Ҡайта алмай зар-интизар булған

"Зинира бәпес көткәс, йыраҡ юлға сығырға яраманы. Ул тыуған яғын - Ҡариҙелен бик һағынды".

Татарстанда йәшәгән башҡорт-татар йырсылары Зинира менән Ризат Рамаҙановтар йәйгә пландары менән уртаҡлашҡан. Ризат был турала:
– Һабантуйҙар уҙғас, Башҡортостанға ҡайтырға иҫәп бар. Күптән ҡайтҡан юҡ. Зинира бәпес көткәс, йыраҡ юлға сығырға яраманы. Ул тыуған яғын бик һағынды. Ҡариҙел районында ҡайын еләге мул. Өлгөргән инде. Шунда ҡайтып, ҡайын еләге йыя торған традициябыҙ бар.
Сабаға йыш ҡына ҡайтып торабыҙ. Әкренләп мәжлестәрҙә эшләй башланыҡ. Бәпесте әсәйем, һеңлекәш ҡарап тора. Уларҙа мунса керетәбеҙ. Шулай матур гына йәшәп ятыш, Аллаға шөкөр. Сит илдәргә сығыу тураһында уйлаған юҡ – имсәк балабыҙ бар бит. Быйыл үҙебеҙҙә яйлап ҡына ял итербеҙ. Йәй көнө – йәмле ваҡытта – клиптар төшөрөргә лә уйлайбыҙ. Пландар ҙур йәйгә! – тигән.
Әйткәндәй, ул һабантуйҙарҙа сығыш яһап, ҡояшта янып-бешеп, битенең ҡыҙарып бөтөүенә лә зарланған. Ә Башҡортостанда тамашасылар йырсыларҙы концерттар менән көтә лә инде.
Фото: Instagram
Читайте нас