Иртәгә, 12 июндә, Өфөнөң Ағиҙел яры буйындағы майҙанда “Минең Рәсәй” республика фестивале үтә. Был көндә шулай уҡ Өфө ҡалаһының һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө лә билдәләнә.
Сараны үткәреүгә Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлыҡ күрһәтә. Фестивалде ойоштороусылар - Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Был көндә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн Ағиҙел яры майҙанында төрлө ҡыҙыҡлы саралар, концерт, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.
15.00 сәғәттә йылға навигацияһы һәм бәләкәй авиация парады башлана. Ошо уҡ мәлдән тематик күргәҙмәләр, шағирҙар майҙансығы, Республика балалар технопаркы тарафынан ойошторолған “Смарт-Өфө” техноквесы эшләй башлай. Балалар өсөн ҡала театрҙары ҡыҙыҡлы театраль сығыштар тәҡдим итәсәк.
Сара барышында фото төшөү өсөн айырым биләмә булдырыласаҡ. Теләге булған һәр кем оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – шағирҙар ҡатнашлығында асыҡ микрофон алымында шиғри кисә үтәсәк. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры һәм урам музыканттары байрамды моңло көйҙәр менән биҙәйәсәк. Йәштәр өсөн билдәле башҡорт артистары ҡатнашлығында “Киске уйын” тәҡдим ителә.
Сара байрам концерты менән тамамлана. Унда «Узорица», «ЕвроАзия», «Евгения Сафина», «Бишбармаҡ», «Ангелина Трофимец» төркөмдәре, МС Баш, Сергей Карпов кеүек артистар буласаҡ. Байрам концертының төп ҡунағы (хедлайнеры) сифатында легендар «Дәрүиш-хан» рок-төркөмө сығыш яһаясаҡ.
Байрам киске 22.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.
Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.