Туймазыла быйыл һабантуй үҙенсәлекле рәүештә үтте: ул яланда түгел, ә үҙәк ҡала паркында ойошторолдо.
“Биләмәнең бәләкәй булыуы ла, ямғыр һибәләп тороуы ла байрам кәйефен боҙа алманы. Дәртле музыка, шашлыҡ, шәкәр мамығы еҫтәре, балалар тауыштары – парк иртәнән алып гөрләп тора ине”, - тип хәбәр итә туймазылар.
Быйылғы һабантуйҙар тарихи дөрөҫлөккә яҡын тороуҙары, урындағы халыҡҡа тамырҙарын барлауға, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе иҫкә төшөрөүгә ҡоролған. Туймазыла ошо райондан сыҡҡан билдәле шәхестәргә, почетлы граждандарға, иҫтәлекле урындарға күргәҙмәләр арналған ине. Төрлө ауылдарҙан күптәр үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөп алып килгән. Ҡайһы берҙәрендә ғаиләләрҙең йөҙәр йыллыҡ тарихы һаҡлана.
- Туймазылар тамырҙарына, тарихтарына үтә иғтибарлы булыуы менән айырылып тора, – ти сараға килгән ҡунаҡтарҙың береһе, Башҡортостандың стратегик эҙләнеүҙәр институты белгесе Юлдаш Йосопов, – Шулай ҙа бөгөн ҡайһы бер шәжәрәләргә ҡайта-ҡайта иҫ китте: әлеге көндә Мәскәү өлкәһендә йәшәгән, үҙе Туймазынан сыҡҡан бер кеше шәжәрәһен бар тарихи ҡанундарға нигеҙләп төҙөгән.
Паркта һәр ырыу айырым тирмәләргә бүленгән, үҙҙәренең тамғалары менән билдәләнгән. Һәр кем был тирмәләргә инеп төньяҡ-көнбайыш башҡортоноң милли көнкүреше, кейеме менән таныша ала ине.
Октябрь майҙанында ауыл хужалығы техникаһынан күргәҙмә лә ойошторолғайны. Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов был техниканың Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән даими рәүештә яңыртылып тороуы хаҡында һөйләп үтте.
Ауыл хужалығы өлкәһендәге алдынғы эшсәндәрҙе Маҡтау грамоталары менән бүләкләү, махсус парад – һабантуйҙың рәсми өлөшөнән һуң, йола булараҡ, концерт тамашалары һәм спорт уйындары башланды.
Балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған – улар махсус оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө ҡул эштәре яһап кинәнде. Үҙәк парктың йәйге эстрадаһында Рәсәй көнөнә арналған сара ла үтте: кескәйҙәр “Беҙ – Рәсәй!” флешмобында ҡатнашты.
Фото: “Туймазы хәбәрҙәре”.