Бөгөн Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури көнө үткәрелде.
Ҙур сарала бөйөк шағирҙың исемен йөрөткән музей, Сәйетбаба милли-мәҙәни үҙәге һәм республикабыҙҙың “Аҡбуҙат” балалар журналы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
"Республикабыҙҙың балалар баҫмаһы “Аҡбуҙат” үҙенең 30 йыллығы уңайынан райондарҙа осрашыуҙарҙы дауам итә. Был юлы беҙ оло ихласлыҡ менән Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, Кәлсер-Табын ырыуы башҡорто Мәжит Ғафуриҙың тыуған яғынан саҡырыу алдыҡ. Былтыр арҙаҡлы әҙиптең, мәғрифәтсенең тыуыуына 140 йыл тулыу уңайынан күп саралар дистанцияла үтте, сөнки, пандемияға бәйле, йәнле осрашыуҙар сикләнгәйне. Бер йылға кисектерелгән байрам бөгөн йәнле уҙҙы. Беҙҙең Мәжит Ғафури – төрки әҙәбиәте классигы, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур, әҙип хаҡында йәш быуынға ла даими һөйләргә тейешбеҙ. Балалар халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре хаҡында белеп үҫергә тейеш. Бөгөн үткән сара быуындар сылбырын тоташтырыу көсөнә эйә", - тине “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусылары данлы яҡташтары Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады менән яҡшы таныш. Улар күмәкләшеп шиғырҙар һөйләне. Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре сараға килгән ҡунаҡтарға башҡорт халҡының йолаларын күрһәтте, осрашыуҙы йыр-моң менән биҙәне.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың музейында бай мәғлүмәт тупланған. Уның ауыл уртаһында булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Өҫтәүенә музей шағир исемен йөрөткән урамда урынлашҡан, ошонда уҡ әҙипкә һәйкәл ҡуйылған. Бынан кеше өҙөлмәй. Бөгөн дә Еҙем-Ҡаранда үткәрелгән байрам сараларына Ишембай районының Маҡар мәктәбенән бер төркөм уҡыусылар ҡушылды. Улар өсөн ябай экскурсия байрамға әүерелде.