Кисә Хәйбулла районында ла һабантуй байрамы гөрләп үтте. Халыҡ бындай байрамдарҙы һағынған, шуға күрә эркелеп килде, рәхәтләнеп төрлө ярыштарҙа ҡатнашты, байрам концертын ҡараны, ат сабыштарын күҙәтте, көрәш батырҙарына ҡеүәт өҫтәне.
Хәйбуллаларҙың шатлығын уртаҡлашырға республика мәғариф һәм фән министрлығының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов, урындағы үҙидаралыҡ менән эшләү бүлегенең төп советнигы Илнур Мөхйәнов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡа күп ҡунаҡтар килде. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов халыҡты байрам менән тәбрикләне, алдынғы һөнәр оҫталарына Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Әлбиттә, һабантуйҙа иң ҙур рәхмәт һүҙҙәре баҫыу уңғандарына, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә, ысын ер хужаларына әйтелде. Быйыл "Сәсеү батыры" исеменә Борис Абдуллин крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Фирҡәт Мостафин лайыҡ булды.
Шулай уҡ сарала һуғыш осоро балаларына таныҡлыҡтар һәм бер нисә ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырыу иң матур, иҫтәлекле мәл булды.
Таналыҡ буйлап бер-бер артлы теҙелгән тирмәләрҙә һәр ауыл биләмәһе төрлө милләт халҡының тормош-көнкүрешен, йолаларын, аш-һыуын, ҡул эштәрен сағылдырған бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Улар килгән һәр кемде йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алып, бай экспонаттар менән таныштырҙы. Икенсе яҡта балалар һабантуйы гөрләне.
Ат сабыштары, көрәш, көршәк ватыу, ҡолғаға менеү, уҡ атыу... Уларҙа һәр кемгә үҙ көсөн һынап ҡарау, көс-дәрт алыу мөмкинлеге бирелде.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм халыҡ таланттары менән берлектә әҙерләнгән бай йөкмәткеле тамаша барыһына ла байрам кәйефе өҫтәне, күңелдәрҙе күтәрҙе, киләсәккә яңы өмөттәр уятты, көс һәм дәрт өҫтәне. Һабантуйҙан һәр кем күтәренке кәйеф менән таралышты.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайты.