Өфөләге Матбуғат йорто алды майҙаны умарта күселәй гөжләй. Бында республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары – уларға яҙылып, яратып уҡып барған, мәҡәләләре менән сығыш яһаған, ошо өлкәләге хәлдәрҙе күҙәтеп барған, һәр даим хәбәрҙар булған, милли телдә сыҡҡан баҫмалар яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылды. 14 июнь – Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан бар баҫмаларҙы берләштергән “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто матур сара – Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрә. Йөкмәткеле сараға килгәндәр араһында баш ҡала халҡы, ҡунаҡтары, матбуғат ветерандары, халҡыбыҙ араһында төрлө өлкәләге хеҙмәттәре менән танылыу яулаған билдәле шәхестәр бар.
Байрамға йыйылған халыҡты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, "Республика Башҡортостан" нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, республиканың Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне.
Сара барышында гәзит-журналдарға яҙылырға, халыҡ кәсепселәре әҙерләгән төрлө күргәҙмәләр ҡарарға, республикала билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡуйған матур концертты тыңларға мөмкин. Байрам аҙағында баҫмаларға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла.
Әле Матбуғат йорто алдындағы йөкмәткеле тамаша гөрләп дауам итә. Бында ысын-ысынында байрамса күтәренке кәйеф хөкөм һөрә.