Кисә йәмле Ирәндек буйында ысын мәғәнәһендә оло байрам булды: ҡурайсылар ҡурай тарты, таҡмаҡсылар таҡмаҡ әйтте, мәргәндәр уҡ атты, көрәшселәр бил һынашты, етеҙҙәр спорт ярыштарында ҡатнашты, балалар төрлө милли уйындар уйнаны.
Бында Баймаҡ районы хакимиәте, район мәҙәниәт бүлеге, Моҡас ауыл биләмәһе һәм "Ирәндек" хәйриә фонды етәксеһе Фәнис Кәримов менән берлектә ошо төбәктең мәшһүр ҡурайсыһы Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә "Боронғонан аманат" тип аталған төбәк-ара милли байрам үтте. Ошо сара сиктәрендә Әлнисә Алдырханованың "Ирәндегем - моңдар иле" тип аталған китабының исем туйы ла булды.Сарала Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов, республика Башлығының кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, Баймаҡ район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вәкил Ишембәтов, Силәбе өлкәһенән махсус делегация һәм башҡа ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне.
Ҡурай бәйгеһе халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән "Урал" көйө менән башланды. Конкурста Баймаҡ районының Ирәндек буйы ауылдары, Сибай ҡалаһы һәм Йылайыр районы ҡурайсылары көс һынашты. Таҡмаҡсылар бәйгеһендә яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр араһында ҡыҙыу бәйге барҙы. Бер яҡ ситтә уҡ атыу буйынса ярыш үтһә, икенсе урында көрәш батырҙары көс һынашты.
"Ирәндегем - моңдар иле" китабына ингән ҡурайсыларҙың балалары, туғандары хәтирәләре менән уртаҡлашты, Ғата Сөләймәновтың нәҫел-нәсәбе сығыш яһаны.
Кисәне йәмләп, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина улы Хәлил Ишбирҙин менән килде һәм ҡурайсы, туғаны (ҡайнағаһы) Ғата Сөләймәнов тураһында бик матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-приҙы Иҫке Сибай ауылынан Риф Ҡәйепҡолов яуланы һәм уға "Ирәндек" хәйриә фонды етәксеһе ҡолон бүләк итте. Таҡмаҡсылар араһында Гран-приға Темәс ауылынан Миңһылыу Әхмәрова лайыҡ булды. Рәсих Хәмитов иң оло ҡурайсы Хөснөтдин Баймырҙинға аҡсалата махсус бүләк тапшырҙы. Уға 86 йәш.
Конкурс тураһындағы тулы яҙманы яҡын арала гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.