"Ниһайәт, фатирлы булдыҡ. Иң мөһиме - ул 23-сө ҡатта урынлашҡан. Ҡарағыҙ, ниндәй матур күренештәр! - тип таныштыра дуҫтарын Гөлназ, тышты күрһәтеп. - Эстә иһә әлегә ремонт яһалмаған. Әлбиттә, аҡрынлап барыһы ла булыр, яңы фатирыбыҙға күсенербеҙ. Бына уның иҙәнендә ултырабыҙ (сөнки әлегә йыһаздар юҡ) һәм үҙебеҙ менән нимә барғанына ышана алмайбыҙ. 23 йәшебеҙҙә быға өлгәшә алыуыбыҙҙы таныу бик ҡыуаныслы! Күп эшләнек һәм шулай дауам итәбеҙ, маҡсаттарҙы икәүләп тормошҡа ашырыу шәп! Алда ла ошолай булһын, Алла бирһә!"