Кисә Ташкент ҡалаһының төп паркында Һабантуй-2021 үткәрелгән. Башҡортостандан вәкил булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, республиканың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов барған.
Республиканан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн ойошторолған байрам тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
Ринат Рамаҙанов бөтә Башҡортостан халҡы исеменән байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткергән. Ә инде танылған артистың башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнауы, “Арғымаҡ” төркөмө репертуарынан йырҙар башҡарыуы бөтәһенең дә күңеленә хуш килгән. Байрамда ҡатнашыусыларҙың күбеһе көй ыңғайына бейергә лә төшөп киткән.
Аҙаҡ Ринат Рамаҙанов Ә. Вәлиди исемендәге Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге ҡорған тирмәлә яҡташтарыбыҙ менән осрашып, Ҡоролтай бүләк итеп ебәргән китап, ҡурай һәм ҡумыҙҙарҙы бүләк иткән. Ошонда уҡ теләүселәргә был музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ һабағы ла биргән.
Үзбәкстандағы башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ринат Гуляев Башҡортостан етәкселегенә һәм ҡоролтай Президиумы етәксеһе Эльвира Айытҡоловаға иғтибар күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдергән. Уның һүҙҙәренсә, Ринат Рамаҙановтың, башҡорт милли коллективтарының күркәм сығыштары байрамдың йылы, шатлыҡлы мәлдәрен оҙаҡҡа күңелдә һаҡлатасаҡ.
Үзбәкстандағы яҡташтар милли мәҙәниәтебеҙҙең матур сағылышы булған һабантуйҙан күңелдәренә дәрт-моң алып таралышҡан.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.