Был көндә Бөйөк Рәсәй үҙенең күп милләтле халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын һәм мәҙәниәтен пропагандалап ҡына ҡалмай, бик бай концерт та тәҡдим итә. Хәйбулла районы Подольск мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балаларға Рәсәй көнөнә бағышлап “Рәсәй-беҙҙең йорт” тип исемләнгән байрам сараһы ойошторҙо. Ойоштороусылар йәш быуынға был байрам тарихы тураһында һөйләне һәм уның Рәсәй халҡын берләштереп, үткәндәргә ихтирам, Ватанға һөйөү уятыуын, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында хәстәрлекте үҙ эсенә алыуын билдәләп үтте. Артабан балалар командаларға бүленеп викторинала ҡатнашты, Рәсәйҙең мәҙәниәте, тарихы тураһындағы ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Шулай уҡ ил тураһындағы мәҡәлдәр әйтеү, әкиәттәр һөйләү конкурстары ойошторолдо. Сара барыһына ла бик оҡшаны!