Юмор йәшәйеште еңеләйтә

“Йырҙар тәбиғәт ҡосағында тыуа...”

Декабрҙең һалҡын көндәренең береһе ине. Ғәҙәттәгесә, иртә менән гәзитебеҙ сайтына ебәрерлек берәй “эҫе” яңылыҡ юҡмы икән тип, интернет селтәрен гиҙә башланым. Шул ваҡытта яҡташым, Комсомол ҡасабаһынан Булат Пирғәлиндең видеоролигы күҙгә ташланды. Беҙ йәш саҡта бик популяр “Макарена” тигән йырҙы “Мөкәрәмә” тип башҡортсаға үҙгәртеп, үҙенсәлекле итеп башҡарыуы күңелде күтәреп ебәрҙе.


Гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге уҡыусылары ла йырҙы тыңлап шатланһын тип, Булаттан рөхсәт алып, “Бәйләнештә” селтәренә һалдым. Бер нисә сәғәт эсендә видеороликты меңәрләгән кеше ҡарап, “лайыҡ”тарын ҡуйҙы, комментарийҙарын ҡалдырҙы, үҙҙәренең сәхифәләренә күсереп алыусылар ҙа бихисап ине.


Артабан Булат яңғыҙы һәм хеҙмәттәштәре менән бергәләп “Эс майлап, эс яйлап”, “Әрмегә китеп барам”, “8 Мартҡа рецепт”, “Тирәтләү”, “Таҡмаҡтар”, “Грузин сәйе”, “23 февралгә ҡотлау” һәм башҡа сығыштары менән тамашасыһын шатландырҙы.


Ә Халыҡ-ара мәҙәниәт көнө айҡанлы гәзитебеҙ редакцияһы ойошторған “Һөнәргә тоғролоҡ” конкурсында яҡташым икенсе урынды яуланы. Үҙенә үҙенсәлекле образ уйлап табып, интернет йондоҙона әйләнгән Булат ПИРҒӘЛИН бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.


Блиц-һорауҙар


Тыуған йылы – Йылан.

Йондоҙлоғо – Ҡыҙ.

Яратҡан төҫө – йәшел.

Яратҡан шөғөлө – балыҡ ҡармаҡлау, фотоға төшөрөү.

Яратҡан артисы, төркөмө – “Арғымаҡ”, “Дәрүиш-хан”дың йырҙарын әле лә тыңлай.

Яратҡан спорт төрө – футбол.

Яратҡан ризығы – һурпалы аш.

Яратҡан эсемлеге – сәй.

Тормош девизы – “Юмор – етди ғәмәл”.


– Булат Марат улы, һөнәрегеҙ буйынса һеҙ бөтөнләй икенсе тармаҡ белгесе тип ишеткәйнем. Ә сәнғәт, мәҙәниәткә илткән юл ҡайҙан башланды?

– Йыр-моңға тартылыуым ҡанымда барҙыр, күрәһең. Атайым Марат Ғилметдин улы совхозда инженер, идарасы, хужалыҡтың директор урынбаҫары булып эшләһә лә, сәнғәткә тартылды, “Уйташ” халыҡ театрын етәкләне, йырҙар, юмор менән һуғарылған ҡыҫҡа ғына шиғырҙар ижад итте, һуңынан бөтөнләй клубҡа эшкә күсте. Әсәйем Шәүрә Әхмәҙей ҡыҙы ла Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлап, клубта хеҙмәт итә, бейергә ярата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә мәрхүм, әсәйем бигерәк йәшләй, оҙаҡ ауырыуҙан һуң 40 йәшендә генә донъя ҡуйҙы.
Мәктәптә яҡшы уҡыным, Нияз Йомабаев етәкселегендә мәҙәниәт йортоноң вокаль-инструменталь ансамблендә сығыш яһаным. Дискотекаларҙы йәнле музыкаға уҙғара торғайныҡ. Ансамбль тансы ойошторһа, клуб йәштәр менән шығырым тулыр ине. Кем барабан һуға, кем синтезаторҙа уйнай, ә мин бас-гитара сиртә инем. Бары­һы ла минең хаҡта “мәктәпте тамамлағас, сәнғәт юлын һайлар” тип уйланы. Белмәйем, һөнәр һайлағанда атайымдың йоғонтоһо ҙур булдымы икән, ул да ошо факультетты тамамлаған бит, документтарымды Башҡортостан дәү­ләт ауыл хужалығы институтының механизациялау бүлегенә тапшыр­ҙым. Институтта факультеттың вокаль-инструменталь ансамблен етәкләнем. Диплом алғандан һуң “Поляковка” совхозына эшкә ҡайттым. Туңғатар бүлексәһендә механик сифатында хеҙмәт юлын башланым, һуңынан инженер булып эшләнем.
Шул йылдарҙа ла клуб менән тығыҙ бәйләнештә инем. 1987–1988 йылдарҙа Фәнил Нафиҡов, Дим Ҡоләхмәтов менән Комсомол ауылының клубында инструменталь ансамбль ойоштороп, үҙебеҙ көйҙәр, йырҙар яҙып, концерттар ҡуйып, дискотекалар үткәреп йөрөнөк. Мәғлүм булыуынса, Дим һуңынан “Дәрүиш-хан” төркөмө солисы булараҡ танылыу яуланы.
Гөрләп торған күңелле саҡтар бар ине. Әйткәндәй, шул ваҡыт­тарҙа уйнаған бас-гитара, барабандар әле лә бүлмәмдә һаҡлана.

Тормош шулай ҡоролған: борма-борма юлдар аша булһа ла, кеше үҙ асылына ҡайта, күрәһең. Мин дә сәхнәһеҙ йәшәй алмаҫымды аңлап, үҙемде баштан-аяҡ ижадҡа арнау маҡсатында 1993 йылда Комсомол мәҙәниәт йортона эшкә күстем. Төрлө йылдарҙа директор, рәссам-ҡуйыусы ла булдым, 2002 йылдан клубтың художество етәксеһемен.


– Комсомол мәҙәниәт йорто әүҙем эшмәкәрлеге менән район­дағы башҡа учреждениеларҙан айырылып тора. Бында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур икәнлеге билдәле...

– Үҙемде белә-белгәндән алып мәҙәниәт усағынан айырылғаным юҡ. Өс тиҫтә йылға яҡын рәсми рәүештә эшләйем, шуға күрә мәҙәниәт йорто, бында эшләгән хеҙмәттәштәрем үҙ ғаиләмә әйләнеп бөткән инде.
Ринат Сиражетдинов, Әмир Ҡаһарманов, Илнур Солтанморатовтан торған “Аҡ ҡалпаҡ” вокаль ансамблен, “Йыуаса” ансамблен етәкләйем. Балалар менән шөғөл­ләнәбеҙ, концерт-сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Былтыр пандемия арҡаһында концерттар менән сығыу мөмкинлеге булманы. Уға тиклем бер сараны ла ҡалдырмай торғай­ныҡ. Берәй байрам үтә икән, мотлаҡ беҙҙе саҡыралар. Хәҙер халыҡты клубҡа йыйыу ауырлыҡ тыуҙыра. Кешеләр өйҙә ултырып күнегеп китте, күрәһең.


– Халыҡҡа һеҙ композитор булараҡ та яҡшы таныш...

– Мәҙәниәт өлкәһендә эшләү дәүеремдә балалар һәм өлкәндәр өсөн 200-ҙән ашыу йыр ижад иттем. Учалы, Сибай филармонияһы артистары репертуарына ингәндәре лә бихисап. “Урал моңо”, “Йәшлек-шоу” конкурстарында, “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры”, “Сулпылар” телевизион проекттарында, “Тамыр”, “Юлдаш” каналдарында ла яңғыраттылар. Республика конкурстарында ҡатнашып, лауреат исеме алырға насип булды. Һәүәҫкәр композиторҙар араһында уҙғарылған “Күңелем моңдары” республика конкурсында ике тапҡыр лауреат исемен алдым.
– Йыр-көй нисек тыуа, ниндәй шағирҙарҙың һүҙҙәренә йырҙар ижад итәһегеҙ, ниндәй темаларға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Күп композитор әйтеүенсә, иң тәүҙә йыр өсөн һүҙҙәр кәрәк, шуға ҡарап көй барлыҡҡа килә. Ә минең күпселек осраҡта киреһенсә килеп сыға. Музыка ҡоралында аккорд­тарға баҫып, моңланып ултырам да күңелдә ниндәйҙер образ тыуа, шунан һүҙҙәр килеп сыға. Байтаҡ йырҙарымдың һүҙҙәрен дә үҙем ижад иттем. Рәми Ғарипов, Тамара Ғәниева, районыбыҙҙың һәүәҫкәр шағирҙары һүҙҙәренә яҙылған йырҙарым бар.

Башлыса тыуған яҡ, мөхәббәт, тормош ҡиммәттәре темаларына мөрәжәғәт итәм. Балалар өсөн яҙылған, юмор менән һуғарылған йырҙарым да бихисап.


– Һеҙҙең менән аралашҡанда ла, тормошҡа юмор күҙлеге аша ҡарауығыҙ, оптимист рухлы булыуығыҙ күренеп тора. Юмор һеҙҙең өсөн нимә ул? “Өс ағай” бергәләп сығыш яһау идеяһы ҡайҙан килде?

– Юмор, минеңсә, тормошто еңеләйтә, һәр нәмәгә үтә етди ҡарай башлаһаң, йәшәүҙәре лә ҡатмарлаша. Йылмайыу-көлөү ғүмерҙе оҙонайта, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Әлбиттә, һәр нәмәлә лә сама кәрәк.
Сер түгел, бөтә донъяны хәүеф­кә һалған пандемия тормошобоҙҙо тамырынан үҙгәртте. Күптәр бер ҡайҙа ла сыға алманы, клубтар ҙа бикләнде, кешеләргә йөрөү, аралашыу мөмкинлеге булманы. Шул саҡта, таныштарымдың күңелен аҙ ғына булһа ла күтәрәйем тип, башта шундай идея тыуҙы. Яңғыҙ ғына сығыш яһау күңелһеҙ бит, үҙемдең “бер туғандарҙы” табырға тура килде. “Ютуб” каналында берәүҙең ошо формала ижад итеүен күреп ҡалғайным, кеше үҙенең клонын эшләй. Улар икәү ине, ә мин өсәүгә әйләндерҙем. Әйткәндәй, мин ғаиләлә яңғыҙ үҫтем, шуға күрә лә, бәлки, ағайлы булғым килдеме икән...


– Сығыштарығыҙҙы үҙегеҙ монтажлайһығыҙмы? Үҙенсә­лекле музыка ҡоралдарын, килешле кейемдәрҙе ҡайҙан табаһығыҙ?

– Әлбиттә, үҙем эшләйем. Айырым-айырым төшөп, һуңынан бергә ҡушам. Бер йырҙы яҙыу өсөн яҡын­са ике аҙна ваҡыт китә. Музыка ҡоралдарын да үҙебеҙ эшләйбеҙ, Илдус Аҡҡужин исемле оҫта егете­беҙ бар, ул ярҙам итә. Кейемдәргә килгәндә, шкафта нимә бар, шуны кейеп сығам. Аҡ кроссовканы, мәҫәлән, былтыр бүләк иткәйнеләр. Ауылда уны ҡайҙа кейеп бараһың, мал ҡыуғанда кейергә йәлләнем. Әле килеп кәрәге тейҙе, тип ҡыуанам.


– Музыка ҡоралдарында оҫта уйнайһығыҙ. Һеҙ уйнай белмә­гәне юҡтыр, моғайын...

– Бар, ҡурай менән ҡумыҙ, мә­ҫә­лән. Күпме генә өйрәнергә те­ләһәм дә, килеп сыҡманы. Минең ауыҙ ошо ике ҡоралға тура килмәҫ­лек итеп яһалған шикелле... (көлә).


– Ҡыҫҡа арауыҡта “ағайҙа­рығ­ыҙ” менән байтаҡ йыр ижад итеп, интернет йондоҙона әй­лән­дегеҙ. Иң мөһиме – халыҡҡа оҡшай. Тамашасыларҙың йылы ҡабул итеүе тағы ла дәртлән­дерәлер. Ошо рәүешле сығыш яһауығыҙҙы яҡындарығыҙ, таныштарығыҙ нисек ҡабул итте?

– Ябай булмаған форматта ижад итеүемде яҡындарым бик оҡшатты. Мине белмәгәндәр “Бәй­ләнештә” селтәрендә: “Өс кеше – игеҙәктәрме, әллә һеҙ бер генә кешеме?” – тип һорап яҙа. “Ағайҙа­рыма” Булат, Айбулат, Ишбулат тип исем дә ҡуштым әле.
Ҡайһы бер клиптарым “Бәйлә­нештә” селтәрендә йөҙәр меңдән ашыу тауыш йыйҙы, коммента­рийҙар бик күп. Себен үлтергес менән торба һуғып, интернетта шулай популярлыҡ яулармын тип бер ҙә уйламағайным, әлбиттә (көлә).


– Тормошта, эшендә, ижадында кеше ни тиклем генә уңыш­тарға өлгәшмәһен, уға ғаиләһе иң мөһиме булып ҡала. Ғаиләгеҙ менән дә таныштырығыҙ әле?

– Тормош иптәшем Гөлнара Пирғәлина Туңғатар табиплыҡ амбулаторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Минең һәр идеямды хуплап, ярҙам итеп тора. Ике улыбыҙ – Азамат менән Азат Өфө ҡалаһында төпләнде. Улар сәнғәт юлын һайламаһа ла, ижадымды яҡын күрә. Бөгөн ейәне­беҙҙе һөйөп шатланабыҙ. Яҡын­дарым – мине рухи яҡтан байыуға, үҫеүгә этәргән кешеләр.


– Ижадтан тыш берәй ҡома­рығыҙ, шөғөлөгөҙ бармы?

– Фотоға төшөрөргә яратам. “Инстаграм”да өс мең яҙылыусым булған аккаунтым бар, фотоларҙы шунда һалып барам: тәбиғәт күре­нештәрен, бөжәктәрҙе, сәскәләрҙе, хайуандарҙы. Ғөмүмән, үҙем дә, яҡындарым да тәбиғәтте ярата. Йырҙар, шиғырҙар, яңы идеялар ҙа йышыраҡ тәбиғәт ҡосағында тыуа.


– Ниндәй ижади пландар ме­нән янаһығыҙ? Интернеттағы дуҫтарығыҙҙы ниндәй музыкаль күстәнәстәрегеҙ менән ҡыуанды­рырға уйлайһығыҙ?

– Әлбиттә, пландар ҙа, идеялар ҙа бар. Барыһын да әйтһәм, сюрприз булмаҫ. Күрерһегеҙ, ише­терһегеҙ. Иҫән-һау ғына булайыҡ.


– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Читайте нас