Күк Ирәндек ғорурлығы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың иҫтәлегенә ошо исем аҫтында хәтирәләр китабы донъя күрҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың иҫтәлегенә ошо исем аҫтында хәтирәләр китабы донъя күрҙе. Баҫмаға шәхес тураһындағы хәтирәләр, ҡәләмдәштәренең, яҡташтарының, туғандарының иҫтәлектәре тупланған.
Абдулхаҡ Игебаев – өс тиҫтәнән ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, татар, рус телдәрендә лә баҫыла. Әҙип төрлө жанрҙа ижад иткән – шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар, әкиәттәр, фельетондар яҙған. Кескәйҙәргә лә иғтибары була – балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр китаптары сығара.
Журналистика өлкәһендә лә әүҙем эшләй – хеҙмәт юлын “Ҡыҙыл таң” гәзитендә башлай, “Совет Башҡортостаны” гәзите хәбәрсеһе була, “Ағиҙел” журналында шиғриәт бүлегенә етәкселек итә. Әҙәби портреттар, хәтирәләр, бағышлауҙарын “Яҙмыш юлҡайҙары урау-урау” китабына туплай.
Быйыл донъя күргән “Күк Ирәндек ғорурлығы” китабын Абдулхаҡ Игебаевтың ҡатыны Маһиҙә менән ҡыҙы Фәниә Игебаевалар төҙөгән.
“Абдулхаҡтың биографияһында уның балалар йортонда тәрбиәләнгәне тураһында яҙалар. Был дөрөҫ, әлбиттә. Әммә уның балалар йортона барып юлыҡҡансы булған аяныслы яҙмышын берәү ҙә белмәй. Ағаһы Әхәт Игебаевҡа рәхмәт! Ул үҙҙәренең, йәғни Абдулхаҡтың, Хөснихаҡтың фажиғәле, ҡыҙғаныс, аяуһыҙ бала саҡтары тураһында яҙып ҡалдырған. Был йыйынтыҡты шул яҙмалар менән башлауҙы дөрөҫ булыр тип уйланыҡ”, - ти шағирҙың ҡатыны Маһиҙә Игебаева.
Абдулхаҡ Игебаев хаҡындағы йыйынтыҡта Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева кеүек башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағаналары булған шәхестәренең шағирға бағышланған яҙмалары менән бер рәттән Әнүр Вәхитов, Ғайса Хөсәйенов, Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Роберт Миңнуллин, Фәнил Күзбәков, Рәшит Шәкүр һәм башҡа мәртәбәле шағир-яҙыусыларыбыҙҙың хәтирәләре, иҫтәлектәре тупланған.
Китаптың һуңғы бер нисә битен әҙиптең бала саҡтан алып тормошоноң һуңғы йылдарынаса ғүмерен сағылдырған фотоһүрәттәр биҙәй.
Автор фотоһы.
Читайте нас