“Батыр ирҙәр тыуыр тағын да...”

Иртәгә, 16 июндә, легендар батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө, 267 йыллығы билдәләнә.

Иртәгә, 16 июндә, легендар батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө, 267 йыллығы билдәләнә. Ошо айҡанлы республикала төрлө мәҙәни саралар үтә.
Милли геройыбыҙҙың тыуған яғы – Салауат районы ла, тәбиғи, был иҫтәлекле көндән ситтә ҡалмаған. Үткән ялдарҙағы һабантуй барышында, иҫтәлекле датаға арнап, “Салауат йыйыны” уҙғарылған. Был фольклор байрамы батыр образы аша үҫеп килгән быуында үҙ халҡына, уның тарихи үткәненә һөйөү, өлкән быуынға ҡарата хөрмәт, милләтең менән ғорурланыу тойғоларын тәрбиәләргә ярҙам итә. Матур саранан фотоларҙы "Бәйләнештә" селтәрендәге шәхси, шулай уҡ район хакимиәте сәхифәләрендә күрергә мөмкин булды.
“Батыр ирҙәр тыуыр тағын да...” тигән ҙур театрлаштырылған тамашала 200-ләп кеше ҡатнашҡан. Был мөһабәт күренеш һабантуй байрамының иң күркәм, иң тулҡынландырғыс өлөштәренең береһе булған.
Фото: vk.com
Читайте нас