым аманаты” тигән темаға район ағинәйҙәр ҡоро ойошторолдо. Мәртәбәле сараға республика “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Учалы районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров, район хакимиәте вәкилдәре саҡырылды.


Иҫтәлектәр ҡәҙерләп һаҡлана


Йыйында шулай уҡ ауыл яҙмышына битараф булмаған көслө зат вәкилдәре, райондың ағинәйҙәр ҡоро әүҙем ҡатнашты. Осрашыуҙың төп маҡсаты – урындағы ер-һыу атамаларын йыйып, китап итеп баҫтырып, йәш быуынға еткереү.
Наурыҙ ауылы гүзәл тәбиғәте менән айырылып тора. Юҡҡа ғына 2019 йылда ул “Башҡортостандың иң матур ауылы” тигән исемгә лайыҡ булманы! Ғәжәйеп матур ерҙә урынлашҡан: бында ике ҡитға – Европа менән Азия осраша, сылтырап аҡҡан Яйыҡ йылғаһы, башыңды күтәреп ҡараһаң, кәпәсең төшөп китерлек Боғасты, мәғрур Бөркөтоя, Ҡапсығай тауҙары, зифа ҡайындар, һомғол тирәктәр төбәккә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә. Ауылға данлыҡлы Ҡобағош сәсәндең тоҡомо, Ҡарас сәсәндең атаһы Ҡушкилде 1610–1615 йылдарҙа нигеҙ һалған. Ул иң тәүҙә Ҡушкилде тип йөрөтөлә.
Ике сәғәттән ашыу барған йәнле һөйләшеүҙә ошо йәмле тәбиғәтле Наурыҙ ауылындағы ер-һыу атамаларының легендалары, уларҙың килеп сығышы тураһында һөйләште ағинәйҙәр. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа һәр төбәктә топонимия буйынса мәғлүмәттәр туплауға һәм уларҙы өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Башҡорт тарихы йылы ла быға этәргес бирҙе.
Теге йәки был ауылдың ер-һыу атамаларын өйрәнеү – ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Һәр кеше – уҡыусымы, өлкән йәштәгеме ул, үҙе тыуып үҫкән, йәшәгән еренең тарихын белергә, ошо ерҙе һаҡлап яу сапҡан атай-олатайҙарҙы хөрмәт итергә, уларҙың батырлығын баһаларға өйрәнергә тейеш. Бына шуға өлгәшеү өсөн тыуған яҡ топонимикаһын белеү ҙур әһәмиәткә эйә.
Наурыҙ ауылы – ер-һыу атамаларына бай төбәк: Йөрәктау, Туғын бүкән, Урыҫ мунсаһы, Ишеғалды, Ҡапсығай, Ерәнат, Бөркөтоя тауҙары, Балэскән, Баҡшай, Яйыҡ, Кәлтәй, Ҡаран, Соңғор йылғалары, Ғәйнетдин сауҡаһы, Быйма баҫыуы, Өскисеү, Һәнәктәр, Ҡаҙаҡтар, Сыбарат, Шамил кисеүҙәре һәм башҡалар.
Сит кеше ҡолағына ят атамалар ошо төбәктә тыуып үҫкәндәр өсөн шул ҡәҙәр ғәзиз. Уларҙа әллә нисәмә быуат элек бында йәшәгән кешеләр хаҡында хәтирәләр, халыҡ тарихындағы фәһемле ваҡиғалар, мәрәкә кешеләр, көлкөлө хәлдәр хаҡында иҫтәлектәр һаҡлана. Әммә ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы берҙәре аҡрынлап юйыла бара. Ни тиклем үкенесле булмаһын, баҡыйлыҡҡа күскән һәр быуын үҙе менән баһалап бөткөһөҙ рухи хазиналарҙың күпмелер өлөшөн мәңгелеккә алып китә, шуға күрә ер-һыу атамаларын, уларға ҡағыл­ған тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуындарға еткереү – изге бурысыбыҙ.
Наурыҙ ауылының ер-һыу атамалары тураһында ошо ауыл ҡыҙы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Президенты гранты лауреаты Динә Кәримова бәйән итте.
– Ауылыбыҙға бәйле ер-һыу атамалары, быуындан быуынға күсеп, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Һәр тауҙың, һәр йылға-кисеү­ҙең, хатта һәр таш-соҡорҙоң үҙ заманында атамалары булған, һәр береһендә сер йәшерелгән, тарих һаҡлана. Улар – үҙе бер йоҙаҡ. Ә уның асҡысы, әлбиттә, өлкән йәш­тәгеләр хәтерендә һаҡлана. Улар ишетеп-күргәнде яҙыуға теркәп ҡалдырмаһаң, йәш быуынға барып етмәйәсәк, – тип һөйләне ул.

Динә Хатип ҡыҙы Кәркәбар, Боғасты, Бөркөтоя тауҙары, Ҡапсығай, Өй таш, Әбей яры, Күбә таш, Һандыҡ таш, Баҡшай кеүек урындарҙың атамалары, уларҙың тарихы менән таныштырҙы. Балэскән йылғаһының атамаһы тураһында Миңнур Байғарина үҙе яҙған шиғырҙы уҡып ишеттерҙе. Йылғаның башланған урынында, бейек ағас башында бал ҡортоноң ояһы – солоҡ булған икән. Бер мәл көслө ел сыҡҡан да, ағас ауған. Солоҡтан бал йылға буйлап аҡҡан. Кешеләр йылға һыуын эсһә, бал тәме килеп торған. Шул хәлдән һуң йылға Балэскән тип йөрөтөлә башлаған.

Ағинәйҙәр Наурыҙ ауылының ер-һыу атамалары тураһында бәйән итеп кенә ҡалманы, бик матур итеп сәхнәләштерелгән тамаша ла күрһәтте, йырлап-бейеп тә алды.


“Мүкләнергә” форсат юҡ


Учалы районының “Ағинәй” йә­мәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева “Ер-һыу атамалары – халҡым аманаты” проектының әһәмиәте тураһында һөйләне. Уны ағинәйҙәрҙең генә аҙағынаса атҡарып сығырына шик юҡ, тине.
– Бөгөн башҡорт халҡына ҡа­ғылған һәр нәмәне һаҡлап, яҡлап ҡалыу өсөн тырышлыҡ һалабыҙ. Юғиһә, Ғайса Хөсәйенов әйтмеш­ләй, был тәбиғәт китабыбыҙ ҙа, йылдар дауамында биттәре төшөп, тәләфләнеп йоҡарып бара ине. Байтаҡ ғүмер уҙып, илдәр гиҙеп күпме генә йөрөмәһен, кеше йәнтөйәге хаҡында хәтирәне күңеленең иң түрендә һаҡлай, кендек ҡаны тамған, тәүләп тәпәй баҫҡан тупрағын һағына, шунда ашҡына. Ундағы һәр аҡлан, шишмә, тау әйтеп биргеһеҙ ҡәҙерле, сөнки ул бала саҡтың ғәзиз мәлдәре, донъялағы иң яҡын кешеләре – ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре, туғандары, дуҫтары хаҡында иҫтәлектәр менән бәйләнгән.
Беҙҙең маҡсат – районыбыҙҙың ер-һыу атамаларын бер ергә туп­лап, түкмәй-сәсмәй, үҫеп килгән быуынға аманат итеп ҡалды­рыр­лыҡ китап сығарыу, сөнки ер-һыу атамаларының күбеһе, үкенескә ҡаршы, онотолоп, телдән төшөп ҡала бара. Күп атамалар үҙгәрә, яңы исем менән йөрөй башлай. Беҙгә ошо атамаларҙың бөтәһен дә бик ентекләп тупларға кәрәк, тик уларҙың барыһын да халыҡ нисек әйтә, шул көйө, үҙгәртмәй, боҙмай, урындағы һөйләш телендә яҙыу мотлаҡ, – тине Мәрзиә Сәғит ҡыҙы.
Шулай уҡ ул ағинәйҙәрҙең егәрлелеге, берҙәмлеге тураһында ла әйтеп үтте.

– Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ, тигәндәй, аңыбыҙ төбөндә биклә­неп ҡалған күпме матур саралар тергеҙелде ошо осорҙа. Уларҙы беҙ сәхнә өсөн йә берәй конкурста ҡатнашыу маҡсатында түгел, ауыл халҡы менән бергә күҙәтеү ниә­тенән файҙаланабыҙ. Күренекле шәхестәребеҙҙе, батырҙарыбыҙҙы тел осонан да төшөрмәй бала­ла­рыбыҙға һөйләп торайыҡ, башҡорт тамырҙарын ҡоротмайыҡ, тип тә көс һалабыҙ. Ошо йылдар эсендә ауылды, ауылдаштарҙы күҙ менән ҡаш араһында тоторға, ҡайһы тәңгәлдә ярҙамыбыҙ кәрәк, шунда йүгереп барырға, үҙебеҙҙе бер нимәгә лә битараф булмаған, мил­ләттең рух сығанағын һаҡлаусылар итеп тойорға, эшләргә өйрәндек. Аралашыу беҙҙе берләштерә, үҫтерә, яңы матур эштәргә ылыҡтыра.
Ағинәй ойошмаһындағы ҡатын-ҡыҙҙарға “мүкләнеп” ятырға һис тә форсат юҡ. Районда мәсеттәрҙә ни­ках уҡытыуҙа, балаға исем аҙанлатҡанда ағинәйҙәребеҙ ҙә ҡатнаша. Мәҫкәү ағинәйҙәре башлап ебәргәйне, башҡалар ҙа кү­тәреп алды быларҙы. Халыҡҡа, йәш­тәргә бик оҡшай. Наурыҙ ағинәй­ҙәре, Ризаитдин Фәхрет­диндең нәсихәттәрен шиғыр юлдарына һалып алып, никахта бик оҫта файҙалана. Килен төшөрөү, һандыҡ асыу, һыу башлау, килен сәйе кеүектәренә лә ағинәйҙәрҙе саҡырып ҡына торалар. Үҙебеҙҙең башҡорт туйының һәр элементын тәфсирләп йыйыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Бәлки, мөмкинлек тапһаҡ, йыйынтыҡ итеп баҫтырып алырға ла ниәтебеҙ бар.
Халҡыбыҙ им-томға ла маһир булған бит. Ошо байлығыбыҙ юғалыу өҫтөндә. Был өлкәлә лә эш башланған, – тине ул.


Ағинәйҙәр – ауыл йәме


Республика “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ла йылы һүҙҙәр яуҙырҙы Учалы ағинәйҙәренә.
– Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мин Учалы ағинәйҙәрен башҡаларға өлгө итеп ҡуям. Был тажзәхмәткә үс итеп, ҡул ҡаушырып ултырмайынса, даими аралашалар, ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр. Милли кейемдәре, биҙәүестәре, ҡора­малары, аҫалы балаҫтары, кейеҙ­ҙәре, ғөмүмән, оҫталыҡтары менән һоҡландыралар. Уларҙың яғалары ғына ни тора! Учалы ағинәйҙәренең әүҙемлегенә, үҙ бурыстарын онотмауына хайран ҡалырлыҡ. Бына әле улар тарихыбыҙҙы, топонимиканы өйрәнеүгә тотондо. Афарин! Ысынлап та, ер-һыу атамаларын туплау өлкәһендә ҙур проблемалар бар. Шуға күрә уларға ҡағылған тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында теркәй барыу, уларҙы киләсәк быуындарға еткереү – изге бурысыбыҙ. Алда шул тиклем ҙур, әһәмиәтле эш тора, Учалы ағинәйҙәренең был проектты мотлаҡ атҡарып сығырына шигем юҡ, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Сараға килгән халыҡ шулай уҡ бергә, берҙәм булыу, йәмғиәттәге кире күренештәрҙе бөтөрөү тураһында ла үҙ фекеҙәрен ет­керҙе. Ауылдарҙы айыҡ тормошҡа әйҙәп, Наурыҙ ауылы әүҙемсеһе, ветерандар ойошмаһы рәйесе Закир Ғарипов сығыш яһаны.
– Наурыҙҙарҙың төп һыҙаты – берҙәмлек. Әҙерҙе көтөп түгел, борсоған мәсьәләләрҙе кәңәшлә­шеп, бергәләп хәл итергә күнеккән улар. Ағинәйҙәрҙең эшен тәнҡит­ләү­селәрҙең барлығын да беләм. Әммә ундайҙар шуны белһен ине: битарафлыҡ баҫҡан донъябыҙҙа ошо ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һымаҡ вайымлылар, ихластар, илһөйәрҙәр, ерһөйәрҙәр ҙә бар. Улар миллә­тебеҙ бишеген тирбәлткән, милләт усағын һаҡлаған замандағы ағинәй­ҙәр мәктәбен тергеҙергә, ағинәйлек сифаттарына өлгәшергә, ошо йо­лаларыбыҙ, милли аш-һыуҙары­быҙ, милли кейемдәребеҙ менән бер­гә тормошобоҙға ҡот, нур ҡундырырға тигән маҡсатты алға һөрә. Изге ниәт, матур маҡсаттар, оло яуаплылыҡ йөкмәргә батыр­сылыҡ иткән улар үҙ иңдәренә, – тине Закир Ғәҙинан улы.
Наурыҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлсинә Фәттәхова ил инәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Беҙҙең ағинәйҙәр ҡоро эшләй генә тиһәм, дөрөҫ булмаҫ, улар йөҙөп йөрөп эшләй, тип әйтергә кәрәк. Бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Улар – минең, хакимиәт башлы­ғының, ҙур терәге, уң ҡулы, ярҙамсылары, ауылдың ҡото, йәме, йөҙөк ҡашы.
Ғөмүмән, сығыш яһаусылар күп булды, күптәр оҫталыҡтарын да күрһәтте, яға, ҡашмау, ҡорама эшләү, балаҫ һуғыу серҙәре менән уртаҡлашты. Сарала Гөлфиә Янбаева менән Мәрзиә Солтанбаева әүҙем ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы.

Читайте нас