Кисә әбйәлилдәр ҙә һабантуй байрамына йыйылды. Көндөң бер аҙ һыуытып тороуы ла район халҡының кәйефен төшөрмәне.
Байрам үткән Айғырбатҡан яланы этно-ауылды хәтерләтте: бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләр, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсеп-шөғөлдәрен, тарихын сағылдырған бай күргәҙмәләрҙә ниндәй генә экспонаттар урын алмаған! Райондың 15 ауыл биләмәһе, төрлө ойошмалар тирмә ҡороп, бар ҡунаҡтарҙы йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды.
Был юлы ла Әбйәлил халҡы үҙенең йыр-моңға бай икәнлеген иҫбатланы: бай композиялы театрлаштырылған тамашала райондың шанлы һәм данлы тарихы, бөгөнгө йәшәйеше сағылдырылды. Дәртле бейеү-йырҙар башҡарылһынмы, сәхнәлә спортсылар спорт төрҙәрен күрһәтһенме, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр скандинавса атлауҙы пропагандалаһынмы - барыһы ла юғары кимәлдә булды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина бер төркөм һуғыш осоро балаларына танытма һәм бүләктәр тапшырҙы.
Һабантуйҙа ат сабышы, төрлө милли һәм спорт ярыштары үтте. Мәҫәлән, мини-футболда һабантуй чемпионы исемен Асҡар командаһы, ә волейболда ир-егеттәр араһында кубокты Амангилде волейболсылары яуланы. Милли көрәш буйынса абсолют чемпион булып Иҙәш Ҡусҡары ауылы егете, республика һәм Рәсәй ярыштары еңеүсеһе Арсен Шәрипов танылды.
Шулай уҡ һабантуй биләмәһендә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сауҙа нөктәләре, туҡланыу урындары эшләне.
Фото: район мәҙәниәт йорто сайты.