Бөтә яңылыҡтар

Меркеттәр кәңәш ҡорҙо

Ауырғазы еренең Мораҙым ауылында Меркет-мең ырыуы йыйыны булды.

Ауырғазы еренең Мораҙым ауылында Меркет-мең ырыуы йыйыны булды. Унда проблемалар күтәрелде, хәл итеү юлдары барланды.
Башта яҙып киткәнсә, күргәҙмә менән танышҡандан һуң, йыйындың төп өлөшө башланды. Делегаттарҙы, йыйылған халыҡты Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов сәләмләне. Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин меркеттәрҙең тарихы менән таныштырҙы, Нурислам Ҡалмантаев Башҡорт тарихы йылын үткәреү буйынса методик кәңәштәр бирҙе, Гөлназ Йосопова иһә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының проекттары менән таныштырҙы.
Артабан инде һүҙ Меркет ырыуы вәкилдәренә бирелде. Ауырғазы ерендә тыуып-үҫкән билдәле йәмәғәт эшмәкәре – ифрат рухлы, тыуған яғы, туған теле, халҡы хәстәре менән янған уҙаман Салауат Килдин ырыуҙаштарының тарихын бөгөнгө хәле менән сағыштырып, үткер проблемаларҙы күтәрҙе, берләшеп-кәңәшләшеп эшләргә һәм йәшәргә, ерҙең ҡәҙерен белергә саҡырҙы. Талбазы ауылындағы 1-се башҡорт гимназияһының статусын һаҡлап ҡалырға; шулай уҡ һис бер ниндәй бәхәскә урын ҡалдырмай, мәктәпкә Рәшит Назаров исемен бирергә; тирә-яҡ ауылдарҙан балаларҙы Мораҙым ауылындағы башҡорт мәктәбенә йыйып уҡытырға шарттар, тимәк, уларҙы ташырға транспорт; меркеттәр йәшәгән ауылдарҙың 800 йыллыҡ тарихы бар – ошо датаны билдәләргә, тигән теләктәрҙе еткерҙе ул. Уның сығышындағы һәр фекере дәррәү алҡыштарға күмелде. Салауат ағайҙың тәҡдимдәре йыйындың резолюцияһына индерелде.
Миәкә, Стәрлетамаҡ, Әлшәй райондарынан килгән делегаттарҙың сығыштары ла бик хисле, тәрән фекерле булды. Әлшәйҙең Әбделкәрим ауылынан Сабирйән Хәйретдинов: “Бик ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, һаҡлыҡ менән, аҡыл менән эш итергә кәрәк”,– тине. Йәштәрҙең дә яйлап ауылға кире ҡайтыуы, уларҙың тыуған ерендә нигеҙ ҡороп йәшәргә теләге барлығы, ошо хоҡуҡты ҡулланырға кәрәк икәнен бәйән итте.
Йыйын аҙағына Меркет ырыуының советы булдырылды, рәйесе итеп бер тауыштан Миәкә яҡтарынан ырыу вәкиле Зәйнулла Насиров һайланды. Иң аҙаҡтан Ҡоролтайҙың, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булғандар тәбрикләнде. Ырыу йыйынының штандарты Кушнаренко районына тапшырылды. Киләһе йыйынды ошо төбәк ҡабул итә. Унда Ҡаршын ырыуы вәкилдәре йыйыла.
А. Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас в