"Ошо юлдан көйәнтәләп һыу ташый инек"

Баймаҡ районының Буранбай ауылында "Эх, һыу алыуҙары, йәмле Ташкит буйҙары" тип аталған матур байрам үтте.

Баймаҡ районының Буранбай ауылында "Эх, һыу алыуҙары, йәмле Ташкит буйҙары" тигән байрам ойошторолдо.
Ул бала сағы, йәшлек йылдары, килен булып төшөп, һыу башлаған мәлдәре ошо шишмә менән бәйле булған ауылдаштарҙы, инәй-апайҙарҙы, еңгә-килендәрҙе бергә йыйҙы. Әйткәндәй, Ташкит буйын таҙартыу һәм төҙөкләндереүҙе ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, билдәле ҡурайсы Әхиәт Ғәйетбаев "Атайсал" проекты буйынса башҡарған.
Әлеге байрам хаҡында матур тәьҫораттары менән Альбина Байегетова "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә уртаҡлашҡан:
"Үтте был матур сара. Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ иҫтәлекле ваҡиға булды. Эйе, һүҙ "Эх, һыу алыуҙары, йәмле Ташкит буйҙары" байрамы тураһында.

Сара мәсеттә аят уҡып, доға ҡылыуҙан башланды. Унан ауыл урамдары буйлап, йәшлек саҡтарын, көйәнтәләп һыу ташыған күңелле мәлдәрен иҫләп, яурындарына көйәнтә һалған, биҙрә элгән милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙ Ташкит буйына юл алды. Ә көйәнтәләре һуң! Биҙрәләре! Күҙҙең яуын алырлыҡ! Шул тиклем бай фантазиялы шул беҙҙең инәй-апайҙар! Ташкит буйына еткәнсе улар ҡасандыр ошо юлдан һыу ташыуҙарын күңелле, мауыҡтырғыс итеп, ҙур кинәнес менән һөйләп барҙы. Күмәкләп биҙрәләрҙе тултырыу байрамдың иң матур бер өлөшө булды. Апайҙар туйҙарында ошо шишмәгә һыу ала килгәндәре тураһында ла һөйләне, Ташкит атамаһының килеп сығышын аңлатты. Унан шишмәнең тәмле һыуы самауырға ҡойолоп, сәй ҡайнатырға ҡуйылды.

Байрам ауыл оҫталары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт менән үрелеп барҙы. Урындағы хакимиәт башлығы Ф.А. Сәйетов ошондай матур сара ойошторған өсөн клуб мөдире С.Р. Усмановаға, Буранбай ауылы халҡына, яҙмыштары ошо төйәккә бәйле булып, осрашыуға килгән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтте. Буранбайҙарҙың һәр саҡ әүҙем, дәррәү булыуҙарын билдәләне.

Байрам һуңында "Иң матур биҙәлгән көйәнтә", "Иң матур биҙрә", "Иң оҫта ҡалаҡ һуғыусы" номинацияларында еңеүселәр билдәләнеп, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йәмле, күңелле сара сәй табыны менән тамамланды.

Ошо ауылда тыуып үҫеп, әле төрлө тарафтарҙа йәшәгән апай-инәйҙәр осрашып, туйғансы һөйләште, бала саҡтарын, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрҙө, Ташкиттең хәлен белде. Шишмәбеҙ ағыуҙан туҡтамаһын, уның һыуын эсеп үҫкән Буранбай халҡының дәртлелеге, ихласлығы һүнмәһен тип теләйбеҙ".
Фотолар: Альбина Байегетованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.
Читайте нас