Ике шатлыҡ: һабантуй ҙа, ямғыр ҙа!

Республиканың көньяҡ-көнсығышында быйыл һабантуйҙар парадын Йылайыр районы башлап ебәрҙе.

Йылайыр районы халҡы яҙғы байрамдарҙың береһе һабантуйҙы юғары кимәлдә үткәрҙе. Баҫыу эшсәндәре, хеҙмәт күрһәткестәре буйынса иң-иңдәр тәбрикләнде.
Сарала республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, Хәйбулла һәм Баймаҡ районы етәкселәре Рөстәм Шәрипов, Фәнис Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.
Бер-бер артлы теҙелгән тирмәләрҙә һәр милләт вәкилдәренең тормош-көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр, милли аш-һыу, төрлө биҙәүестәр урын алды. Берәүҙәр көрәш барышын күҙәтһә, икенселәр волейбол, мини-футбол, гер спорты кеүек ярыштарҙы ҡараны. Быйыл балалар өсөн дә бик матур уйын майҙаны әҙерләнгән ине: улар батутта рәхәтләнеп һикерҙе, әүһәләктәрҙә эйҙе.
Йылайырҙар һабантуйҙа рәхәтләнеп ял итте, йыр-моң тыңланы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, дуҫтары һәм туғандары менән аралашты. Байрам айыҡ, күңелле һәм шәп үтте. Күптән көтөлгән ямғыр яуыуы халыҡтың кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Фото: Йылайыр район хакимиәте сайты.
Читайте нас